Сәнғәт фәне

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Джорджо Вазари
Иоганн Иоахим Винкельман 

Сәнғәт фәне— сәнғәтте (башлыса һынлы, биҙәү-ҡулланма һәм архитектура) өйрәнеүсе фәнни дисциплиналар комплексы. Күп кенә ғалимдар сәнғәт фәне (ғилеме) һәм сәнғәт белеме төшөнсәһен бүлеп ҡараусан. Шуға күрә классик сәнғәт фәненең төп жанры формаһы булып дөйөм сәнғәт тарихы тора. Был фәнни дисциплина предметы сиктәрендә әҫәрҙәрҙең асылыу, уларҙы өйрәнеү, атрибуциялау һәм алдан классификациялау (йәғни объектлы ҡарау) мәсьәләләре сиселә. Сәнғәт фәне үҙ эсенә дөйөм сәнғәт тарихы, сығанаҡтарҙы белеү һәм историография, иконография, биобиблиография, әҙәби әҫәрҙәрҙе атрибуциялау, археология һәм сәнғәт хронотопологияһын алып тора.

Сәнғәт белеме сәнғәт фәненән төшөнсәләрҙең абстрактлығы, уларҙың киңлеге, аналитиклығы, синтезға ынтылышы, теоретик моделдәр төҙөү, гипотеза, концепциялар ҡуйыу менән айырылып тора. Сәнғәт белеме өлкәһенә сәнғәт морфологияһын, философияны, сәнғәт  психологияһын (шул иҫәптән ҡарап аңлау-үҙләштереү психологияһын), иконологияны, композиция теорияһын һәм сәнғәттең төрлө төрҙәрендәге форма яһауҙы, музеологияны, композиция методикаһын, проектлау һәм моделдәр әҙерләүҙе, гармония теорияһын һәм пропорциялауҙы, антропометрияны индерәләр. Уның айырым тармаҡтарын әҙәби тәнҡит, эссеистика һәм публицистика, экскурсия, ағартыу эшмәкәрлеге һәм лекциялар, сәнғәт тураһындағы популяр әҙәбиәт, кураторлыҡ, арт-дилер, аукциондар һәм башҡа коммерция эшмәкәрлеге тәшкил итә. Шуға ярашлы сәнғәт белеме киң спектрлы тикшеренеү алымдарын һәм методтарын ҡуллана. Философияның, имплицит һәм   эксплицит эстетиканың (сәнғәттең дөйөм методологияһы булараҡ) һәм культурологияның сиктәрен билдәләү хәҙерге ваҡытта бик мөһим мәсьәлә булып тора. Шул уҡ ваҡытта киң трансморфологиялы концепциялар һәм  бер-береһе менән бәйле дисциплиналар тенденцияһы күҙәтелә.

Сәнғәт теорияһын булдырыуға ынтылыш антик дәүерҙә, мәҫәлән, Платон һәм Аристотель тарафынан, күрһәтелә. Антик ғалимдарының хеҙмәттәрендә сәнғәт буйынса ғәмәли етәкселек (Витрувийҙың шаһитнәмәһе) һәм сәнғәт ҡомартҡыларын тасуирлау (Павсаний, Өлкән Филострат) осрай. Антик сәнғәт буйынса киң трактатты Өлкән Плиний яҙған. Яңы дәүер осоронда был йүнәлештә байтаҡ хеҙмәттәр яҙыла. Башта ул рәссамдарҙың биографияларынан ғибәрәт була. Иң сағыу миҫал — Джорджо Вазариҙың (1550) «Жизнеописания наиболее знаменитых живописцев, ваятелей и зодчих » китабы.

Сәнғәт әҫәрҙәрен системалы өйрәнеүсе үҙаллы фән тармағы сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде. Был предмет буйынса тәүге хеҙмәттәрҙең береһе — И. Винкельмандың «История искусства древности»(1764). Сәнғәт фәне үҫешенә ҡиммәтле өлөш индергән Көнбайыш Европа XVIII быуат мәғрифәтселәре — Дени Дидро, Г . Э. Лессинг һәм башҡалар.

XIX—XX быуаттарҙа сәнғәт фәне киң үҫеш ала, был фәндә төрлө мәктәптәр һәм бер нисә йүнәлеш формалаша. Сәнғәт фәне өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе  Якоб Буркхардт  (Швейцария), Вильгельм Любка, Алоиз Ригель, Генрих Вельфлин, Антон Шпрингер, Карл Верман (Германия), Эжен Виолла-ле-Дюк, Гастон Масперо (Франция), Аби Варбург, Ганс Зедльмайр һәм башҡа күптәр алып барған.

Рәсәй Дәүләт белем биреү стандарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә юғары профессиональ белем биреүҙең дәүләт белем биреү стандарттары индерелә, 020900 һөнәр — «Сәнғәт фәне», квалификацияһы — «Сәнғәт белгесе». Рәсәй федерацияһы Мәғариф министрлығының 2000 йылдың 2 мартындағы № 686 бойороғо буйынса был стандарттарҙың 1.3.2. п. ярашлы сәнғәт белгесенә  ғилми эшмәкәрлек, уҡытыусы, музей хеҙмәткәре, китапханалар, архивтар эшмәкәре, консультант һәм эксперт булып эшләргә мөмкин. Төп белем биреү программаһын үҙләштереү осоро көндөҙгө уҡыу буйынса 260 аҙна тәшкил итә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Список искусствоведов России
  • Музыковедение

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]