Табылды сейәлектәре

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Табылды сейәлектәре
урыҫ :Табулдинские вишарники
Төп мәғлүмәт
Майҙаны47,0 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1995 йыл 
Идара итеүсе ойошмаБашҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 
Урынлашыуы
53°17′41″ с. ш. 55°26′42″ в. д.HGЯO
Рәсәй
Точка
Табылды сейәлектәре
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Табылды сейәлектәре

Табылды сейәлектәре (рус. Табулдинские вишарники) — төбәк әһәмиәтендәге ботаник тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965).

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғәт ҡомартҡыһы Табылды ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Күндерәк һәм Ҡоро Күндерәк йылғаларының һыу айырғысының көнсығыш битләүендә урынлашҡан. Был Башҡортостанда ҡыуаҡлы дала сейәһе үҫкән иң ҙур участкаларҙың береһе, ул 47 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Яһалма урман ултыртмалары (ҡарағас, ҡарағай) менән уратып алынған. Сейә ҡыуаҡлыҡтары, болонло дала участкалары менән сиратлашып килә. Сейә формаһы бик күп төрлө, ҙурлығы буйынса культуралы сорттарынан ҡалышмағандары осрай. Араһынан селекция эше өсөн формаларҙы һайлап алырға мөмкин. Сейәнән тыш, был районда көрән гөлйемеш, әҫпе еләге, шулай уҡ яҙғы умырзая, мәтрүшкә, ер еләге кеүек бик күп дарыу һәм емеш-еләк үҫемлектәре үҫә[1]. Ләкин әлеге ваҡытта, мал көтөү һәм бесән сабыу тулыһынса тыйыу һөҙөмтәһендә, тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә дала кейеҙенең тупланыуы, әҫпе еләге һәм баҙамдың (миндаль) интенсив рәүештә үҫеүе, сейәне ҡыҫырыҡлап сығарыу бара.

Сейәлектәр фәнни, тәбиғәтте һаҡлау һәм хужалыҡ әһәмиәтенә эйә[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Табулдинские вишарники. — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ»)  (рус.).