Табаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Табаҡ — аш-һыу һалыу, бешеренеү һәм төрлө хужалыҡ эштәре өсөн ҡулланылған алдырҙан ҙурыраҡ һауыт. Ул металдан да (еҙ, алюмин, дюраль, тутыҡмай торған ҡорос, эмалләнгән металл), ағастан да, оронан да эшләнә. Хәҙер пластик табаҡ та киң ҡулланыла. Пластик табаҡ технологияһы уны төрлө рәүештә етештерергә мөмкинлек бирә.

Табаҡ төрлө ҙурлыҡта һәм хәҙер түңәрәк кенә түгел, төрлө рәүештә лә була.

Халҡыбыҙҙа табынға бишбармаҡты, итте, туҡмаслы ашты табаҡ менән ҡуя торған булғандар.

Табаҡ шулай уҡ үлсәм берәмеге булараҡ та ҡулланылған: бер ҙур табаҡ ит; бәләкәй табаҡ ҡатыҡ, ярты табаҡ он

Табаҡ төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ҡорос табаҡ
  • ағас табаҡ
  • оро табаҡ
  • баҡыр табаҡ
  • еҙ табаҡ

Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ашаған табағыңа төкөрмә (мәҡәл)
  • Ашына күрә табағы, балына күрә ҡалағы (мәҡәл)
  • бер табаҡтан ашап-эсеп йөрөгән әшнәләр (фразеологизм)[1]
  • Йәмшек танаулы, табаҡ битле йыуаны — Вәзир… — М. Кәрим. Өс таған (повесть)[2]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 574-се бит бит
  • М. Кәрим. Өс таған (повесть)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. — Мәскәү, 1993, 2-се том, 574-се бит бит
  2. http://bashqort.com/home/168-os-tagan 2017 йыл 23 ғинуар архивланған.
  3. http://bashqort.com/home/168-os-tagan 2017 йыл 23 ғинуар архивланған.