Сәмәниҙәр мавзолейы
| Сәмәниҙәр мавзолейы | |
| үзб. Ismoil Somoniy maqbarasi | |
| Нигеҙләү датаһы | 892 |
|---|---|
| Кем хөрмәтенә аталған | Исмәғил Сәмәни |
| Дәүләт |
|
| Административ-территориаль берәмек | Бохара[1] |
| Мираҫ статусы | объект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d] |
| Указания, как добраться | “Xoʻja Gʻunjoriy” MFY, Somoniylar bogʻida |
| Иң тәүге яҙма ваҡыты | 890 |
![]() | |
Сәмәниҙәр мавзолейы (үзб. Somoniylar maqbarasi) — Бохараның (Үзбәкстан) тарихи үҙәгендә урынлашҡан сәмәниҙәр династияһы мавзолейы, IX—X быуаттар башында Исмәғил Сәмәни (892—907) осоронда төҙөлгән.
Мавзолей — Урта Азия монументаль архитектураһының иң боронғо ҡомартҡыларының береһе һәм донъя әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы[2]. Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған мемориаль ҡоролма тәүҙә ҙурыраҡ некрополь өлөшө булған, унан бер нәмә лә ҡалмаған (бәләкәй зыярат мавзолей тирәһендә 1930-сы йылдар аҙағына тиклем генә урынлашҡан). Әлеге ваҡытта мавзолей Бохара оазисында Сәмәниҙәр дәүеренән һаҡланып ҡалған берҙән-бер бина булып тора[3]. Был шулай уҡ тулыһынса яндырылған кирбестән төҙөлгән тәүге ҡоролмаларҙың береһе. Төрлө ваҡытта С. М. Киров һәм Сәмәниҙәр исемен йөрөткән мавзолей үҙәк ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан.
1993 йылда «Бохара ҡалаһының тарихи үҙәге» булараҡ ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Ҡаланың төп туристик иҫтәлекле урындарының береһе булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡала диуарҙары эсендә һәм Бохараның тарихи үҙәге эргәһендә меңәр йылдар элекке архитектура ҡомартҡылары һаҡланған, улар араһында иң боронғоһо — Сәмәниҙәр мавзолейы[4].
Мемориаль ҡәбер ҡоролмаларын төҙөү исламдың ҡайһы бер нормаларына ҡырҡа ҡаршы килә, әммә был тыйыу ғәрәп хәлифәһе әл Мөнтәсирҙең (861—862) ҡәбере өҫтөндә «рөхсәт ителгән» беренсе мосолман Ҡубба әс-Сулабиә мавзолейын төҙөү менән боҙола, һуңыраҡ бында тағы ике хәлифә: әл Мөтәи (866—869) һәм әл-Мөхтәди (869—870) — ерләнә[5], шунан һуң Ғәрәп хәлифәлеге составына ингән Яҡын һәм Яҡын Көнсығыштың бөтә исламлашҡан илдәрендә мавзолейҙар төҙөлә башлай[6] .
Мәүәрәннәһер хакимдары династияһының Сәмәниҙәр мавзолейы ла был йәһәттән ситтә ҡалмай[7]. Ерләү ҡоролмаһы, 1568—1569 йылдарҙа яңынан яҙылған ваҡыф грамотаһы буйынса, 868 йылда Исмәғил Сәмәни идара иткән осорҙа атаһы Әхмәт ибн Әсәдтең ҡәбере өҫтөндә төҙөлгән[8] [2].
Урта быуаттарҙа был һәм бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланмаған башҡа мавзолейҙар Сәмәниҙәр династияһының ҙур некрополе территорияһында урынлашҡан[9]. Династия ҡолау менән (999) некрополь майҙаны яйлап кәмей, мавзолейҙар емерелә, XVI—XVIII быуаттарҙа уның территорияһында ҡала торлаҡ райондары төҙөлә башлай. Иртә урта быуаттарҙа некрополь майҙаны Науҡанда, һуңыраҡ Сәхәр-гөмбәҙән (дүрт көмбәҙ) [10], ә һуңғы урта быуаттарҙа — Баһадур бей тип атала, ә Сәмәниҙәр мавзолейы Исмәғил Сәмәни мазары тип иҫәпләнә [11] . «Сәйли нау» (Яңы йыл) байрамынан һуң Исмәғил Сәмәни мазары янындағы зыяратта (шулай уҡ Чашма-Әйүп мазары янында) өс көнлөк «сәйли мазор» үткәрелә, был мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу төрө була, унда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша[12].
