Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1909
Тыуған урыны Көмәрле, Липовка ауыл советы, Архангел районы
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d], рядовой һәм тоҫҡаусы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы (1909 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец, рядовой[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы 1909 йылда Башҡортостандың Архангел районы Көмәрле ауылында тыуа. 1941 йылдың 1 декабрендә Архангел район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 148-се гвардия артиллерия-миномет полкының 2-се батареяһында орудие тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт итә[2].

Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк ҡатнашып, ике тапҡыр яралана. Висла йылғаһынан алып Одер йылғаһына тиклем һөжүм итеү операцияларында үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтә. 1945 йылдың 11 февралендә үҙенең тоҫҡаусы бурыстарын үтәп, Гутендорф районында дошман пехотаһына ҡарай ут асып, дошмандың ун һигеҙгә яҡын һалдат һәм офицерын, бер станок пулеметын юҡ итә һәм бер миномет батареяһының утын баҫтыра, бының менән эскадрондың алға барыуын тәьмин итә.

1945 йылдың 27 октябрендә Бранденбург районында һөжүм итеүсе дошман пехотаһына ҡарай тура тоҫҡап ут аса, өс зенит пушкаһының, бер ҡул пулеметының утын баҫтыра. Унға яҡын немец һалдаты һәм офицеры юҡ ителә. Был батырлыҡтары өсөн Сәйғәфәров Яҡуп Мөсәлим улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]