Сәсәниә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәсәниә
Исеме:

Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы

Тыуған көнө:

27 август 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

БАССР, Маҡар районы[1] Маҡар ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Дебют:

«Рәхмәт һүҙе» (1983)

Премиялары:

Ғәли Ибраһимов исемендәге премия (1999)

Сәсәниә, Сәсәнбаева Эльмира Йыһанбай ҡыҙы (27 август 1950 йыл) — башҡорт шағиры, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эльмира Йыһанбай ҡыҙы Сәсәнбаева 1950 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Тарих, антропология, биология, химия, физика һ.б. фәндәр буйынса өйҙәрендә булған бихисап китаптарҙы уҡып, үҙләштереп үҫә буласаҡ шағир. Уның шәхес булараҡ формалашыуына ата-әсәһе, яратҡан уҡытыусылары, мәктәбе, тыуған ауылы ифрат күпте бирә. Мәктәпте тамамлағас, геология разведкаһында эшләп алыуы ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары, минералдар тураһында белемен тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә. 1972—1980 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһендә эшләй.

1992 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ижадҡа ул 29 йәшендә генә килә. Уның «Рәхмәт һүҙе» тип исемләнгән тәүге китабы 1983 йылда донъя күрә.

1990 йылда "Илгиҙәр"е менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрә. Ошо йылдарҙа Сәсәниә ырыуҙар хәрәкәтен үҫтереүҙә яҡындан тороп ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт театрын булдырыуҙа, ҡала мәктәптәрендә тәүге башҡорт синыфтарын астырыуҙа ла уның тос өлөшө бар.Ҡалала БИПКРО филиалы асылғас, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу курстарында тарих-мәҙәниәт-әҙәбиәт буйынса лекциялар уҡый. Ҡала башҡорттарының «Аманат» халыҡ үҙәгендә милли ойошоу мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә тәүгеләр сафында була. «Ашҡаҙар» ҡала гәзитендә тарих буйынса мәҡәләләр менән, Башҡортостан радиоһы аша ялҡынлы, көнүҙәк темаларға сығыш яһауҙары менән дә ул Сәсәниә тигән исемен нығытты, сөнки кешелек ғүмеренә, ер-ил яҙмышына шағирә бер ҡасан да битараф була алманы.

1997 йылда «Моң Тәңре» тип аталған шиғри йыйынтығы баҫыла. Ошо китабы менән шиғри мәҙәнилекте үҫтереүселәрҙең береһе тип атап була Сәсәниәне. Уның жанрҙар, формалар өләкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрен ҡыйыу һәм уңышлы эксперимент тип таныйҙар. Аҡ шиғыр, сонет — Көнсығыштан килгән робағи, ғәзәл формаларын да яратып, үҙ итеп ҡарай шағирә. Был китабында автор экологик, әхлаҡи, социаль проблемаларҙы күтәреп сыға . Басир Мәһәҙиевтың «Уралымдың ғәжәп төҫтәре»(1999 й.) тип аталған мөғжизәле таштар донъяһы серҙәре тураһындағы альбом-китапта уның шиғырҙарының да башҡорт-рус-инглиз телендә баҫылыуы иғтибарға лайыҡ.

2008 йылда сыҡҡан «Шиғырҙар» йыйынтығында ғүмер һәм тәбиғәт, күңел һәм рухиәт хаҡындағы әҫәрҙәре тупланған. Замандың көнүҙәк проблемаларын күтәргән тәрән фәлсәфәүи лирикаһы уҡыусыһын уйландырып ҡына ҡалмай, унан шәхес төҙөй.

Публицистикаһы менән бер ҡатарҙан уның этнография, культурология өлкәһендәге фәнни хеҙмәттәре лә иғтибарға лайыҡ. Ғилем юлында ул үҙенең остаздары итеп Рәшит Шәкүрҙе һәм Йыһат Солтановты атай.

2014 йылда баҫылған «Ҡобайыр ҡатламдары» исемле фәнни-популяр китабында автор Боронғо Азия, Көньяҡ Америка илдәре тарихы, мифологияһын тикшереп, башҡорт халҡы менән уртаҡлыҡтарын барлығын күҙәтә, сағыштырыуҙар үткәрә.

Элмира Сәсәнбаева бөгөнгө көндә лә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В. И. Ленин исемендәге 2-се башҡорт лицей-интернаты, 3-сө башҡорт лицей-интернаты, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары, Абдулҡадир Иман исемендәге ҡала китапханаһы, «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһы коллективтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй һәм ижад итә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәсәниә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.