Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы
Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 2 май 1923 |
Тыуған урыны | Түбәнге Ҡарамалы, Урта Ҡарамалы ауыл Советы (Йәрмәкәй районы), Йәрмәкәй районы, СССР |
Вафат булған көнө | 15 июнь 2023 (100 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | контрразведка |
Эш урыны | СССР Дәүләт именлеге комитеты |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәмиғуллин Кашшаф Әғлетдин улы (рус. Самигуллин Кашшаф Аглетдинович; 2 май 1923 йыл—15 июнь 2023 йыл) — именлек органдары ветераны, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2023). Генерал Шайморатов ордены кавалеры ().
Кашшаф Сәмиғуллин 42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаһы менән бүләкләнә. Актив йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм ветерандар хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының йәмәғәт ойошмаһының Почёт китабына индерелгән.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кашшаф Әғлетдин улы Сәмиғуллин 1923 йылың 2 майында Йәрмәкәй районының Түбәнге Ҡарамалы ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Кашшаф Әғлетдин улы бик иртә етем ҡала. Йәш ярымда әсәһе Фәтҡиә Әлимғол ҡыҙы вафат була, 1934 йылда атаһы тимер юлында юлбаҫарҙар ҡулынан һәләк була. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, район комсомолы тәҡдиме буйынса, ул Боғорослан педучилищеһына уҡырға китә. Беренсе курсты тамамлағас, ауыр матди хәле арҡаһында ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсергә мәжбүр була. ВЛКСМ-дың Йәрмәкәй район комитеты уға район ер бүлегенә эшкә урынлашырға ярҙам итә. Һуңынан ул район ЗАГС-ы бюроһы мөдире булып эшләй. 1940 йылда Иҫке Турай мәктәбенә өлкән пионервожатый булып эшкә урынлаша. 17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа китә[1].
Уны Краснохолмск хәрби-пехота училищеһына ебәрәләр, ә 1942 йылдың 15 майында Калинин фронтына — Ржев эргәһендә урынлашҡан 20-се армияға эләгә. Бында ул пулемёт расчеты командиры булып хеҙмәт итә. Кәмәләрҙә һәм һалдарҙа Вазуза йылғаһы аша йөҙөп сығып, десант полкының башҡа подразделениеларына кисеүҙе үтергә ярҙамлаша. Ҡаты бәрелештә яралана һәм контузия ала. Ете ай госпиталдә ята. 1943 йылдың февралендә уны II төркөм инвалиды тип таныйҙар[2].
1946 йылда Алма-Атала милиция мәктәбен уңышлы тамамлағас, ул Күксәтау өлкәһе Эске эштәр идаралығының бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегенең оператив вәкиле — тәфтишсеһе булып эшләй. 1947 йылдың майында Кашшаф Сәмиғуллин Башҡорт АССР-ыың Эске эштәр халыҡ комиссариатына (НКВД) күсерелә, унда 1951 йылға тиклем бандитизмға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләй. Бер нисә билдәле енәйәт эштәрен тикшереүҙә, сит ил разведкаһы агентын эҙләүҙә һәм егерменән ашыу хәүефле енәйәтсене, шул иҫәптән Ватанға хыянат итеүселәрҙе тотоуҙа ҡатнаша. Хеҙмәт юлын кесе лейтенант булып башлай, 1985 йылдың авгусында полковник дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыға[3].
2023 йылдың апрелендә ҡала советы депутаттары уға Өфөнөң почётлы гражданы исемен бирелә. Кашшаф Әғлетдин улы 2023 йылдың Өфө ҡалаһында вафат була[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кашшаф Сәмиғуллин 42 хөкүмәт һәм 34 ведомство наградаһы менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кашшаф Самигуллин. Прославленный ветеран, общественный деятель, благотворитель, Ветеран Башкортостана. 27 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Самигуллин Кашшаф Аглетдинович, Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. 27 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Поздравление ветеранов Великой Отечественной Войны воевавшие за свободу и независимость нашей Родины, Башкирский Научно-исследовательский центр по пчеловодству и апитерапии. 27 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Не стало легенды: в Уфе ушел из жизни 100-летний ветеран Великой Отечественной Кашшаф Самигуллин. ИА «Башинформ», 15 июня 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 май 2025)