Сөннәт намаҙҙар
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Сөннәт намаҙҙар— башҡорт телендә биш ваҡытта уҡыла торған фарыз намаҙҙарҙан тыш уҡыла торған намаҙҙарҙы шулай атайҙар. Ғәрәп телендәге атамаһы - рәтибәт.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мосолмандарға биш ваҡыт намаҙ фарыз ителгән. фарыз намаҙҙарҙан тыш көн һайын уҡыла торған «сөннәт намаҙҙар» ҙа бар. Мөхәммәт Пәйғәмбәр ундай намаҙҙарҙы Аллаһы тәғәләнән айырым бойороҡ булмай тороп, үҙ теләге менән уҡыған һәм бер ваҡытта ла ҡалдырмай торған булған.
Сәхәбәләр ҙә, пәйғәмбәрҙән күрмәксе, уны уҡый торған булғандар. Пәйғәмбәр сөннәте булараҡ,хәнәфи мосолмандар бөгөн дә уларҙы уҡый һәм сауаплы булырҙарына инана. Уҡылмаһа, гонаһ тип һаналмай, әммә сауабы ла булмай.
Сөннәт намаҙҙарҙы уҡыу тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сөннәт намаҙҙар иртәнге намаҙҙа - ике, өйлә намаҙында - алты (дүрт һәм ике), аҡшам намаҙында - ике, йәстү намаҙында - ике рәҡәғәт .
Иртәнге намаҙҙың сөннәте - фарызынан элек, өйлә намаҙының дүрт рәҡәғәт сөннәте - фарызынан элек һәм ике рәҡәғәте - фарызынан һуң, аҡшам һәм йәстү намаҙҙарының сөннәттәре фарыздарынан һуң уҡыла.
Икенде намаҙы фарыз ғына булып, сөннәте юҡ. Ҡалған намаҙҙарҙың фарыздары ла, сөннәттәре лә бар. Иртәнге намаҙ фарыз һәм сөннәте менән - дүрт рәҡәғәт, өйлә намаҙы - ун рәҡәғәт, аҡшам намаҙы - биш рәҡәғәт, йәстү намаҙы алты рәҡәғәт.
Сөннәт намаҙҙар барыһы ла фарыз намаҙҙар кеүек үк уҡыла. Айырма шунда ғына: фарыз намаҙҙар өс һәм дүрт рәҡәғәтле булһа, һуңғы рәҡәғәттәрендә «Фатиха» сүрәһенән башҡа сүрә уҡылмай.
Сөннәт намаҙҙарҙың бөтә рәҡәғәттәрендә лә «Фатиха» сүрәһе, өҫтәүенә, бер сүрә йәки сүрә аяттары уҡыла.
Сөннәт намаҙҙарҙа сүрәләр, тәкбирҙәр, сәләмдәр барыһы ла йәшерен әйтелә.
Сөннәт намаҙҙар өсөн аҙан һәм ҡәмәт (намаҙ алдынан аяғүрә баҫып уҡыла торған доға) әйтелмәй.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
- Б 46 Бикбулат С. Дин дәрестәре: Ғәрәп яҙмаһындағы татарса текстан тәрж. — Өфө: Китап, 1996. — 80 бит. JSBN 5-295-01833-4
- Был биттең сығанағы: [1]