Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Үткәл, Шығай ауыл Советы, Белорет районы
Һөнәр төрө Ездовой
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d] һәм рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы (рус. Сунагатов Исмагил Сунагатович 1906 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1906 йылда хәҙерге Башҡортостандың Белорет районы Үткәл ауылында тыуа. 1941 йылда Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкында ездовой булып хеҙмәт итә[1].

76 мм батареяһы ҡыҙылармеецы ездовой Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы Бранденбург ҡалаһы өсөн һуғышта Зило-канал аша дошмандың көслө уты аҫтында снарядтар ташый һәм һуғыш яланынан ике ауыр яралы һалдатты алып сыға. Был ҡыйыулығы өсөн Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улы 1945 йылдың 19 июлендә подразделениеның 15/н бойороғо менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2].

1945 йылдың 9 майында СССР Юғары Советы Президиумы Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улын «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләй[2].

Сөнәғәтов Исмәғил Сәнәғәт улының һуғыштан һуңғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО Картотека: Картотека награждений Расположение документа: шкаф 84, ящик 1