Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 9 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Мәһәҙей, Байназар ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы

Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы (9 июль 1967 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, БР Хөкүмәтенең Гранты эйәһе

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова 1967 йылдың 9 июлендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Мәһәҙей ауылында тыуған.

Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы — 1985—1991 йылдарҙа 1-се Иҫке Собханғол балалар баҡсаһында балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. 1991 йылдың авгусынан ул үҙенең тыуған Мәһәҙей ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1994 йылдан мәктәп директорының уҡыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары була. Юғары категориялы уҡытыусы.

1999 йылдан алып йәйге каникулда Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы йыл һайын райондың «Ағиҙел» йәйге-һауыҡтырыу тәрбиә лагерында өлкән вожатый, ә 2000—2005 йылдарҙа начальнигы булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1991 йылдан 2003 йылға тиклем Мәһәҙей ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе
  • 2003 йылдан 2006 йылға тиклем — район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе
  • 1991 йылдан мәктәптең балалар һәм үҫмерҙәр хоҡуҡтарын яҡлау буйынса инспектор
  • Бер нисә йыл рәттән район һәм ауыл Советтары депутаты[1]
  • 1999 йылдан 2004 йылға тиклем Бөрйән районында кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссарҙың ышаныслы вәкиле
  • Мәктәптә тыуған яҡты өйрәнеү мәктәбенең мөдире
  • Ауылдың «Элгеләү» фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы
  • Бөрйән районы ижтимағи-сәйәси гәзите «Таң», республика матбуғатында әүҙем хәбәрсе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «XIX Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2014» конкурсының «Юғары педагогик оҫталыҡ» номинацияһы еңеүсеһе
  • «XXV Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2020» конкурсының «Педагог — ижади шәхес» номинацияһы еңеүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы[2]
  • БР Хөкүмәтенең Гранты эйәһе
  • «Иң яҡшы башҡорт һәм урыҫ теле уҡытыусылары» республика конкурсы еңеүсеһе<refПравительство Республики Башкортостан Распоряжение от 9 сентября 2015 года N 942-р</ref>
  • «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» V республика конкурсында ҡатнашыусы[3]
  • «2006 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (2006 йыл)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]