Сығанаҡтарҙы өйрәнеү әҙәбиәтендә кәшәнә районы Науҡанда урта быуат еренең төньяҡ өлөшө менән тоташа. 2010 йылғы "Бохара тарихы"ның комментарийында Науканданың төньяҡ өлөшөндә Сәмәниҙәр некрополе урынлашҡан тип билдәләнә, унан Исмәғил Сәмәни мавзолейы һаҡланып ҡалған[13].
XX быуат башына берҙән-бер һаҡланып ҡалған мавзолей тирәләй көнсығыш яғынан бер генә инеү урыны булған һәм бейек диуар менән уратып алынған бәләкәй генә зыярат ҡына ҡала. Бер нисә ярустағы күп һанлы ерләүҙәр иҫән ҡалған мавзолейҙы ышаныслы йәшергән, ул өлөшләтә тупраҡ менән ҡапланған ер аҫтында бер нисә быуат һаҡланған[14] [15] [16].

Мавзолейҙы тәүге тапҡыр 1924 йылда М. Гинцбург экспедицияһы тикшерә. Шул уҡ ваҡытта бинаның планы ла алына. 1925 йылда Боронғо ҡомартҡыларҙы һәм сәнғәтте һаҡлау буйынса Бохара ко комиссияһының ғилми секретары, Муса Юлдаш улы Сәйетжанов, тарафыанан бинаның япмаһын тергеҙеү ойошторола[17] [18] . 1926—1928 йылдарҙа үткәрелгән В. Л. Вяткиндың ҡаҙыу эштәре барышында некрополь эсендә бер нисә ерләү, шул иҫәптән Исмәғил Сәмәниҙең үҙенең дә ерләнеүе һаҡланғаны асыҡлана[19]. Шул саҡта некрополь бинаһының тағы ла боронғораҡ бинаның емереклектәре өҫтөндә торғаны асыҡлана, бәлки, ниндәйҙер кимәлдә ҡояш культы менән бәйле булыуы ихтимал.[19] [20]. 1928—1930 йылдарҙа мавзолейҙы П. С. Касаткин һәм Н. М. Бачинский өлөшләтә реставрациялай[17] .
Л. И. Ремпель М. Я. Гинзбург менән Б. П. Деникеҙан аҙ өйрәнелгән мең йыл элекке һәйкәл тураһында ҡайһы бер деталдәрҙе белә һәм 1935 йылдың яҙында үҙе шул саҡта эшләгән Бөтә Союз архитектура академияһының командировкаһы буйынса Бохараға бара. Үҙенең хәтирәләрендә ул түбәндәгеләрҙе яҙа:
Был ҡомартҡыны ташландыҡ зыяратта бер-береһенә өйөлгән ҡәбер склептары араһында таптым. Уның эргәһендә таш плитәләр менән көпләнгән ҙур булмаған һигеҙ ҡырлы һыу ятҡылығы урынлашҡан. Тегендә-бында емерелгән көмбәҙле ҡәберҙәрҙән урыны менән аяҡ һөйәге, баш һөйәге йәки кәфен ҡалдыҡтары һерәйеп тора. Ул ваҡытта бында аҙаҡ барлыҡҡа килгән күләгәле мәҙәниәт һәм ял паркы ла, һуңыраҡ барлыҡҡа килгән «Комсомол күле» лә юҡ ине. Шул саҡта, 1935 йылда, Сәмәниҙәр мавзолейы таҙартыуға мохтаж ине
.
| ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 602 рус. • англ. • фр. |
Сәфәр барышында Л. И. Ремпель алдан үлсәүҙәр үткәрә һәм ҡомартҡыны өйрәнә, һөҙөмтәлә 1936 йылда «Академия архитектуры» журналында баҫылған «Исмәғил Сәмәни мавзолейы» тигән мәҡәлә баҫылып сыға[21].
