Таганрог кондитер фабрикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таганрог кондитер фабрикаһы
Нигеҙләнгән

1933

Уранлашыуы

Таганрог, Поляковка шоссеһы, 14

Тармаҡ

кондитер әйберҙәре етештереү

Продукция

мармелад, вафли, печенье, зефир

Сайт

www.tacond.ru

Таганрог кондитер фабрикаһы  — Таганрогтың иң боронғо сәнәғәт предприятиеларының береһе.

Кәсепхана исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 19331945 йылдар — Таганрог кондитер фабрикаһы
  • 19451988 йылдар— 8-се Март исемендәге Таганрог кондитер фабрикаһы
  • 19881993 йылдар— "Таганрог"кондитер фабрикаһы
  • 1993-2006 йылдар— ЯТАЙ «Монада»
  • 20072013 йылдар— «Таганрог кондитер фабрикаһы»
  • 2013 йылдан алып хәҙергә тиклем — ЯСЙ «Таганрог кондитер фабрикаһы»

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Петров урамындағы ике бер ҡатлы йорт 18601870 йылдарҙа төҙөлә. Уларҙың хужалары иң элек француз Яков де Комили, һуңынан сауҙагәр ҡатын Елизавета Янкелевич була[1].

Был 1869 йылда урындағы гәзиттә Н. Потоцкийҙың Петров урамындағы Ковалевская ханым магазиндарында немец булкалары һәм кондитер әйберҙәре эшләй башлауы тураһында белдереүе сыға. Унда төрлө сорттағы икмәк, пирожныйҙар һатыласағы тураһында иғлан ителә.[2].

18801920 йылдарҙа йортто Яков Фридман арендаға алған.

1890 йылда йортта 2-се гильдия немец Петр Гейнрихович Тиссен икмәк һәм кондитер әйберҙәре эшләп сығарған. Тиссендың бешергән аҙыҡтарын ресторандар һәм кафелар һатып алған. Был 1902 йылда Тиссен вафат булғас, уның эше Бруль Грепперға күскән.

Таганрог кондитер фабрикаһы 1933 йылда ойошторола. Ул Петров урамы, 51 йортондағы шәхси кулинария оҫтаханаһында урынлашҡан[3] 1937 йылда 90 кеше бында хеҙмәт итә, ә 1941 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең һаны 170-кә тиклем арта. Хеҙмәт нигеҙҙә ҡул көсө менән алып барылған. Тәүлегенә 7-8 тонна аҙыҡ сығарылған.

19411943 йылдарҙа фабрикала немец һалдаттары өсөн икмәк бешергәндәр.

Ҡала немецтарҙан азат ителгәс фабрикала печенье, прәник һәм ябай кәнфит эшләгәндәр. 1945йылда фабрика 8-се Март исеме менән йөрөтөлә башлай.

19501960 йылдарҙа фабриканы реконструкциялайҙар, унда яңы техника, шул иҫәптән сит илдә эшләнгән йыһаздар ҡуйыла. Фабрикала драже, ирис, карамель, һуңынан — мармелад, ҡаҡ, зефир, шул иҫәптән шоколад та эшләүҙе үҙләштерәләр. Таганрог кондитер фабрикаһы Роскондитер берләшмәһе составына индерелә. Фабриканың фирма бренды булып «Ҡараҡом» кәнфите[4] һәм шулай уҡ шоколадлы зефир тора.

Производствоны киңәйтеү маҡсатында, фабрика 1988 йылда Горпищекомбинаты менән берләшә һәм уның территорияһына күсә башлай. Был берләшмәнең исеме «Таганрог» кондитер фабрикаһы" тип атала.

1993 йылдың ғинуарында кәсепхана АОЗТ «Монада» (директоры А . М. Тинт) тип атала. Унда 1997 йылда автоматлаштырылған линияла майонез етештерелә һәм ҡаптарға төрөлөп сығарыла. Хеҙмәткәрҙәр һаны 176 кешегә етә. Бер аҙҙан фабрика эшләүҙән туҡтай.

1997 йылда иҫке кондитер фабрикаһы комплексы аукцион аша һатыла. 2001 йылда Таганрог кондитер фабрикаһы проблемалары менән ҡаланың танлған эшҡыуары Александр Денисов шөғөлләнә.[5][6][7].

Фабриканың яңы хужалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2006 йылдың уртаһында фабрика яңы хужа ҡулына күсә һәм йыл дауамында 150-нән артыҡ төрҙәге продукция тауарҙары сығара башлай. Уның бинаһы яңы урында: Поляковка шоссеһында урынлаша.

2013 йылдан башлап Таганрог кондитер фабрикаһы «Лента» гипермаркет селтәре магазиндарына үҙ тауарҙарын ебәреп тора.[8].

2014 йылдың ноябрендә фабрика етәкселеге Украинанан Граждандар һуғышы арҡаһында сығып китергә мәжбүр булған ҡасаҡтар өсөн эш урындары тәҡдим итә[9]. Ҡасаҡтар укладчик-упаковщик хеҙмәте менән булышып, айына 9 мең һум эш хаҡы алып эшләй.

Предприятиеның танылған кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Маргарита Сергеевна Киричек (1930) — Рәсәй тарихсыһы-тыуған яҡты өйрәнеүсе, И. Д. Василенко премияһы лауреаты[10].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.
  2. Гаврюшкин О. П. Из прошлого старого Таганрога. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2003. — 408 с.
  3. Киричек М. С. «Монада» АОЗТ (Таганрогская кондитерская фабрика) // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 499.
  4. Собств. корр. Несладкая жизнь таганрогских кондитеров 2014 йыл 6 май архивланған. // www.shokolad.biz. — 2010. — 28 сент.
  5. Макаренко В.
  6. Вахонин С. Крушение империи // www.km.ru. — 2006. — 25 янв.
  7. Собств. корр. Таганрогский «Каравай» запустил линию по производству вафель 2013 йыл 26 декабрь архивланған. // www.conditer.ru. — 2002. — 15 окт.
  8. Собств. корр. В Таганроге открылся гипермаркет «Лента» // deloru.ru. — 2013. — 20 июня.
  9. Демидов А. Кондитерская фабрика и почтамт предложат украинским беженцам работу // www.ruffnews.ru. — 2014. — 20 ноября.
  10. Андреенко С. А. Киричек Маргарита Сергеевна // Энциклопедия Таганрога. — Таганрог: Антон, 1998. — С. 292.