Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы
Сәғәтәйев Сәғит | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР Совет Рәсәйе |
Тыуған көнө | 1903 |
Тыуған урыны | Иҫке Яппар, Ҡаҙанғол ауыл Cоветы (Дәүләкән районы), Дәүләкән районы |
Вафат булған көнө | 25 ноябрь 1942 |
Вафат булған урыны | Обливская[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы (рус. Сагатаев Сабит Сагатаевич 1903 йыл ― 25 ноябрь 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улы 1903 йылда хәҙерге Башҡортостандың Дәүләкән районы Иҫке Яппар ауылында тыуа. 1941 йылда Дәүләкән район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 112-се кавалерия дивизияһының 313-се кавалерия полкында хәрби аҙыҡ-түлекте ташыусы булып хеҙмәт итә[1].
Сәғәтәйев Сәғит (Сабит) Сағатай улының вафаты тураһында анкетала шаһит Гәрәев Миңлеғол Миңлегәрәй улы һүҙҙәре буйынса хәрби аҙыҡ-түлек ташыусы ҡыҙылармеец Сәғәтәйев Сабит Сағатай улы 1942 йылдың 25 ноябрендә Көньяҡ-Көнбайыш фронтында Обливская станцияһында һәләк була[2]. Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһенең Обливская станицаһы районында ерләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. САГАТАЕВ Саг(б)ит Сагатаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Донесения о потерях. САГАТАЕВ Сабит Сагатаевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)