1937—1939 йылдарҙа мавзолей Б. Н. Засыпкин етәкселегендә ентекле тикшерелә һәм тергеҙелә. Ҡәберҙәре, кирбес көмбәҙ рәүешендә, бинаның бейеклегенең өстән бер өлөшөн тиерлек ҡаплаған зыярат юҡҡа сығарыла. Көмбәҙҙең тышҡы кирбес япмаһы һәм 1925 йылда көмбәҙ зенитындағы түңәрәк асыҡлыҡ өҫтөндә өҫтәлгән бәләкәй кирбес фонарҙан башҡа [10] [22] һуңғы өҫтәлмәләр алына. Тағы ике мавзолей нигеҙҙәре, ҡабартып һәм киҫеп эшләнгән IX быуат биҙәктәре менән тар һәм япма плиткалар табыла[21] . Был реставрация эштәре барышында, икенсе версия буйынса, 1940 йылда [21], мавзолейҙың төп инеү урыны өҫтөндә буйға бысылған бүрәнә, ишек ҡапҡасына сүкеп яһалған ҡаҙаҡ менән ҡаҙаҡланған артыштан таҡта табыла. Унда ғәрәп яҙмаһының өҙөгө һаҡланған: "… Нәср б. Әхмәт б. Исмәғил " — Исмәғил Сәмәниҙең ейәненең исеме, моғайын, емерелгән мавзолейынан ҡайтанан ерләү ваҡытында бында күсерелгән [23] .
СССР тарҡалып Үзбәкстан бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң мавзолей тирәһендә биләмә төҙөкләндерелә, һәйкәлдең көньяҡ-көнсығышында яһалма һыуһаҡлағыс — һауыз тергеҙелә [10]. 1993 йылда мавзолей ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[24].
Мең йылдан ашыу кәшәнә ҙур үҙгәрештәр кисермәгән, бинаның өҫкө өлөштәре, кирбестән йөҙләүҙең аҫты һәм ишектәрҙең өс дүртенсел колоннаһы ҡотолғоһоҙ юғалтыуҙарҙан зыян күргән[2].
Мавзолейҙың ниндәй дәрәжәлә булыуын беренсе фәнни датала билдәләү һәм асыҡлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет әҙәбиәтендә Сәмәниҙәр мавзолейы тураһында тәүге тапҡыр 1925 йылдың 4 майында Үзбәк ССР-ы Үҙәк башҡарма комитеты һәм Халыҡ комиссарҙары советы ҡарарында телгә алына. Был ҡарарға шул уҡ йыл аҙағында И. И. Умняков һылтана, ә 1926 йылда Б. Н. Засыпкин һәйкәлде телгә ала[17] .
Сәмәниҙәр мавзолейының тәүге тасуирламаһын Борис Петрович Денике бирә . 1927 йылда баҫылып сыҡҡан Урта Азия сәнғәте тураһындағы китабының иллюстратив бүлеген мавзолейҙың тышҡы һәм эске фотоһүрәттәре менән аса һәм уны X быуаттың беренсе яртыһы менән билдәләй. Шул уҡ йылда ул В. В. Бартольд китабында, риүәйәт буйынса, Сәмәниҙәр дәүеренә ҡарай тип телгә алына[17] .
Мавзолейҙың, үҙенең төҙөлөшө кеүек үк, Исмәғил Сәмәни хакимлыҡ иткән осорға ҡарағанлығы1926 йылға тиклем халыҡ йолаһына нигеҙләнгән. Был мәғлүмәттәр М. Ю. Сәйетйәновтың тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә фәнни дәлилләнә һәм академия фәнендә улар рус телендә баҫылып сыҡҡандан һуң таныла. Үҙенең тикшеренеүҙәрендә М. Сәйетйәнов, атап әйткәндә, ваҡыф уставтарына [17] һәм Сәмәниҙәр шәжәрәһенә [19] таянған.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Был Мавзолей төҙөлөшө Урта Азия архитектураһы үҫешендә яңы дәүерҙе билдәләй, ул ғәрәптәр был төбәкте яулап алғандан һуң тергеҙелә[25], фарсы телендә ғәҙәттә чахартаҡ тип атала — Сәмәниҙәрҙең сәсәниҙәр сығышлы булыуына һылтанма[26].
