Сәңгелдәк йыры (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәңгелдәк йыры
Жанр халыҡ йыры[d]
Автор Халыҡ
Башҡарыусы/артист Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

Сәңгелдәк йыры (Әллүки) — башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Легендаһын һәм йырҙың вариантын тәүге тапҡыр К. М. Дияров 1972 йылда Күгәрсен районында М.Сөләймәнованан яҙып ала һәм «Сал Уралдың моңдары» (1988) китабында баҫтыра.

Риүәйәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Риүәйәт буйынса, сабыйын бишектә бәүелткән йәш әсә сығарған йыр, уның ирен батша армияһына (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) алып китәләр. Йырҙа ҡатын ире менән оҙаҡҡа айырылыуына һәм иңенә төшкән ауырлыҡтарға ҡайғыра. Лирик драматик характерҙағы йыр. Мажор пентатоникаға ҡоролған көй бай биҙәлгән, фразалар аҙағында түбәнәйә барған хәрәкәт көйгә тынысландырғыс характер бирә.

Йырҙың тексы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йоҡла, йән киҫәгем, бәүетәмен,
Талғанғаса ике беләгем.
Әллүки, бәәллүки,
Талғанғаса ике беләгем.

Иҫән генә йөрөп, һауҙар ҡайтһын,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.
Әллүки, бәллүки,
Ғәзиз атаң — ошо теләгем.

Китте атаң, балам, биш йыл түгел,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.
Әллүки, бәллүки,
Утыҙ биш йыл хеҙмәт итергә.


Иламайса нисек түҙһен күңел,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә,
Әллүки, бәллүки,
Иҫ китерлек оҙаҡ көтөргә.

Киткән саҡтарында һине атаң
Ҡулдарына лаып һикертте.
Әллүки. Бәллүки, Ҡулдарына алып һикертте.

Ҡалаһың һин бит, балам, йән киҫәгем,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.
Әллүки, бәллүки,
Тине, күҙ йәштәрен һил итте.

Башҡарыусылар араһында — Ф.Ә. Килдейәрова, Йырҙы А. М. Ҡобағошовтауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]