Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 7 октябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Шишмә районы, Сыуалкип ауыл Советы, Иҫке Муса
Һөнәр төрө партия эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы (рус. Сахабутдинов Занфир Абзалович) (7 октябрь 1951 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сәхәбетдинов Зәнфир Абзал улы 1951 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Иҫке Муса ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарына саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ВЛКСМ-дың Шишмә районы «Коммунизм» колхозы комитетында секретарь була. 1976 йылда институтты тамамлағас, Стәрлетамаҡ һәм Шишмә районы хужалыҡтарында баш агроном булып эшләй. 1983—1985 йылдарҙа — «Смычка совхозы» партком секретары. 1985 йылдан — «Урал» колхозы рәйесе. 1991 йылдан — Шишмә районы «Коммунизм» колхозы рәйесе. [1]

Шишмә районы 273-сө Ибраһим һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының аҙыҡ-түлек һәм аграр мәсьәләләр буйынса комиссия ағзаһы. [2]

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]