Табын-Богдо-Ула (тау)
| Таван-Богдо-Ула | |
|---|---|
| Бейек нөктәләре | |
| Иң бейек түбәһе | Күйтен-Ула |
| Абсолют бейеклеге | 4374 м |
| Урынлашыуы | |
| 49°08′45″ т. к. 87°49′09″ кс. о.HGЯO | |
| Илдәр | |
| Тау системаһы | Алтай тауҙары |
Тава́н-Бо́гдо-У́ла (Табын-Богдо-Ола, Танну-Богдо-Ола; монг. Таван Богд уул — «илаһ кеүек биш тау»; кит. 塔彎博格多, пиньинь Tǎwān Bógé Duō) — Рәсәйҙең, Монголияның һәм Ҡытайҙың сиктәре тап килгән ерҙә, Алтай тауҙарының көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан тау массивы.
Тау массивының иң юғары нөктәһе — 4374 метр бейеклеккә эйә Күйтэн-Ула (Найрамдал) тауы моногол-ҡытай сигендә (монгол яғында, Баян-Улгий аймағы; ҡытай яғында, Бурчун өйәҙе) һәм Монголияның иң юғары нөктәһе һанала. Массивтың көньяҡ-көнсығышында Монгол Алтайы, көнбайышында — Бетсу-Канас артылышы һәм Көньяҡ Алтай һырты урынлашҡан. Массивтың төньяҡ һөҙәклеге Укок яҫы таулығында кинәт өҙөлә, уның көнсығышында Сайлюгем һырты урынлашҡан.
Күйтэн-Ула тауынан бер нисә км төньяҡтараҡ урынлашҡан 4082,0 м йәки 4104,0 м билдәләмәле Табын-Богдо-Ула (Куйтуньшань 奎屯山, Таван Богд Уул) пигының түбәһе Рәсәй, Монголия һәм Ҡытай сиктәренең төкәлгән урыны. Өс яҡлы килешеүгә ярашлы, был нөктәнең координаталары түбәндәгесә — 49°10′13″ т. к. 87°48′56″ кс. о.HGЯO. Мәңгелек ҡар менән ҡапланған был түбәгә үрләү бик ҡыйын булғанлыҡтан, сиктәш дәүләттәр унда сик буйын күрһәткән билдә ҡуйм аҫҡа килешкән.[1][2]
Массив метаморфик һәүерташтарҙан һәм граниттарҙан тора. Табын-Богдо-Ула массивы боҙлоҡтары — Алтайҙа иң ҙуры[3]. Массивтың үрге өлөшөндә дөйөм майҙаны яҡынса 150 км² булған 35 боҙлоҡ ята, шулар араһында — Потанин (19 км; 56,5 км²) һәм Пржевальский (10,8 км; 30 км²) боҙлоҡтары — атамалары урыҫ тикшеренеүселәренә бағышланған. Боҙлоҡтарҙан түбәнерәк таш сәсмәләре, тау тундраһы һәм альп болондары. Түбәнге бүлкәттә — кәрлә ҡайын ҡыуаҡлыҡтары. Көньяҡтағы йылға үҙәндәре (Ховд һәм Манас йылғалары) покрыты ҡарағас урмандары менән ҡапланған.
Массив боҙлоҡтары региондың иң ҙур йылғаларын: Катунь, Кобдо һәм Иртышты туйындыра. Массив буйлап шулай уҡ Төньяҡ Боҙло океан һәм Үҙәк Азияның аҡмаҫ упҡын бассейндары һыуайырғысы үтә[3]. Табын-Богдо-Ула тау үҙәге является священным для алтай, тыва, монгол һәм ҡытай буддистарының изге урыны[4][5].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алтай-Табын-Богд — Табын-Богдо-Ула массивының монгол өлөшө урынлашҡан милли парк.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ПРОТОКОЛ-ОПИСАНИЕ ТОЧКИ ЗАПАДНОГО СТЫКА ГОСУДАРСТВЕННЫХ ГРАНИЦ ТРЕХ ГОСУДАРСТВ МЕЖДУ ПРАВИТЕЛЬСТВОМ Российской Федерации, ПРАВИТЕЛЬСТВОМ МОНГОЛИИ и ПРАВИТЕЛЬСТВОМ КИТАЙСКОЙ НАРОДНОЙ РЕСПУБЛИКИ (ПОДПИСАН в г. ПЕКИНЕ 24.06.1996). Дата обращения: 9 июль 2015. Архивировано из оригинала 16 февраль 2018 года.
- ↑ Соглашение между Правительством Российской Федерации, Правительством Китайской Народной Республики и Правительством Монголии об определении точек стыков государственных границ трех государств (Заключено в г. Улан-Баторе 27 января 1994 года). Дата обращения: 9 июль 2015. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
- 1 2 Международный социально-экологический союз — Алтарь Евразии. Дата обращения: 21 август 2008. Архивировано 27 сентябрь 2013 года.
- ↑ Туристические места Горного Алтая - горный массив Табын-Богдо-Ола
- ↑ Первая "зажигалка" на Земле: вспоминаем неожиданное открытие туристов 20 лет назад 23 июля 2020
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Табын-Богдо-Ола // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Табын-Богдо-Ола // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.