Сәфәрова Елена Владимировна
Сәфәрова Елена Владимировна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 23 март 1975 (45 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Тверь |
Һөнәр төрө | биатлонист |
Спорт төрө | Биатлон |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәфәрова Елена Владимировна (1975 йылдың 23 мартында Калинин ҡалаһында тыуған) — совет һәм рәсәй биатлонсыһы. Рәсәй чемпионы. Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм күнекмәләргә йөрөй. Хәҙер Ханты-Мансийск ҡалаһында йәшәй.
Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, донъя чемпионаттары призёры, ике тапҡыр Европа чемпионы, Универсиада еңеүсеһе.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Елена Владимировна Сәфәрова 1975 йылдың 23 мартында Калинин (Тверь) ҡалаһында тыуған. Сығышы менән хәҙерге Тверь өлкәһенең Ржев ҡалаһынан. Совет һәм рәсәй биатлонсыһы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
Биатлон буйынса Өфөләге Олимпия резервының балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Буйы 168 см, ауырлығы — 64 кг.
Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1995).
1996—2002 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр (1997) һәм биатлон (2001) буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы менән бүләкләнеүсе (2003).
- Бөтә донъя Универсиадаһы еңеүсеһе — 3х7,5 км эстафетаһында (2001)
- Донъя чемпионатының Бронза призёры — 3х6 км эстафетаһында арчери-биатлон буйынса (1998)
- Донъя чемпионаты призёры — 4х4 км эстафета-кросында йәйге биатлон буйынса (1998)
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2003 йылдың 17 ғинуары)[1]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 января 2003 года № 43(недоступная ссылка)