Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы
Барый Сәйәрғәли улы Сәйәрғәлиев | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Ҡоншаҡ ауылы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) |
Вафат булыу көнө: | |
Вафат булған урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
филология фәндәре кандидаты |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
Барый Сәйәрғәли улы Сәйәрғәлиев (1907—1964) — тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1956).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы 1907 йылдың 12 декабрендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) Ҡоншаҡ ауылында тыуған.
1940 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлағандан һуң, Дәүләкән педагогия училищеһында уҡыта башлай[1].
1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнә.
1945 йылдан Башҡорт театр‑художество училищеһында уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара[1].
1951—1964 йылдарҙа СССР Фәндәр Академияһының Башҡорт филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре булып эшләй[1].
1960 йылда нәшер ителгән «Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр» монографияһының авторы. Башҡортса‑русса (1958) һәм русса‑башҡортса (1964) һүҙлектәрен төҙөүҙә ҡатнаша[1].
1964 йылда Өфөлә вафат була.
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр. — Өфө, 1960.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 12 декабрҙә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Пермь губернаһында тыуғандар
- Ҡоншаҡ районында тыуғандар
- 1964 йылда вафат булғандар
- Филология фәндәре кандидаттары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡорт теле белгестәре
- Шәхестәр:ТТӘИ