Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 26 май 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны 2-се Эткол, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы

Сөләймәнова Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы — мәктәп уҡытыусыһы, шағирә. Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2005)[1]. Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе. «Йыл Ағинәйе — 2021».

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова 1957 йылдың 26 майында Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[1]. Әсәйһеҙ ҡалған сабый ике йәше тулғансы 2-се Этҡол ауылында өләсәһе тәрбиәһендә була. 1974 йылда, 1-се Этҡол мәктәбен тамамлағас, уҡыуын Стәрлетамаҡ педагогия институтында дауам итә[1]. 1979 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы (33 йыл) балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә.

2017 йылдан 2-се Этҡол ауылы ағинәйҙәр ҡорон етәкләй. 2021 йылда «Йыл Ағинәйе» исеменә лайыҡ була. Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы етәкселегендә ағинәйҙәр «Урал батыр» эпосы буйынса балалар менән маҡсатлы эш алып баралар. Үҙҙәренә милли биҙәүестәр — алмиҙеү, арҡыры яға, ҡашмау, селтәрҙәр — эшләйҙәр, ауыл халҡы араһында милли кейемде, ғөрөф-ғәҙәт-йолаларҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡаралар[2]. Районда тәүгеләрҙән булып, Сөләймәнова К. Х. Бөрйән районында үткәрелгән сергетыш күргәҙмәһендә ҡатнаша һәм лайыҡлы урын ала. Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы ҡатнашлығында «Йәнтөйәк» исемле ансамбль төҙөп, сәхнәлә сығыш яһайҙар, ул әлеге ансамблдең тәүге етәксеһе лә була. Республикала үткәрелгән ижади конкурстарҙа, матбуғат биттәрендәге төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша[3]. Мәҫәлән, «Йәшлек» гәзите үткәргән кроссворд сисеү буйынса ярышта 1-се урын ала.

Уның тураһында уҡыусыһы, һуңынан коллегаһы Көнһылыу Әүәлбаева интернет селтәрҙәрендә:

«Һәр бер кеше уҡытыусы була алмай, сөнки бөйөк һөнәргә сабыр холоҡло, белемле, балаларҙы үҙ балалары кеүек яратҡан, киң күңелле, ғәҙел кеше генә лайыҡтыр ул. Тап ошо һыҙаттарға Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы лайыҡ. Тормош юлында күпме ауырлыҡтар кисерһә лә, һынмай-һығылмаған, һәр бер баланы берҙәй күреп, айырмай, белем биргән, көслө, белемле уҡытыусы ул»

 — тип яҙа.

Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы уҡыу-уҡытыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм йәмғиәт эшендәге әүҙемлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. 2013 йылда хаҡлы ялда. Тормош иптәше Зиннәт Әхмәдулла улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергәндәр[1].

Шиғриәткә ғашиҡ шәхес[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шиғырҙары ваҡытлы республика, район матбуғат биттәрендә йыш баҫылып тора[4]. Ижад емештәре Р. М.Иҫәнбаеваның «Хәтер тере, хәтер мәңгелек», (Сибай , 2020), «Ирәндек гәүһәрҙәре», 2 — се том (Сибай, 2022) йыйынтыҡтарына индерелгән. Ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Уҡытыусылар династияһы дауам итә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы — фронтовик Хәмзә Йомағужа улы Сөләймәнов һәм әсәһе, Таңһылыу Хажғәле ҡыҙы, ауылда абруйлы уҡытыусылар булалар[1]. Ата-әсәһе юлын дауам итеүсе Көнһылыуҙан тыш, һигеҙ балалы ғаиләнән Асия, Хәлит, Фәйрүзә Сөләймәновтар уҡытыусы һөнәрен һайлайҙар. Көнһылыу Хәмзә ҡыҙы ғаиләһенән ике ҡыҙҙары — Лена һәм Айһылыу — уҡытыусы юлын һайлай, һәр береһе тейешле белем алып, районда педагогика өлкәһендә хеҙмәт итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы (2005);

— Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының рәхмәт хаттары (2009, 2010)[1];

— Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы (май 2009);

— «Йыл Ағинәйе — 2021»;

— Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙы (апрель 2022);

— Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаты (декабрь 2022).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы, икенсе китап/ред. Бикмәтов И. Н., Вәлиева Т.А, Ишмөхәмәтов С. В., Хәйретдинов Б. М. Тарихи-документаль һәм әҙәби-публицистик йылъяҙма, — Сибай, Сибай ҡала типографияһы, Сибай мәғлүмәт үҙәге — БР ДУП «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы. Нәшер. № 62. 2021. — 368 бит. ISBN 978-5-9500303-3-8 105 бит
  2. Ағинәйҙәрҙә ҡунаҡта
  3. Бәйгенең төп темаһы: КУРАЙ
  4. Башҡортостан гәзите. 4 май 2022 йыл. «ЯҘҒЫ МОҢДАР» шиғриәт конкурсына(недоступная ссылка)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан гәзите. 24 март 2021 йыл. Әҙәби марафон — Баймаҡта

Башҡортостан гәзите. 4 май 2022 йыл. «ЯҘҒЫ МОҢДАР» шиғриәт конкурсына(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы, икенсе китап/ред. Бикмәтов И. Н., Вәлиева Т.А, Ишмөхәмәтов С. В., Хәйретдинов Б. М. Тарихи-документаль һәм әҙәби-публицистик йылъяҙма, — Сибай, Сибай ҡала типографияһы, Сибай мәғлүмәь үҙәге — БР ДУП «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы. Нәшер. № 62. 2021. — 368 бит. ISBN 978-5-9500303-3-8

2. Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 639 с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185—084-5 (рус.)