Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Сәнә Сабирйәнова битенән йүнәлтелде)
Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы
Тыуған көнө

3 декабрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (84 йәш)

Тыуған урыны

БАССР, Салауат районы, Арҡауыл ауыл

Ғилми даирәһе

телсе-диалектолог, тәржемәсе

Эшләгән урыны

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Сабирйәнова Сәнә Ғәфүр ҡыҙы (3 декабрь 1939 йыл) — ғәлим-телсе-диалектолог, тәржемәсе, йәмәғәтсе. 1963—1994 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. Салауат районына һәм уның арҙаҡлы шәхестәренә арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010) исемле китап-белешмәнең автор-төҙөүсеһе, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәнә Ғәфүр ҡыҙы Сабирйәнова 1939 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1957 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Учалы районы күсмә судында секретарь булып эшләй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ ғилми тикшеренеүҙәргә ылыға башлай, бигерәк тә ерле һөйләштәрҙе өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бирә. СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдәре тарафынан башҡорт һөйләү телен тикшереү өсөн материалдар йыйыу буйынса ойошторған диалектологик экспедицияларында ҡатнаша. Ғилми тикшеренеүҙәргә ныҡлы ҡыҙыҡһыныу күрһәткән әүҙем йәш белгес университетты тамамлағас та Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә саҡырыла һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо фәнни учреждениелә ғилми хеҙмәткәр вазифаһын фиҙакәр башҡара. Ул күп һанлы фәнни экспедияларға сыға һәм уларҙа йыйылған бай фактик материал нигеҙендә башҡорт теленең диалектологик һүҙлектәренең 1962, 1967 һәм 1973 йылдарҙа баҫылып сыҡҡан өс томын әҙерләүҙә турана-тура ҡатнаша. Шулай уҡ башҡорт теле диалекттарының 2002 йылда «Китап» нәшриәтендә донъя күргән Йыйылма һүҙлеген төҙөүселәрҙең дә береһе була.

1973—1993 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан төҙөлгән Башҡорт теленең диалектологик атласын әҙерләүҙә иң әүҙем эшләүселәрҙең береһе була. Был осорҙа шулай уҡ Төрки телдәре атласы һәм Европаның лингвистик атласы ла тулыһынса тамамланып нәшер итеүгә тапшырыла һәм Финляндияла баҫтырылып сығарыла. Был оло мәғлүмәтле һәм ғилми нигеҙле хеҙмәттәр өсөн башҡорт теле буйынса бар материалдарҙы Сәнә Сабирйәнова йыя һәм тотошлайы менән әҙерләй. Бынан тыш институттың ғилми йыйынтыҡтарында, республиканың гәзит һәм журналдарында башҡорт диалектологияһының күп яҡлы мәсьәләләренә бағышланған күп һандағы фәнни һәм фәнни-популяр мәҡәләләр менән сығыш яһай. Мәҫәлән, башҡорт тел һөйләштәрендә туғанлыҡты аңлатҡан терминдарға, аҙыҡ-түлек атамаларына, ритуал һәм йола ашамлыҡтары исемдәренә арналғандары әле лә әүҙем ҡулланылышта, һәм белгестәр улар тураһында тик ыңғай фекер белдерә. Авторҙың башҡорт халҡының аш-һыу һәм туҡланыу йолалары хаҡында донъя күргән ике китабы бик тиҙ арала таралып бөттө.

1995—1998 йылдарҙа «Заман-Башҡортостан» гәзитендә баш мөхәррир булып эшләй. Материалдары дүрт телдә — башҡортса, русса, татарса һәм төрөксә донъя күргән был баҫманы уҡымлы итеү өсөн ул күп тырышлығын һәм белемен һала. Аҙаҡтан «Рисәләт» тип исемләнгән мосолман гәзитенең тәүге мөхәррире бурыстарын намыҫ менән еренә еткереп башҡара. Был осорҙа шулай уҡ тәржәмә һәм китаптарҙы мөхәррирләү менән дә әүҙем шөғөлләнә.

Сәнә Сабирйәнованың ныҡлы тырышлыҡ һалған һәм уға бар яҡташтарының оло рәхмәтен килтергән төп хеҙмәте — үҙенең тыуған төйәге Салауат районына арналған «Земля салаватская, земля батыра» (2010 йыл) тигән китап-белешмә. Ул — был баҫманың автор-төҙөүсеһе. Китапта район, уның тәбиғи ҡомартҡылары, Ватан азатлығы өсөн яу сапҡан батырҙары, төрлө йылдарҙағы хеҙмәт алдынғылары һәм күренекле шәхестәре, ғөмүмән, Салауат ере хаҡында бай материал тупланған. Киң ҡатлам уҡыусыға иҫәпләнгән белешмәнең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Төҙөүсе-автор тарафынан ифрат ҙур эш атҡарылған. «Йүрүҙән» гәзите билдәләүенсә, алты йыл буйына бөртөкләп йыйылған ҡулъяҙмаларҙы мөхәррирләп һәм тикшереп-төҙәтеп бер бөтөн хасил итеү, нәшерләү Сәнә Ғәфүр ҡыҙының күп хеҙмәтен һәм ваҡытын талап иткән. Был китап өсөн Сәнә Сабирйәнова 2012 йылда Салауат районы хакимиәте һәм райондың «Йүрүҙән» гәзите үҙҙәренең бөйөк яҡташтары иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында 1997 йылда булдырған һәм биш йылға бер тапҡыр бирелә торған Рәми Ғарипов исемендәге премияһына лайыҡ булған. Авторға был мәртәбәле бүләк халыҡ шағирының тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған тантана ваҡытында Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа тапшырылған.

Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәнә Ғәфүр ҡыҙы әүҙем тормош һәм ижади эшмәкәрлек менән йәшәүен дауам итә. Ул үҙенең тыуған төйәге, Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала һәм райондарында йәшәүсе яҡташтары менән дә бәйләнештәрен бер ҙә һыуытмай. Баш ҡалабыҙҙа сирек быуатҡа яҡын әүҙем эшләп килгән «Салауаттар» республика яҡташтар йәмғиәтендә Сәнә Сабирйәнова сәркәтип вазифаһын башҡара. Бышан тыш төрлө гәзит һәм журналдарҙа халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары, Салауат районының данлыҡлы шәхестәре тураһында даими рәүештә мәҡәләләр баҫтыра.

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йолаларҙа аш-һыу. / С. Ғ. Сабирйәнова. — Өфө: Китап, 2008.
  • Башҡорт һөйләштәрендә ашамлыҡ исемдәре. / С. Ғ. Сабирйәнова. — Өфө: Китап, 2009. — 112 бит.
  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)

Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (2012).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]