Сәлмәнова Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәлмәнова Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 20 ноябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Арғаяш районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыка белгесе, фольклорсы
Эш урыны Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге)
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия академияһы[d]
Ойошма ағзаһы Рәсәй Композиторҙар союзы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәлмәнова Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы (рус. Сальманова Лилия Кутлухужевна; 20 ноябрь 1947 йыл), музыка белгесе, фольклорсы. Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы (2009), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лилиә Ҡотлоғужа ҡыҙы Сәлмәнова 1947 йылдың 20 ноябрендә Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Иҫке Әсән ауылында тыуған. 1974 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының тарих-теоретика-композиторлыҡ факультетын, 1979 йылда Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлай. 1979—1988 йылдарҙа Учалы музыка училищеһында уҡыта. 1989 йылдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклористика бүлеге ғилми хеҙмәткәре. 2009 йылдан — Рәсәй композиторҙар союзы ағзаһы[1].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ музыкаһы һәм этнография өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. 1970 йылдан республика райондары буйлап, шулай уҡ Һамар, Һарытау һәм Силәбе өлкәләре башҡорттары йәшәгән урындарҙа фольклор һәм комплекслы экспедицияларҙа ҡатнаша.

Башҡорт халыҡ музыкаһы тураһында монография мәҡәләләре һәм Башҡорт энциклопедияһында 20 материал авторы, бынан тыш, ул ғилми хеҙмәттәр йыйынтығында, күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығында, шулай уҡ Рәсәй ҡалаларында һәм сит илдәрҙә сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа 100-гә яҡын фәнни мәҡәлә авторы. «Башҡорт халыҡ оҙон көйҙәре» (2007) баҫмаһын төҙөүсе. С. Г. Рыбаковтың «Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары»[2] китабын яңынан баҫмаға әҙерләй[1][3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, милли традицияларҙы өйрәнеүгә һәм һаҡлауға өлөш индергәне өсөн).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]