Сәйет (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәйет
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Семекеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423881

Сәйет (татар. Сәет, рус. Саитово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Урғуҙа йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1735 йылдан билдәле. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишинде-Останково административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, тимерлек, икмәк магазины, 2 бакалея кибете теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[2].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылда ауылда 16 башҡорт һәм 186 яһаҡлы татар; 1859 йылда — 576 керҙәш; 1870 йылда — 460 башҡорт һәм 72 татар; 1912 йылда — 885 типтәр һәм татар иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
1795185918971920192619381949195819701979198920022008
202576887727542521284229234162100144153

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (ОКТМО)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 63-65. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.