Сөйөндөков Йәлил Төхвәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сөйөндөков Йәлил Төхвәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1960({{padleft:1960|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (58 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Һөнәр төрө эколог
Эшмәкәрлек төрө Экология
Эш биреүсе Башҡортостан Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми исем профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Йәлил Төхвәт улы Сөйөндөков (20 сентябрь 1960, Үрге Мәмбәт ауылы) — Рәсәй экологы,  Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), Рәсәй Тәбиғәт ғилеме академияһының мөхбир  ағзаһы  (2011),  биология фәндәре докторы (2001),   Башҡорт дәүләт университеты Сибай институтының (филиалының) экология кафедраһы профессоры,  Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының  «Төбәк тикшеренеүҙәре институты» дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы директоры,   «Башҡорт дәүләт аграр университеты» юғары һөнәри белем биреү федераль  дәүләт белем биреү учреждениеһының Урал аръяғы филиалы директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сөйөндөкөв Йәлил Төхвәт улы[1]   1960 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Үрге Мәмбәт ауылында тыуа.

1978 йылда Йәлил Төхвәт улы  Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлай һәм   Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына инә, уны  1983 йылда  отличие менән тамамлай. Институтта Максим Горький исемендәге  стипендия алып уҡый. 

Институтты тамамлағас, шунда уҡ  ассистент булып эшләй,   аспирантурала уҡый.

1989 йылда  Новосибирск ҡалаһында СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе Тупраҡ ғилеме һәм агрохимия институтында «Башҡортостандың дала Урал яръяғында ҡәҙимге ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең үҙенсәлектәренә һәм һыу режимына һуғарыуҙың йоғонтоһо» тигән темаға агротупраҡ, агрофизика ғилеме специальносы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.  

Артабанғы эш урындары:  1988—1990 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ер эшкәртеү һәм тупраҡ ғилеме кафедраһы ассистенты, 1990—1994 йылдарҙа —  Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ер эшкәртеү бүлеге өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1994—1996 —  Башҡорт дәүләт  педагогия институты (БДПИ)  Сибай филиалының тәбиғәт ғилеме кафедраһы доценты, өлкән уҡытыусыһы,  1996—1998 йылдарҙа  — БДПИ-ҙың Сибай филиалы директоры,   1998—1999 йылдарҙа  —   Башҡорт дәүләт  университеты Сибай институтының (филиалының) социаль-иҡтисади һәм кадрҙар эше буйынса директор урынбаҫары,   1999—2001 йылдарҙа  — ошо уҡ институтта тәбиғәт фәндәре  кафедраһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, агроэкология кафедраһы доценты,  2001—2009 йылдарҙа  — ситтән тороп уҡыу бүлексәһе буйынса директоры урынбаҫары,  экология кафедраһы профессоры. 2004—2009 йылдарҙа  — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының  Сибай  филиалы директоры, бер үк ваҡытта экология һәм  тәбиғәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу  лабораторияһы мөдире.

2001 йылда Йәлил Төхвәт улы  Рәсәй Фәндәр академияһы Волга бассейны экологияһы институтында (Тольятти ҡалаһы) «Башҡортостан Урал аръяғының тупраҡ уңдырышлылығына экологик йүнәлешле идаралыҡ» темаһына «экология» специальносы буйынса   докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.   

Й. Т. Сөйөндөков  15 кандидатлыҡ һәм 1 докторлыҡ диссертацияһын яҡлауға әҙерләй.

Төп эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сөйөндөков Йәлил Төхвәт улы —  160-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы, уларҙың  30-ы үҙәк матбуғатта баҫылып сыҡҡан. 
  • Суюндуков Я. Т. Экология пахотных почв Зауралья Республики Башкортостан / Под ред. чл.-корр. АН РБ Ф. Х. Хазиева. — Уфа: Гилем, 2001. — 256 с.
  • Суюндуков Я. Т., Хасанова Р. Ф., Суюндукова М. Б. Фитомелиоративная эффективность многолетних трав на черноземах Зауралья Республики Башкортостан / Под ред. чл.-корр. АН РБ Ф. Х. Хазиева. — Уфа: Гилем, 2007. — 132 с.
  • Суюндуков Я. Т., Надежкин С. Н., Хасанов Г. А. Нут в степном Зауралье. — Уфа: Гилем, 2007. — 96 с.
  • Синантропная растительность Зауралья Республики Башкортостан: синтаксономия, динамика, фиторекультивационный эффект / Под ред. чл.-корр. АН РБ Б. М. Миркина, д.б.н. Суюндукова Я. Т. — Уфа: Гилем, 2008. — 512 с.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре  (2011).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Суюндуков Ялиль Тухватович - Учёные России. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2013. 1 февраль 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]