Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1904
Тыуған урыны Муса, Яңы Байрамғол ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)

Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы рус.  Сафиуллин Нигамат Сафиуллович (Сафиевич) 1904 йыл — ?) — легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) менән бүләкләнгән (1942).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы 1904 йылда хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы Муса ауылында тыуа. 1941 йылда Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Служил сабельником, красноармейцем взвода противотанкового ружья 2-го эскадрона 112-се кавалерия дивизияһы 313-сө кавалерия полкының 2-се эскадронында танкҡа ҡаршы ҡорал взводы ҡыҙылармеецы, ҡылыссы булып хеҙмәт итә[1].

Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы һуғышта үҙен ҡурҡыу белмәҫ яугир итеп күрһәтә, һәр ваҡыт эскадрон алдында була, немец оккупанттарын винтовкаһы менән юҡ итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Унға яҡын дошман һалдатын юҡ итә, һуғыш яланынан күп яралы яугирҙарҙы, шул иҫәптән 294-се кавалерия полкының штабы начальнигы майор Юренконы ла алып сыға. 1942 йылдың 31 июлендә ҡыҙылармеец Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы подразделениеның 68/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2].

1943 йылдың 12 июнендә ҡыҙылармеец Сәфиуллин Ниғәмәт Сәфиулла улы алыштарҙың береһендә ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Госпиталдән сыҡҡас һуғышҡа яраҡһыҙ тип табыла һәм запасҡа сығарыла[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 75, ящик 28
  • ЦАМО (военно-медицинских документов) Раздел: Свидетельства о болезни Название фонда: Картотека ранений