Бина тулыһынса яндырылған кирбестән төҙөлгән, был материал уның конструктив һәм техник үҙенсәлектәрен генә түгел, ә беренсел эстетик эффектын да билдәләй. Бинаның үлсәмдәре ҙур булмаған: 10,8 х 10,8 метр; фонарь менән дөйөм бейеклеге 15 метр, ә стеналары ҡалынлығы 1,8 метр. Бинаның күләм һәм киңлек составы куб формаһында, өҫкө өлөшөнә табан бер аҙ тарая, мөйөштәрендә дүрт бәләкәй көмбәҙле ҙур көмбәҙ ярымшары менән ҡапланған. Мавзолей планы буйынса квадрат формаһында. Бинаның яҡтылыҡ яғына йүнәлгән бөтә фасадтары ла бер тигеҙ, бер архитектура яғы ла төп тип билдәләнмәгән, был, үҙ сиратында, уның композицияһының үҙәк характерын билдәләй. Ҡәтғи симметрик булғанлыҡтан бина дүрт ниша инеү урынына, тышҡы мөйөштәренә төҙөлгән капителһеҙ өс сирек колонналарға эйә. Мавзолейҙың инеү урыны аркалары перспективала эскә ҡарай кәмей[27]. Инеу уйымдарының ҡапҡастары ағас урҙаларҙан эшләнгән, уларҙың бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып ҡалған береһендә куфи шрифты менән Исмәғил Сәмәниҙең ейәненең — Нәср ибн Әхмәттең исеме менән уйылған яҙыу табылған[14] . Көмбәҙҙәр һәм елкәндәр, аркаларҙың өҫтө ҡаймалары, колонналар, бордюрҙар, стеналарҙың эске һәм тышҡы яҫылығы кирбес менән биҙәлгән[2] [14] .
Кирбестән һәм һырлы балсыҡ гипстан ҡырҡылған биҙәүестәр аҙ күләмдә ҡулланылған[14] . Горизонталь һәм мөйөш аҫтына һалынған кирбес, кирбесте яҫы һәм вертикаль, диагональ һәм «шыршы» рәүешендә сиратлаштырыу, ҙур диск кеүек ҡырҡылған кирбес, дүрт япраҡлы розеткалар, фигуралы тәҙрә рәшәткәләре, кирбес һалыуҙың тәрәнләтелгән фонында ҡабарынҡы фигуралар — был материалдың виртуозлығы буйынса бындай фактура сифаттарын ул ваҡытта донъя архитектураһының башҡа бер ниндәй ҡомартҡыһы ла белмәй ине.[2] .
Интерьерында үтә күренмәле аркалар билбауынан торған көмбәҙ аҫты констуркциялары ярусы үҙенсәлекле, аркалары шулай уҡ асыҡ галереяға, йәки, икенсе төрлө әйткәндә, өҫкө урау коридорға уйымдар менән тоташҡан[14]. Ул периметры буйлап рельефлы кирбес таҫмалар менән уратып алынған аркалар менән ҡапланған уйымдарҙан тора. Акаларының аҫҡы өлөшөндәге тишектәре ҙур булмаған тәҙрә уйымдары, улар артында галерея[2] . Булатов М. С. мавзолейҙың асыҡ галереяһы прообразын ниндәйҙер « сәбаларҙың» мифик «Төп сәбәп ғибәҙәтханаһы» образында күрә, уның тураһында иҫке һәм ғилми булмаған сығанаҡта табылған ҡыҫҡаса телгә алыуҙы ул үҙенсә аңлата[28] [29]. Был фараздың яһалмалығы һәм дәлилдәрҙең булмауы уның тураһында етди фекер алышыу мөмкинлеген бирмәй [2] .
Мавзолейҙың көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә Исмәғил Сәмәниҙең ҙур һәм күп тапҡыр ремонтланған ҡәбер ташы урынлашҡан[14] [27] .
