Сәтләүек йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Горіховий дім
Ореховый дом
Сәтләүек йорто
Тип

коммерцияға ҡарамаған ойошма

Нигеҙләү йылы

2011

Нигеҙләүселәр

Юрий Лопатинский, Остап Онышко и «Народная помощь»

Урыны

Львов, Украина

Эшмәкәрлек өлкәһе

кондитер изделиелары етештереү даирәһендә социаль эшҡыуарлыҡ

Сәтләүек йорто (укр. «Горіховий дім») — социаль икмәкхана, Львов ҡалаһында урынлашҡан. 2011 йылдың июлендә «Народна допомога» («Халыҡ ярҙамы») йәмәғәт ойошмаһы базаһында барлыҡҡа килә, хәҙер айырым предприятие булып эшләй. Украин, итальян һәм немец рецептары буйынса печенье, сырник, күмәс, бублик һәм башҡа төрлө ҡамыр аҙыҡтары етештерә. Ризыҡ һатыуҙан килгән аҡсаны икмәкхана Львов ҡатын-ҡыҙҙар интеграцияһы үҙәгенә күсерә. Үҙәк төрлө сәбәп менән урамда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итә (гранттарға асылған үҙәктә 12 ҡатын-ҡыҙ йәшәй)[1][2][3][4][5][6][7].

Икмәкхана үҙенең производствоһында буяуҙар, еҫ өҫтәгестәр, эмульгаторҙар ҡулланмай, тәбиғи продукттар кимәленә сығырға тырыша, шунлыҡтан уның продукцияһы икмәк заводтарында етештерелгән шундай уҡ аҙыҡ төрҙәренә ҡарағанда ҡиммәтерәк. Башта урындағы кафелар, кондитер магазиндары икмәкхана клиенттары була, яйлап продукция магазиндар аша һатыла башлай (күмәстәрҙең бер аҙын икмәкхана үҙе бинаһын ҡуртымлаған тегеү фабрикаһы территорияһында һата). Бер аҙҙан икмәкхана Баҙар майҙанында, Бандинелли һарайы эргәһендә, үҙенең сауҙа нөктәһен аса, шулай уҡ тауарҙы өйгә илтеп биреү хеҙмәтен дә аса. Эшләй башлағандан һуң оҙаҡ та үтмәй, «Сәтләүек йорто» килемгә сыға[1][8][9].

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ышыҡ биреү үҙәгенән тыш, икмәкхана «Халыҡ ярҙамы» йәмәғәт ойошмаһының «Социаль такси» тигән хеҙмәтен дә (сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, инвалид пассажирҙарҙы ташыу) аса. «Халыҡ ярҙамы» ойошмаһы икмәкханала, үҙ йортонда көс ҡулланыуҙан йә берәҙәклек итеүҙән ҡотҡарылып, социаль реабилитация үтеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы һөнәргә өйрәтеүҙе атҡара (теләге булһа, был ҡатын-ҡыҙҙар икмәкханала профессиональ икмәк һалыусыларға ярҙам итә ала)[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 "Горіховий дім" – львівське печиво зі смаком добра (билдәһеҙ). Твоє Місто. Дата обращения: 28 май 2015.
  2. 2,0 2,1 ГО «Народна допомога» та соціальна пекарня «Горіховий дім» (Львів) (билдәһеҙ). Соціальне підприємництво в Україні. Дата обращения: 28 май 2015.
  3. «Ми печемо більше печива, щоб створювати додаткові робочі місця» (билдәһеҙ). Велика Ідея. Дата обращения: 28 май 2015.
  4. Печиво від Соціальної пекарні “Горіховий дім” (билдәһеҙ). Open Lviv. Дата обращения: 28 май 2015.
  5. Горіховий дім (билдәһеҙ). Родинний центр "Мацьопа". Дата обращения: 28 май 2015.
  6. Соціальна пекарня «Горіховий дім» (билдәһеҙ). Запорожский городской портал. Дата обращения: 28 май 2015.
  7. Соціальна пекарня "Горіховий дім" (билдәһеҙ). Creative Cities в Україні. Дата обращения: 28 май 2015.
  8. Печиво будеш? У Львові можна замовити випічку додому (билдәһеҙ). Львівський споживчий онлайн-журнал. Дата обращения: 28 май 2015.
  9. У Львові можна скуштувати Добру справу (билдәһеҙ). Портал громадських організацій Львова – NGO. Дата обращения: 28 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]