С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайы (Ишембай)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Иҫтәлекле урын
С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайы
Ленин исемендәге майҙан һәм нефтселәр Мәҙәниәт һарайы
Ленин исемендәге майҙан һәм нефтселәр Мәҙәниәт һарайы
Ил Рәсәй
Урыны Ишембай ҡалаһы
Төҙөлөшө 19551961 йылдар

1961

С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайы — Ишембай ҡалаһында В. И. Ленин майҙанында урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайын төҙөү Ишембай нефть эшкәртеү заводы инициативаһы буйынса башҡарыла[1]. Ул 1961 йылда тамамлана[2]. Учреждение 675 урынлыҡ зал, 300 урынлыҡ кинозал һәм үҙешмәкәр коллективтарҙың эш урындары өсөн биналарҙы үҙ эсенә ала.

Бында беренсе булып академик хор, хореография ансамбле, башҡорт халыҡ театры, тынлы оркестр, һынлы сәнғәт студияһы эш башлаған. Күп коллективтар квалификациялы белгестәр тарафынан барлыҡҡа килә, белгестәрҙе ҡайһы саҡта икенсе ҡалаларҙан саҡыралар. Үҙешмәкәр артистарҙың көсө менән агитбригадалар ойошторола, улар Ишембай районында һәм унан ситтә урынлашҡан ауылдарға сығып сығыштар яһайҙар.

19801990 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге нефтселәр Мәҙәниәт һарайында А. Емельянов етәкселеге аҫтында үҙешмәкәр киностудия, шулай уҡ Ишембайҙа тәүге телестудияларҙың береһе «Орион-ТВ» эшләй.

Архитектура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ишембай нефтселәр мәҙәниәт һарайы интерьерын биҙәүҙә БАССР-ҙың күренекле рәссамдары ҡатнаша.

«Садам цвесть» һәм «Спорт» фрескаларын Павел Петрович Салмасов ижад итә[3], Һарай интерьерын биҙәкләү комплексы менән Пантелеев Александр Васильевич дөйөм етәкселек итә.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҙәни, спорт ярыштары үткәреү өсөн ҡулланыла (мәҫәлән, 1988 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса СССР чемпионаты, 2001 йылда шашка буйынса Рәсәй чемпионаты).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Никулочкин Д. В. Санаторий «Чайка»: забвение или возрождение? // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2015. — В. 1. — № 21. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  2. Кагиров Р. Я. Юбилей Дворца культуры // Подметки+ : газета. — Ишимбай: РИК «Аспект», 2011. — № 17. — С. 2. — ISSN 2220-8348.
  3. Павел Салмасов — признанный мастер индустриального и сельского пейзажа (К 85-летию художника) // РЕСПУБЛИКА | новости башинформ.рф