Таганрог метеостанцияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Таганрог метеостанцияһы
"Таганрог" метеостанцияһы
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Шевченко урамы , 143
Нигеҙләнгән 1815 йыл, май

"Таганрог"метеостанцияһы  — метеорологик күҙәтеүҙәр алып барыу өсөн барлыҡҡа килгән учреждение. Хәҙерге адресы: Ростов өлкәһе, Таганрог ҡалаһы,Шевченко урамы, 143-се һанлы йорт.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1815 йылдың майында Приазовьеның Таганрог ҡалаһында иң беренсе гидрометеорологик станция асыла. Был ҡаланың ҙур порт булып үҫешеүе арҡаһында мөмкин була[1]. 1833 йылдың апреленә тиклем ул Таганрог ирҙәр гимназияһы бинаһында эшләй. Тикшереү барышында алынған мәғлүмәттәр, урындағы асыҡ сығанаҡтарҙа баҫыла. Мәҫәлән, 1865 йылда сыҡҡан «Таганрог ҡала башлығы иҫтәлек китабында» Таганрогта һауаның уртаса һәм максималь температураһы иҫкә алына.

1870 йылда «Таганрог» метеостанцияһы флагман ауышлығы районында урынлаша. 1880 йылдан һуң, маяҡ төҙөгәс, маяҡ ишек алдына күсә. Был урында метеостанция быуат дауамында тиерлек тора. Үҙ ваҡыты менән учреждение күҙәтеүҙәр ҡорамалдарын һәм тикшереү мәғлүмәттәрен тапшырыу юлдарын яҡшырта. XVII быуатта учреждениеның ҡоралдары бик примитив була. Тәүҙә тикшереүҙәр мәғлүмәтен йыйып, уны порт конторына тапшырғандар, һуңынан рейдта тороусы караптарға махсус сигнал флагтары менән мәғлүмәт тапшырғандар. Телеграф барлыҡҡа килгәс, мәғлүмәт яҡындағы порттарға тапшырылған. Һауа торошо тураһында тәүлек әйләнәһенә һигеҙ тапҡыр, ә диңгеҙ торошо тураһында өс тапҡыр хәбәр иткәндәр. Табылған документтарҙан күренеүенсә, мәғлүмәттәр айырым журналға каллиграфик яҙыу менән яҙылған, яуым-төшөм күләме, диңгеҙ өҫтө һәм һауа торошо тураһында бик тулы мәғлүмәттәр тупланған. XХ быуат башында метеостанция ихтыяждары өсөн радио ҡуллана башлайҙар. 1917 йылдың декабрендә учреждениеның эше Октябрь революцияһы ваҡытында һәм 1921 йылдың декабрендә граждандар һуғышы ваҡытында туҡтатылып торола.

1941 йылдың октябренән 1943 йылдың авгусына тиклем оккупация ваҡытында Таганрог ҡалаһының метеостанцияһы эшен туҡтата. 1970 йылда метеостанция Шевченко, 143 йортонда урынлаша һәм хәҙер ҙә шунда эшләй. Метеостанция барлығы 26х 26 метр участкала урынлашҡан. Күҙәтеүҙәрҙе психометрик будкалар ярҙамында үткәрәләр, ел датчиктар һәм «аҡыллы приборҙар» ҡулланалар. Станция күп һанлы күҙәтеүҙәр алып бара: диңгеҙ яры, радиометрик, актинометрик, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттең бысраныу мониторингын үткәрәләр. Эш һөҙөмтәләре Гидрометүҙәккә һәм гидрометбюроға тапшырыла. Станция штатында 8 кеше эшләй.

2015 йылдағы иҫәпләүҙәр буйынса Таганрог ҡалаһы гидрометстанцияһы диңгеҙ режимының яр буйына йоғонтоһон тикшереп, һауаның бысраныуын мониторлай. Быны тикшереү өсөн төрлө дистанциялы ысулдар ҡулланыла. "МГ -Ц Таганрог " алған мәғлүмәттәр барлыҡ Ростов өлкәһе территорияһының һауа торошон күҙ аллауҙа ҡулланыла. 2015 йылда учреждение метеостанцияның эшләй башлауына 200 йыл тулыуын билдәләп үтте.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]