Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 27 декабрь 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (61 йәш)
Тыуған урыны Баҡал (Силәбе өлкәһе), Һатҡы районы, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө композитор, баянсы, уҡытыусы
Эш урыны Урта махсус музыка колледжы
Биләгән вазифаһы директор[d]
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәғитов Ришат Рәфҡәт улы (27 декабрь 1962 йыл) — композитор, баянсы, уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007), сәнғәт фәндәре кандидаты (2018), 2019 йылдан Урта махсус музыка колледжы директоры.

Биогрфияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ришат Рәфҡәт улы Сәғитов 1962 йылдың 27 декабрендә Силәбе өлкәһе Һатҡы районының Баҡал ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Өфө сәнғәт училищеһын (Н. С. Бачурин класы), 1987 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (В. П. Сухановтың баян класы, С. М. Тюфяковтың дирижёрлыҡ итеү класы) тамамлай. 1983 йылдан хәҙерге Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе (ӨПЭПБ) эргәһендәге Салауат Юлаев исемендәге бейеү ансамбле аккомпаниатор-концертмейстеры. 1990 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты эргәһендәге хәҙерге Урта махсус музыка колледжында уҡыта. 1997 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында музыка бүлеге мөдире, 2000 йылдан — Башҡортостан ГТРК-һы тауыш режиссёры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан — Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының музыка бүлеге мөдире. 2013 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетында автор методикаһы менән «Музыкаль-компьютер технологиялары» кафедраһы асыла, шул кафедра мөдире вазифаһын башҡара.

1985 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә, 2007 йылда Башҡортостан Республикаһы көндәрендә, ЮНЕСКО штаб-квартираһында Башҡортостан Республиканың Халыҡ-ара презентацияһында (Париж, 2008) ҡатнаша. Практик музыка ҡоралында уйнау һәм музыкаль-компьютер технологияларын үҙләштереү оҫталығын ҡулланыу уға бер ауырлыҡһыҙ музыкант-практик һәм педагог булараҡ ҡына түгел, ғалим булараҡ та яңы музыка сәнғәте авангардына инергә мөмкинлек бирә. Башҡорт цифрлы (диджиталь) органологияһы өлкәһендә үҙәк фигура булып тора[1]. 2018 йылда сәнғәт фәндәре кандидатына диссертация яҡлай. 2019 йылдан Урта махсус музыка колледжы директоры[2].

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ижадына моңлолоҡ, образдарҙы тасуирлау һәләте, музыкаль телдең ябайлығы һәм еңеллеге хас. Н. Ғәйетбайҙың «Аты барҙың — дәрте бар» (1997, А. Н. Островскийҙы «Таланттар һәм табыныусылар» (2003), Ф. М. Бүләковтың «Дала ҡиссаһы» (2003), Х. К. Андерсендың «Һандуғас» («Соловей») әкиәте буйынса шул уҡ исемле спектакленә музыка яҙа. Спектаклдәргә яҙған музыкала традицион тынлы музыка ҡоралдары яңғырашын электроника тембрҙары: ҡумыҙ, ҡурай, өзләү, думбыра, электрогитара, симфоник оркестр, кантри менән берләштерә[1]. 2001—2002 йылдарҙа («Башҡортостан» ТРК) «Ай ҡыҙы» беренсе башҡорт телевизион сериалына һәм 2001 йылда «Ҡараңғылыҡтағы нур», 2005 йылда «Мостай Кәрим» документаль фильмдарына музыка яҙа.

Башҡорт һәм урыҫ шағирҙарының шиғырҙарына 50-нән ашыу йырҙың авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]