Эстәлеккә күсергә

Сөннәт (мәғәнәләр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Сөннәт (фар. سنت сөннәт, ғәр. سنة‎ сүннәһ) — башҡорт телендә бер нисә мәғәнәгә эйә.

Үҙәк Азияла бабаға ултыртыу (1865—1872 йй. араһы)
  • мәжбүри булмаған, ләкин хупланылған ғәмәл. Икенде намаҙҙан тыш бар намаҙҙарҙа ла сөннәт намаҙҙар (рәтибәт) бар. Сөннәт намаҙҙарҙы уҡымау гонаһ түгел, әммә сауап та өҫтәлмәй. Фарыз ураҙанан тыш, байрам көндәрҙән башҡа ваҡытта ла ураҙа тоторға мөмкин, был сөннәт ураҙа тип атала.
  • йола, ғәҙәт. Пәйғәмбәр йолаһы — өскә саҡлы. вар. Ир йолаһы — өскә саҡлы (әйтем). Йәрҙе һөймәк, ғишыҡ тотмаҡ — әнбиәләр сөннәте (халыҡ йырынан). Сәләм биреү — сөннәт, алыу — фарыз (мосолман әҙәбенән).
  • ҡайһы бер мосолман халыҡтарҙа, шул иҫәптән, башҡортта, ир баланы бабаға ултыртыу.
  • сөннәт бүлмәһе — мәсеттең сисенеп инә торған алғы бүлмәһе.
  • сөннәтсе — ир баланы сөннәткә ултыртыусы; баба.

Башҡорттарҙа сөннәтсе — баба

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттарҙа сөннәткә ултыртыусы кешене сөннәтсе йәки баба тип атайҙар. Ул хатта мификлаштырылған образға әүерелгән, ул сөннәтләгәндә махсус йолалар үтәгән, доғалар уҡыған.

Баба килеү балалар өсөн ҡурҡыныс ваҡиға булып ҡабул ителгән. Ауылға Баба килһә малайҙар йәшенеп бөтә торғайны (М. Мансурова). Бапаҡ һүҙе лә ошо образдан килеп сыҡҡан.

Урыҫтарҙа Бабай менән ҡурҡытыу бар[1].

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2-се том. — Мәскәү, 1993. — 225—226 бб.
  • Хисамитдинова Ф. Г. Мифологический словарь башкирского языка. — М.: Наука, 2010. — 452 с. — I5ВN 978-5-02-037580-2, мягк., тир. 1000 экз. с. 48-49,58
  • Батыршина Г. Р. Терминология родинного обряда башкир : этнолингвистический анализ : диссертация … кандидата филологических наук : 10.02.02 / Батыршина Гульназ Рафаиловна; [Место защиты: Ин-т языкознания РАН]. — Уфа, 2008.- 212 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-10/167. с. 13-14
  1. Батыршина Г. Р. Терминология родинного обряда башкир : этнолингвистический анализ : диссертация … кандидата филологических наук : 10.02.02 / Батыршина Гульназ Рафаиловна; [Место защиты: Ин-т языкознания РАН]. — Уфа, 2008.- 212 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-10/167. с. 13-14.