Сәлишев Линир Ибраһим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Сәлишев Линир Ибраһим улы (14 июнь 1937 йыл — 11 апрель 2014 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1978—1998 йылдарҙа Федоровка районы «Пугачёв» совхозының баш агрономы. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Линир Ибраһим улы Сәлишев 1937 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1957 йылдан алып республика колхоздарында эшләй.

1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә һәм уны 1963 йылда тамамлап сыға. Артабан агроном булып эшләй башлай. 1972—1975 йылдарҙа Мораптал совхозының баш агрономы, 1978 йылдан алып Федоровка районының Пугачев совхозында эшләй.

Линир Сәлишев республикала беренсе булып 1962 йылда тупраҡты эрозияға ҡаршы эшкәртеү системаһын индерә һәм йыл һайын бөртөклөләрҙең һәр гектарынан 23-25 центнер, ә шәкәр сөгөлдөрөнең һәр гектарынан 220—230 центнер тотороҡло мул уңыш ала. Уның фәнни баҫмаларының төп йүнәлеше — тупраҡ эшкәртеү, бөртөклөләр һәм борсаҡ культураларын үҫтереү технологияһы.

Линир Ибраһим улы кукуруз культураһын эшкәртеү буйынса Совет-Австрия симпозиумында (Өфө, 1992) ҡатнашыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған агрономы (1997)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1986)

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почвозащитная система земледелия в совхозе «Пугачевский». Уфа, 1984.
  • Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозема. Уфа, 1993 (соавт).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]