Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы
рус. Ринат Шайхимансурович Сагитов
Зат ир-ат
Тыуған көнө 27 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 август 2017({{padleft:2017|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]

Сәғитов Ринат Шәйхимансур улы (27 март 1955 йыл — 24 август 2017 йыл) — СССР һәм Рәсәй производство ойоштороусыһы һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының 5-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2007—2011).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ринат Шәйхимансур улы Сәғитов 1955 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1972 йылда Өфө дәүләт нефть институтын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1972 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә башлай, слесарь-йыйыусы булып эшләй. 1973-1975 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

1975 — 2002 йылдарҙа Өфө эре панелле йорттар төҙөү тресында эшләй, ташсы-монтажсынан генераль директорҙың беренсе урынбаҫарына тиклем юл үтә.

20022004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм юл комплексы министрының беренсе урынбаҫары, 2004—2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 2005—2007 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрының беренсе урынбаҫары.

2012 йылдың 8 февраленән — Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, был вазифала бер йыл самаһы эшләй.

2007 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Дәүләт думаһы депутаты итеп һайлана, Ер мөнәсәбәттәре һәм төҙөлөш буйынса комитет ағзаһы була.

2017 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе,
  • Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]