Кирбестән төҙөлгән һәм өҫтөнә көмбәҙ ҡуйылған портал-көмбәҙле мавзолейҙарҙың архитектура формалары тирмә төҙөлөшө принциптарына барып тоташа, улар тәүҙә төрөктәрҙең ҡурғандарында, һуңыраҡ ислам осоро мавзолейҙарында ҡулланыла [30][31]. Сәмәниҙәр мавзолейы урындағы сөғд төҙөлөшөнөң боронғо практикаһы менән бәйле, ул исламға тиклемге осорға барып тоташа, уның формалашыуы алдағы дәүерҙәрҙә була. Тромптарҙа көмбәҙ конструкцияһы[32], перспективалы-аркалы инеү урыны һәм асыҡ галерея мотивы, эскә беркетелгән өс дүртенсел мөйөшлө колонналар темаһы һәм эске колонкалар стиле, фриздар һәм кирбес менән төрлөсә һалынып яһалған архивольттар, терракот кирбестәр — былар барыһы ла боронғо сөғд архитектураһы ҡомартҡыларында күҙәтелә, уның традициялары менән Сәмәниҙәр дәүерендәге Бохара монументаль архитектураһы органик бәйле[2] [32].
Мавзолей диурҙарында билдәләр һәм символдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Үзбәк ғалимы Ш. С. Камолиддин был проекттың будда диненән килеп сығыуы тураһында ышандырғыс дәлилдәр килтерә[33]. Сәмәниҙәр мавзолейы диуарҙарындағы билдәләр бер-береһе эсенә беркетелгән квадраттарҙан һәм уртаһында түңәрәктән торған ҡатмарлы геометрик композицияны күрһәтә; улар будда-манихей мандалаһының махсус төрө булып тора, уларҙы будда символдары тип иҫәпләргә мөмкин. Мавзолей дөйөм планировкаһы, өҫтән ҡарағанда, будда-манихей мандалаһының теүәл репродукцияһы тип иҫәпләнә[20].
Халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Риүәйәттәр буйынса, Бохара халҡына хәҙрәт солтан тип билдәле Исмәғил Сәмәни, үлгәндән һуң да ил менән идара итә. Кешеләр, күрәһең, был риүәйәткә ысын күңелдән ышанған, сөнки уның үлеменә күп ваҡыт үткәс, икенсе көндө яуап алыу өмөтө менән мавзолейҙың көньяҡ яғындағы соҡорға яҙма үтенестәр ташлағандар, йәнәһе, был яуап уның төньяҡ яғында барлыҡҡа килә[10] . Икенсе риүәйәт буйынса, һуңыраҡ Исмәғил Сәмәни, мавзолейға килгән ике кеше уны алдарға маташҡандан һуң, үҙенең хакимлығынан баш тарта. Әммә XX быуат башына тиклем ғәфү итеү тураһында хат яҙып, ҡәбер итәгенә ҡуйһаң, үтенес үтәләсәк һәм яуапты, асыҡ иманлы тәҡүә кеше тапшырһа, яҙма рәүештә алырға мөмкин тигән хөрәфәт һаҡлана[34].
Филателияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1966 йылда СССР почта маркаһында Сәмәниҙәр мавзолейы һүрәтләнгән[35].
- СССР почта маркаһы, 1966
- Узбәкстандың почта маркаһы, 2003
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
- 1 2 3 4 5 6 7 8 Хмельницкий, 1992, p. 125—140
- ↑ Шишкин, 1936, p. 33
- ↑ Корнилов, 1936, с. 62—64
- ↑ Святые места Бухары. Мазар Хазрат Имам. Idmedina.ru. Дата обращения: 15 февраль 2020. Архивировано 10 март 2011 года.
- ↑ Пугаченкова, 1962
- ↑ Пугаченкова, 1962, p. 47—53
- ↑ Булатов, 1976, p. 12—13
- ↑ Мирзаахмедов, 1984, с. 221—237
- 1 2 3 4 Архитектурная эпиграфика Узбекистана. Бухара, 2016
- ↑ Сухарёва, 1976, с. 132—133
- ↑ Ремпель, 1981, с. 64
- ↑ Наршахи, 2010, с. 418
- 1 2 3 4 5 6 Архитектурная эпиграфика Узбекистана. Бухара, 2016, p. 53—64
- ↑ Ettinghausen, 2003
- ↑ Старр, 2017, p. 236—237
- 1 2 3 4 5 Ремпель, 1981, с. 17
- ↑ Саиджанов, 2005, с. 3—19
- 1 2 3 Булатов, 1976
- 1 2 Камолиддин, 2009, с. 49—61
- 1 2 3 Ремпель, 1981, с. 18
- ↑ Хмельницкий, 1992
- ↑ Архитектурная эпиграфика Узбекистана, 2022
- ↑ Всемирное наследие ЮНЕСКО. Узбекистан. Photochronograph.ru. Дата обращения: 20 января 2020. Архивировано 8 июня 2017 года.
