Сәлих нефть ятҡылығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлих нефть ятҡылығы
53°30′00″ с. ш. 56°13′01″ в. д.[[Категория:Билдәһеҙ илдәр|]_type:landmark H]GЯO
Страна
РФ субъектыБашҡортостан
НедропользовательИшимбайнефть 
Тарихы
Асылған йылы1944 йыл 
Добыча
Балансовые запасы нефти0,323 
Рәсәй
Красная точка
Сәлих нефть ятҡылығы
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Сәлих нефть ятҡылығы

Сәлих нефть ятҡылығы — Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Сәлих ауылынан алыҫ булмаған нефть ятҡылығы.

1944—1960 йылдарҙа эшкәртелгән. Хәҙерге ваҡытта консервацияға ҡуйылған.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда асылған Ишембай нефть ятҡылығынан бик алыҫ булмаған нефть ятҡылығы. 1944 йылда Башҡортостандың элекке Маҡар (хәҙер Ишембай) районының Сәлих ауылы янында асылған.

1945 йылда ятҡылыҡ эшкәртелә башлай, 1960 йылдың август айында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса— май айында) был ятҡылыҡта нефть табыу эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Кинйәбулат тибындағы Ағиҙел уйпатлығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан ятҡылыҡ. Ул 6,5х1,5 км (башҡа мәғлүмттәр буйынса — 4,5х1,0 км) ҙурлығындағы брахиантиклиналь бөгөлөшкә тура килгән. Продуктлы горизонттың тәрәнлеге 620 м. Ҡабырғаларының текәлеге-15-20*. Нефть табыу түбән пермь ҡатлауының арти-һакмар ярусының ярғыланған эзбизташтарына бәйле.

Ишембай нефть ятҡылыҡтары төркөмөнә ҡарай.

Эшкәртелгән осорҙа 81 мең т нефть, 73 мең т эйәрсән пласт һыуы, 13 млн м3 шыйыҡлыҡта ирегән газ сығарылған. Барлығы 33 скважина бураулана, шуларҙың 10-нан нефть алына, 23 -разведка скважиналары. Сәлих ятҡылыҡтарында быраулау тығыҙлығы-25 скв/км2 була. Әлеге ваҡытта бөтә скважиналар ҙа алынған, урындарындағы торбалар ер өҫтөнән 1 м түбәнерәк итеп киҫеп, консервацияға ҡуйылған (дәүләт талаптарына ярашлы). Файҙалы ҡаҙылмаларҙың дәүләт балансында 2011 йылдың 1 ғинуарына С1 категорияһына ҡараған 0,323 млн т — геологик, 0,040 мең т- сығарып булған нефть иҫәпләнә. Лицензияланған участка майҙаны 5,4 км2 тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы (Башнедра) Кинйәбулат (Кинйәбулат ятҡылығы) һәм Сәлих (Сәлих ятҡылығы) участкаларында углеводород сеймалын разведкалау һәм сығарыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһында 2012 йылдың 5 июлендә аукцион үткәрергә планлаштырғайны[1], был аукцион һатып алырға теләүселәр булмау сәбәпле үтмәне.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембай районы

Ишембайнефть

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Управления по недропользованию по Республике Башкортостан (Башнедра). Дата обращения: 14 декабрь 2013. Архивировано 14 декабрь 2013 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геонедра.Салиховское месторождение.Башкортостан (недоступная ссылка)

Объекты учета Государственного кадастра месторождений и проявлений полезных ископаемых Информация об объекте учета государственного кадастра месторождений. Салиховское(недоступная ссылка)