Сәфәрғәлина Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы
Сәфәрғәлина Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы | |
Гражданлыҡ |
СССР РСФСР Башҡорт АССР-ы Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Тыуған көнө | 15 апрель 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Мөсәт, Иҫке Собханғол ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | табип |
Уҡыу йорто | БДМУ |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сәфәрғәлина Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы (15 апрель 1940 йыл) — табип, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995)
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы Сәфәрғәлина 1940 йылдың 15 апрелендә БАССР-ҙың Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында тыуған.
1947 йылда Иҫке Мөсәт башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. Артабан Яңы Собханғол ете йыллыҡ һәм Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә белем ала. 1959 йылда 1-се Өфө медицина училищеһын, 1959 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.
- Хеҙмәт юлы
- Яңы Собханғол фельдшерлыҡ пункты мөдире — (1959—1963)
- Бөрйән район үҙәк дауаханаһы табип-терапевы — 1969 йылдан
Бөрйән дауаханаһында эшләү дәүерендә (45 йылдан ашыу) Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы стационарҙың терапия бүлеге мөдире һәм функциональ диагностика табибы вазифаларын биләй, 1974—1987 йылдарҙа дауахана партия ойошмаһын етәкләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995)
- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы (2005)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улы
- 6 апрель 2020[1]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сафаргалина Ляля Зайнетдиновна // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 464. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.