Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 9 февраль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлебаш районы
Һөнәр төрө лингвист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлебай улы (9 февраль 1937 йыл) — совет һәм Рәсәй ғалимы-лингвист, ғәрәп теле белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нурмөхәмәт Әлебай улы Сөйәрғолов 1937 йылдың 9 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған.

1945 йылда Ҡабыҡҡыуыш башланғыс мәктәбенә уҡырға бара, 5, 6 кластарҙы Табылды ете йыллыҡ, ә 7 класты — Ҡарағош мәктәбендә тамамлай (өлгөлө билдәләр менән).

1952 йылда Өфө ҡалаһындағы Башҡорт республика физик культураһы техникумына (БРТФК) уҡырға инә, 1955 йылда физкультура уҡытыусыһы һөнәре буйынса был махсус урта уҡыу йортон тамамлай һәм «Шахтер» ирекле спорт йәмғиәтенең Күмертау ҡала советына физкультура инструкторы итеп тәғәйенләнә.

Техникумда спорт уйындары (волейбол, баскетбол), саңғы, атыу һәм йөҙөү спорты менән шөғөлләнә.

Башҡортостандың йөҙөү буйынса чемпионы һәм рекордсыһы (1954), Куйбышев (1955), Туапсе (1956), Краснодар (1960) ҡалаларында уҙған Рәсәй беренселектәре һәм СССР Ҡораллы көстәре беренселеге (Ташкент, 1957) призеры.

1966 йылда Стәрлетамаҡ машиналар эшләү техникумының киске бүлеген «техник-электрик» һөнәре буйынса тамамлай.

1978 йылда (ситтән тороп) Башҡортостан ауыл хужалығы институтының механика факультетында «инженер-механик» һөнәре ала.

Педагогик хеҙмәт буйынса эш стажы — 28 йыл, инженер һөнәре буйынса — 29: өлкән инжнер-электрик, баш энергетик, баш инженер, «Агропромэнерго» директоры.

Шулай уҡ Стәрлебаш районы «Ленин юлы» һәм Стәрлетамаҡ районы «Коммунизм байрағы» гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1956—1959 йылдарҙа Төркөстан хәрби округында (Туркво) һалдат хеҙмәтен үтә, хәрби һөнәре — топограф-геодезист, һәм шуға ярашлы альпинизм менән шөғөлләнә. Памир һәм Тянь-Шань тауҙарының түбәләренә менә.

Совет Армияһында хеҙмәтен үтәгәндә Афғанстан менән бәйле (1959) бер нисә махсус задание башҡара. Өлгөлө хеҙмәте өсөн күп тапҡыр хәрби часть командованиеһы тарафынан бүләкләнә, КПСС ағзалығына кандидат итеп ҡабул ителә.

1973-74 йылдарҙа — Сәмәркәнд Юғары танк командалыҡ училищеһының (СВТКУ) бүлек начальнигы.

Ғәрәп теле менән 5 йәшенән атаһы етәкселегендә шөғөлләнә башлай. 10 йәшендә оригиналда Ҡөрьәнде 7 тапҡыр уҡып сыға. Дамаскиҙа (Сүрия) Ислам университетында белем ала — уҡыу, имтихандар, имам һәм ғәрәп теле уҡытыусыһы сертификаты (1993). Иордан университетында (Амман, 1995) стажировка үтә. 1992 йылдын 2006 йылға тиклем Ишембай ҡалаһындағы 2-се һанлы Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт Республика гимназия-интернатында ғәрәп телен уҡыта.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (тәржемә һәм Ҡөрьәнде башҡорт телендә нәшер итеү өсөн (Мәскәү, 1994), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997), филология фәндәре кандидаты (2004) — Ҡөрьәнде филология яҡтан тикшергәне өсөн. Күп баҫмалар авторы, шул иҫәптән: «Ғәрәп теленән дәреслек», «Ғәрәп теленең грамматикаһы», «Ҡөрьәнде нисек уҡырға», «Сәғүд көндәлеге», «Ике изгелек ерендә», «Европала Ҡөрьәнде өйрәнеү һәм Ҡөрьәндең башҡортса тәржемәһе» — диссертацияһы темаһы, «Дөйөм белем биреү мәктәптәре өсөн ғәрәп теле буйынса программа»; шулай уҡ "Башҡорт телендәге ғәрәп, фарсы алынмалары һүҙлеге"нең редакторы һәм төҙөүсеһе.

Ике тапҡыр Мәккәгә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылды (2006, 2009). Һуңғы эш урыны: Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһының сит телдәр кафедраһы доценты (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), 2006—2012 йылдар.

Баҫмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Европейская коранистика и башкирский перевод Корана. — Уфа: Башкирский гос. университет. 2003ISBN/ISSN 5747709380

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]