Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы
Барый Мөхәмәт улы Сәхәүетдинов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе, Үрге Ҡыйғы ауылы |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
агрономия |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһы |
Ғилми дәрәжәһе |
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы (27 март 1900 йыл — 7 май 1969 йыл) — ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1937), профессор (1960). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барый Мөхәмәт улы Сәхәүетдинов 1900 йылдың 27 мартында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы) Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған.
1920 йылдан Башҡортостан АССР-ының Дыуан-Ҡошсо кантонының ер идаралығы мөдире вазифаһын үтәй.
1921—1922 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында РСФСР‑ҙың Игенселек халыҡ комиссариаты эргәһендәге вәкил була.
1925 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһын тамамлай.
1925 йылдан Башҡортостан АССР‑ының Игенселек халыҡ комиссариатының ауыл хужалығы идаралығында баш агроном һәм начальник урынбаҫары вазифаларын башҡара.
1929—1931 йылдарҙа Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы була.
1935—1966 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1959 йылға ҡәҙәр шул уҡ институттың агрономия факультеты деканы вазифаһын үтәй.
1969 йылдың 7 майында Өфө ҡалаһында вафат булған.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барый Сәхәүетдинов 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт яҙған, фәнни тикшеренеүҙәре соя, ҡыҙыл клевер, шәкәр сөгөлдөрө, күк һағыҙ һәм кукуруздың биологияһын, агротехникаһын өйрәнеүгә арналған.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Влияние микроэлементов на урожай и сахаристость корней сахарной свёклы //Химизация сельского хозяйства Башкирии. 1961. Вып.3 (авторҙаш)
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәхәүетдинов Барый Мөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Бадретдинов С. Знаменитые кигинцы // Ватандаш : журнал. — ISSN 1683-3554.
- 27 мартта тыуғандар
- 1900 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 7 майҙа вафат булғандар
- 1969 йылда вафат булғандар
- Өфөлә тыуғандар
- Ауыл хужалығы фәндәре кандидаттары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Ҡыйғы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт аграр университеты профессорҙары
- Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзалары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре