Сәғитов Рәсүл Хәсән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәғитов Рәсүл Хәсән улы
Расуль Сагитов.JPG
Тыуған көнө

14 март 1964({{padleft:1964|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (59 йәш)

Ил

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Эшмәкәрлеге

журналист

Наградалары һәм премиялары
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Honoured artist of the Republic of Bashkortostan.png

Сәғитов Рәсүл Хәсән улы (14 март 1964 йыл) — башҡорт радиожурналисы, яҙыусы һәм тәржемәсе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсүл Хәсән улы Сәғитов 1964 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған.

1981 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, бер нисә ай «Ҡыҙыл таң» колхозында эшләй, ноябрҙә комсомол юлламаһы менән райондың «Таң» гәзите редакцияһына эшкә ебәрелә.

Чита ҡалаһында Хәрби-Һауа Көстәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас (1982—1984), Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында юғары белем ала (1990).

1990—1991 йылдарҙа — Белорет районының «Урал» гәзите хеҙмәткәре, Белорет ҡалаһының 1-се мәктәбендә уҡытыусы.

1991 йылда «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына күсә: «Башҡортостан эфиры» гәзите хәбәрсеһе, радиотапшырыуҙар студияһында өлкән мөхәррир, телевидениела ижтимағи-сәйәси программалар ижад берекмәһе етәксеһе, «Башҡортостан эфиры» гәзитенең баш мөхәррире, радиола комментатор, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе була.

Әлеге ваҡытта — «Башҡортостан» телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы Акционерҙар йәмғиәтенең «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе[1].

‎Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын (1998) тамамлай, Мәскәү Телевидение һәм радио хеҙмәткәрҙәре һөнәрен камиллаштырыу институтында уҡый (2001).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Радиожурналистикалағы хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Даирә», «Асыҡ студия», «Заман һулышы» радиотапшырыуҙары, «Үткән заман», «Мең туғыҙ йөҙ илле алты», «Мең туғыҙ йөҙ етмеш биш» күп сериялы документаль радиофильмдары, «Тарих теҙмәһе» күп сериялы документаль телевизион фильмы, кескәй радиоспектаклдәр, бер нисә нәфис кинофильмдың башҡортсаға тәржемәһе.

«Асыҡ студия»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдаш Асыҡ студия 01.jpg
Юлдаш Асыҡ студия 02.jpg
Юлдаш Асыҡ студия 03.jpg
Юлдаш Асыҡ студия 04.jpg
Юлдаш Асыҡ студия 05.jpg
Юлдаш Асыҡ студия 06.jpg
30 октябрь 2017. «Асыҡ студия»ла ҡунаҡта Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре Рөстәм Нурыев һәм Зәйтүнә Әйле. Рәсүл Сәғитов башҡортса сәй эсергә өйрәтә һәм эш өҫтөндә.

Әҙәби ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ун ике йыйынтыҡта баҫылған хикәйәләре һәм новеллалары уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Урыҫ телендәге яҙмалары республикала нәшер ителгән «Бельские просторы», «Ватандаш», «ЛИФФТ» журналдарында, шулай уҡ Мәскәүҙә сыҡҡан «Журналист», «Журналистика и медиарынок» журналдарында, «Литературная газета»ла донъя күрҙе.

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йыйынтыҡтарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре, мәҡәләләре, интервьюлары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙип тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Юлдаш радио.png радиоһы сайты. Ижади төркөм. Рәсүл Сәғитов 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  2. 2,0 2,1 Башҡорт журналисы Рәсүл Сәғитовтың алтынсы китабы донъя күрҙе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 4 апрель  (Тикшерелеү көнө: 4 апрель 2017)
  3. Журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың сираттағы китабы баҫылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 21 сентябрь (Тикшерелеү көнө: 21 сентябрь 2017)
  4. Өфөлә билдәле журналист студенттарҙы үҙенең китабы менән таныштырҙы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2017, 27 апрель (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2017)
  5. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан. Сайт Главы Республики Башкортостан, 2016, 29 декабрь 2021 йылдың 17 июль көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2016)
  6. Информационный портал Республики Башкортостан. О присвоении почетного звания «Заслуженный работник печати и массовой информации Республики Башкортостан» работникам студии радиовещания Государственного унитарного предприятия «Телерадиовещательная компания „Башкортостан“». Указ Президента РБ от 01.10.2004 N УП-484. 2019 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 май 2018)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]