Сәлих ауыл советы (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сәлих ауыл советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Сәлих ауыл советы — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының бөтөрөлгән муниципаль берәмеге.

Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» законына ярашлы ауыл биләмәһе[1] статусына эйә була. Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе менән берләштерелә. Административный үҙәге — Сәлих ауылы. Ауыл советы составына шулай уҡ Әптек, Богдановка, Козловка һәм Яңы Ивановка ауылдары индерелә. 1987 йылдан алып ауыл советы составына Михайло-Архангельский ҡасабаһы ла индерелә.

2008 йылдың 18 ноябрендә[2] бөтөрөлә, ә Сәлих, Әптек, Богдановка, Козловка һәм Яңы Ивановка ауылдары Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы составына индерелә, административ үҙәге Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлаша.

Башҡортостан Республикаһы законы тексы:

25.г) Урман-Бишҡаҙаҡ һәм Сәлих ауыл советтарын, "Урман-Бишҡаҙаҡ " атамаһын һаҡлап, административ үҙәген Урман-Бишҡаҙаҡта ҡалдырып, берләштерергә.

Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы составына Сәлих ауыл советының Сәлих, Әптек, Богдановка, Козловка һәм Яңы Ивановка ауылдарын индерергә. 
Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл советы сиктәрен тәҡдим ителгән һыҙма картаға ярашлы раҫларға. 
 Иҫәп мәғлүмәттәренән Сәлих ауыл советын төшөрөп ҡалдырырға;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]