Сәлимәкәй (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Сәлимәкәй — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Лирик характерҙағы йыр. Йырҙың легендаһын тәүге тапҡыр XX быуаттың 20-се йылдарында Мөхәмәтша Буранғолов, шиғри тексын 1934 йылда С. Ғәбәши А. Кәримовтан яҙып ала. Варианттарын А. С. Ключарев, Л. Н. Лебединский, Фәнүзә Нәҙершина, Л. Ҡ. Сәлмәнова, Ғата Сөләймәнов, Хөсәйен Әхмәтов яҙып ала. Йырҙың авторы Буранбай сәсән тип фараз ителә, ул уны үҙенең һөйгәне Сәлимәгә арнай.

Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йырҙың тексы

Ирәндеккәй тауы бигерәк бейек,
Тора-тора мендем дә башына.
Кемдәр генә ғашиҡ, ай, булманы,
Сәлимәкәй, ҡара ла ҡашыңа.

Ике лә генә аҡҡош, ай, һауала,
Ыласын, шоңҡар ятмаҫ ояла.
Бик күп йөрөп илдә, күпте күрҙем,
Һиндәй һылыу һирәк донъяла.

Сәлимәкәй һыуға барған саҡта,
Елдәр һыйпап һөйә башынан.
Сәлимәкәй төндә йоҡлағанда,
Ай көнләшә ҡыйғас ҡашынан.

Ҡараһана, Сәлимә, күҙемә,
Ышанһана әйткән һүҙемә.
Һөйләгән дә кеше һөйләй бирһен,
Тап төшөрмәм нурлы йөҙөңә.

Риүәйәттең бер варианты

Сәйет тархандың ҡыҙы Сәлимә иҫ киткес һылыу була һәм бик матур йырлай. Губернатор Сәлимәгә ғашиҡ була һәм ҡыҙын уға кейәүгә бирергә теләмәгән Сәйет тарханды үлтерергә уйлай, бының өсөн ҡыҙҙың олатаһын — Ҡайыпҡол тарханды ҡоторта. Был турала белеп ҡалғас, Сәлимә ауырып китә. Уны һауыҡтырыу өсөн Ҡайыпҡол тархан танылған йырсы һәм ҡурайсы Йәркәйҙе (Буранбай сәсән) саҡыртып ала, уның йырҙарын тыңлап, Сәлимә һауыға. Йәштәр бер-береһенә ғашиҡ булып, бергә ҡасып китәләр.

Риүәйәттең икенсе варианты

Сәлимә ярлы ғына ғаиләнән була, Һаҡмар буйында урынлашҡан бер ауылда йәшәй. Ҡыҙға ошо уҡ ауылдың ҡурайсыһы ғашиҡ була һәм үҙенең күп йырҙарын һөйгәненә арнай. Мул ҡалымға ҡыҙығып, атаһы Сәлимәне бер байҙың тиле улына кейәүгә бирә. Ҡыҙ һөйгәне менән ҡасырға тәүәккәлләй, тик уларҙы ҡыуып етәләр һәм ҡаты туҡмап, бәйләп, ауылға алып ҡайталар. Сәлимә аҡылдан яҙып, Ирәндек тауындағы Ҡараташ ҡаяһынан түбәнгә ташлана һәм һәләк була.

Йыр тураһында мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Сәлимәкәй» йыры «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫтырыла. Йырға терәк тауыштан кварта, квинта һәм септима кимәленә етеүсе ижек көйләнешенең киң булыуы хас. Тауыштар рәте — мажор гексахорд. «Сәлимәкәй» йырын Я. Ф. Аҡмырҙин, Ф. Х. Бикбулатов, Р. Ғ. Бүләкәнов, Х. Л. Ғәлимов, К. М. Дияров, Й. М. Иҫәнбаев, М. А. Ҡаҙаҡбаев, З. Ғ. Мәхмүтов, Ғ. М. Әбделмәновтар башҡара. Йырҙы Заһир Исмәғилев тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө М. М. Вәлиев менән Н. И. Пейконың «Айһылыу» операһында ҡулланылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]