- ↑ Михаилидис, Мелани (2012). «Серебро Саманидов и торговля вдоль Мехового пути». Средневековые встречи. С. 315—338.
- ↑ Михаилидис, Мелани (2014). «Династическая политика и мавзолей Саманидов». Ars Orientalis. С.20-39.
- 1 2 Пугаченкова, 1949, p. 12—14
- ↑ Булатов, 1976, p. 78
- ↑ Булатов, 1976, p. 81
- ↑ Пугаченкова, 1965, p. 129—131
- ↑ Камолиддин, 2009
- 1 2 Воронина, 1973, p. 39—43
- ↑ Старр, 2017
- ↑ Сухарёва, 1976
- ↑ Каталог почтовых марок России и СССР. Каталог почтовых марок России и СССР. https://stamprus.ru/. Дата обращения: 10.07.21. Архивировано 27 июня 2021 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бухара // Архитектурная эпиграфика Узбекистана / Абдухаликов Ф. Ф. — Т. : Uzbekistan today, 2016.
- Бухара // Архитектурная эпиграфика Узбекистана / Абдухаликов Ф. Ф. — Т. : Ўзбекистон
миллий медиа ассоциацияси, 2022.
- Булатов М. С. Мавзолей Саманидов — жемчужина архитектуры Средней Азии. — Т. : Издательство литературы и искусства им. Гафура Гуляма, 1976.
- Воронина В. Л. Искусство Средней Азии и Казахстана // История искусства народов СССР. — М. : Изобразительное искусство, 1973.
- Камолиддин Ш. С. Символика Саманидов // Asiatica: Труды по философии и культурам Востока. — 2009.
- Корнилов П. Е. Архитектурные памятники Бухары // Архитектура СССР. — 1936.
- Мирзаахмедов Д. К. К изучению исторической топографии Бухары района мавзолея Саманидов // История материальной культуры Узбекистана. — 1984.
- Наршахи, Абу Бакр Мухаммад ибн Джа‘фар. Та’рих-и Бухара. История Бухары / Перевод, комментарии и примечания Ш. С. Камолиддина; археолого-топографический комментарий Е. Г. Некрасовой. — Москва; Ташкент : SMI-ASIA; МИЦАИ, 2010.
- Пугаченкова Г. А. Архитектурный генезис мавзолея Саманидов // Общественные науки в Узбекистане. — 1962.
- Пугаченкова Г. A. Бухара. (Узбекистан). (Серия «Сокровища зодчества народов СССР»). — М. : Академия архитектуры СССР, 1949.
- Пугаченкова Г. A. История искусств Узбекистана с древнейших времён до середины девятнадцатого века. — М. : Искусство, 1965.
- Ремпель Л. И. Далекое и близкое. Бухарские записи. — Т. : Из-во литературы и искусства им. Г. Гуляма, 1981.
- Саиджанов М. Ю. Город Бухара и его старинные здания // Рабочие документы ИФЕАК. — 2005.
- Старр С. Ф. Утраченное Просвещение: Золотой век Центральной Азии от арабского завоевания до времени Тамерлана. — М. : Альпина паблишер, 2017.
- Сухарёва О. А. Квартальная община позднефеодального города Бухары. — М. : Наука, 1976.
- Хмельницкий С. Г. Между Арабами и Тюрками. Раннеисламская архитектура Средней Азии. — Берлин—Рига : GAMAJUN, 1992.
- Шишкин В. А. Архитектурные памятники Бухры. — Т. : Наука, 1936.
- Ettinghausen, Richard. Islamic Art and Architecture, 650—1250. — Нью-Хейвен : Yale University Press, 2003.
