Эстәлеккә күсергә

Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова
Тыуған көнө

7 ғинуар 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Үрге Ҡыйғы ауылы

Вафат көнө

2 март 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (93 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан, Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

архитектура, инженерия

Эшләгән урыны

Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Архитектура эштәре буйынса идаралығы

Альма-матер

В. В. Куйбышев исемендәге РККА Хәрби инженерҙар академияһы

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1967

Сәхәүетдинова Мәстүрә Низам ҡыҙы (7 ғинуар 1903 йыл2 март 1996 йыл) — инженер‑архитектор, дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ында ҡатын-ҡыҙҙарҙан тәүге халыҡ комиссары. 1936 йылыдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993).

Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова 1903 йылдың 7 ғинуарында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡыйғы районы) Үрге Ҡыйғы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Иртә етем ҡала, апаһы һәм ҡартатаһында тәрбиәләнә. 12 йәшендә тыуған ауылындағы ике класлы ир-егеттәр мәктәбенә уҡырға инергә мөмкинлек ала. Уны тик яҡшы билдәләргә тамамлағандан һуң, Өфө уҡытыусылар семинарияһында белемен дауам итергә хоҡуҡ ала, әммә Граждандар һуғышы башланғас, был ниәте тормошҡа ашмай ҡала[1].

Граждандар һуғышы тамамланғандан һуң, тыуған ауылында комсомол ячейкаһын ойоштора, махсус тәғәйенешле отрядтар составында ҡорал тотоп ауыл учреждениеларын һәм складтарын һаҡлауҙа ҡатнаша. Тәүге артелдәрҙе һәм коммуналарҙы, ҡатын-ҡыҙҙар советтарын булдыра[1].

1936 йылда Мәскәүҙәге В. В. Куйбышев исемендәге РККА Хәрби инженерҙар академияһын тамамлап, инженер‑архитектор һөнәре ала.

1936 йылдан «Башпроект» проекттар планлаштырыу тресының баш архитекторы, идарасы урынбаҫары булып эшләй.

1937 йылдан Башҡорт АССР-ының коммуналь хужалығы халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. 1939 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы фәнни‑техник советының рәйесе була. 1942 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ комисарҙары советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын үтәй.

Бер үк ваҡытта 1938—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуацияланған предприятиеларҙы урынлаштырыу эше менән етәкселек итә[1].

1945—1962 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Архитектура эштәре буйынса идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 2—4‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана.

1996 йылдың 2 мартында Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәстүрә Низам ҡыҙының фәнни эштәре Башҡорт АССР-ында гражданлыҡ төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған. 1930‑сы йылдарҙың 2‑се яртыһында республикала торлаҡ йорт һәм йәмәғәт биналарын проектлауҙа ҡатнаша[2].

  • Город Уфа. — М., 1948. (авторҙаш)

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1949, 1967)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған архитекторы (1993)
  • Өфөлә Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған
  • Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылы урамдарының береһенә уның исеме бирелгән.
  • Донгузов К. А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. — Уфа, 1998.
  • Строительный комплекс Республики Башкортостан / авт.‑сост. А. С. Нугуманов. — Уфа, 2004.
  • Юрий Узиков Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 139-140 с. ISBN 5-295-02294-3. Ленина улица, 2