Сәлимәкәй
Сәлимәкәй | |
Атамаһы | Сәлимәкәй |
---|---|
Сәнғәт формаһы | Йыр |
Жанр | Башҡорт халыҡ йырҙары |
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Сәлимәкәй — лирик башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй[1].
«Сәлимәкәй» йырының килеп сығыуы тураһындағы легенданы тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында Мөхәмәтша Буранғолов ҡағыҙға төшөрә. Йырҙың һүҙҙәрен 1934 йылда композитор С. Ғәбәши яҙып ала. Шул йылдарҙа донъя күргән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығына «Сәлимәкәй» йыры ла индерелә. Варианттарын А. С. Ключарёв, Л. Н. Лебединский, Ф. А. Нәҙершина, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Ғата Сөләймәнов, Хөсәйен Әхмәтов яҙып ала.
Йырҙың авторы Буранбай сәсән тигән фараз бар, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай[2].
Йырҙың һүҙҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,
- Тора-тора мендем дә башына.
- Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,
- Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа.
- Ике лә генә аҡҡош, ай, һауала,
- Ыласын, шоңҡар ятмаҫ ояла.
- Бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем,
- Һиндәй һылыу һирәк донъяла.
- Сәлимәкәй һыуға барған саҡта,
- Елдәр һыйпап һөйә башынан.
- Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда,
- Ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан.
- Ҡараһана, Сәлимә, күҙемә,
- Ышанһана әйткән һүҙемә.
- Һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен,
- Тап төшөрмәм нурлы йөҙөңә.
Легендаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе варианты Легендаларҙың береһе буйынса, Сәйет тархандың ҡыҙы Сәлимә бик сибәр булған, моңло итеп йырлаған. Губернатор, ҡыҙҙың атаһы Сәйет тархан ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Сәлимәгә өйләнергә теләй. Сәлимәнең олатаһы Ҡәйепҡол тарханды кейәүен үлтерергә күндерә. Шундай хаслыҡ тураһында ишеткән Сәлимә сиргә һабыша. Ейәнсәрен ҡотҡарырға теләп, Кәйепҡол тархан йырсы һәм ҡурайсы Йәркәйҙе (Буранбай сәсәнде) саҡырта, уның йырҙары Сәлимәне һауыҡтыра. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ була һәм ҡасып китә.
Риүәйәттең икенсе варианты
Икенсе фараз буйынса, Сәлимә Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылдарҙың береһендә ярлы ғаиләлә үҫкән. Ҡыҙға ауылдаш егет ғашиҡ була, ҡурайҙа уға арналған көйҙәрен уйнай. Байҙың йомарт йоломона алданып, атаһы Сәлимәне аҡылға зәғиф бай улына кейәүгә бирергә була. Сәлимә һөйгәне менән ҡасырға тәүәккәлләй, ләкин уларҙы ҡыуып тоталар, ҡаты итеп туҡмайҙар. Аҡылынан яҙған Сәлимә Ирәндек тауындағы Ҡараташ ҡаяһынан ҡолап һәләк була[4][5].
Йыр тураһында мәғлүмәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Сәлимәкәй» йырына һуҙылып йырланған тауыш диапозоны, алты баҫҡыслы тауыш рәте, ижек көйләнешенең киң булыуы хас.
Заһир Исмәғилев йырҙы фортепиано өсөн эшкәрткән. «Сәлимәкәй» йырының көйө М. М. Вәлиев менән Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған[6].
Башҡарыусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡарыусылар араһында Әбделмәнов Ғүмәр Мөғәлләм улы, Аҡмырҙин Яхъя Фәйрүз улы, Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы, Бүләкәнов Рәхмәтулла Ғөбәйт улы, Ғәлимов Хәбир Латип улы, Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы, Й. М. Иҫәнбаев Йомабай Мотиғулла улы, Ҡаҙаҡбаев Мөхәмәтйән Абдулла улы, Мәхмүтов Зәки Ғиззәт улы, Йәнбәков Рамазан Фәтхулла улы, Харрасов Рауил Ғүмәр улы, Вәхитов Йәнғәли Арыҫлан улы, Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы, Вәлмөхәмәтов Радик Сәфәрғәле улы, Үҙәнбаева Тәнзилә Хәмит ҡыҙы, Сөләймәнова Фәниә Байгилде ҡыҙы[7].
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Буранғолов М. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәлимәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Культура народов РБ. Сәлимәкәй (башҡорт халыҡ йыры)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сәлимәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сәлимәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Буранғолов М. Сәсән аманаты: халыҡ ижады һәм ижадсылар тураһында, туй йолалары, боронғо йырҙар һәм легендалар, ҡобайырҙар. Өфө, 1995; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л. К. Сальманова. Уфа, 2007.
- ↑ Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз)Өфө «Китап» 1997 йыл.288 бит. ISBN 5-295-02094-0
- ↑ Сәлимәкәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Культура народов РБ. Сәлимәкәй (башҡорт халыҡ йыры)
- ↑ Культура народов РБ. Сәлимәкәй (башҡорт халыҡ йыры)