Таганрог почтамты
Иҫтәлекле урын | |
Таганрог почтамты
| |
XX быуат баштарында төҙөлгән мәҙәни мираҫ объекты | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Архитектура стиле | модерн |
Төҙөүсе | банкир А. А. Давидович |
Нигеҙләнгән | 1911 йыл |
Бөгөнгө хәле | уртаса |
Таганрог почтамты Викимилектә |
Таганрог почтампы, шулай уҡ Давидовичтар йорто— Ростов өлкәһе Таганрог ҡалаһында XX быуат башында төҙөлгән мәҙәни мираҫ объекты. Йорт модерн стилендә төҙөлгән[1]. Бинаның адресы: Фрунзе урамы, 38.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Главпочтампт бинаһы 1911 йылда банкир А. А. Давидович бойороғо буйынса кирбестән һалынған. Бинаның беренсе ҡатын «Э. Фачини һәм К» банкының конторы биләй. «Э. Фачини һәм К» банкы 1912 йылдың 20 ғинуарында асыла. Банкты ойоштороусы — Эммануил Карлович Фачини. Йортта «Банкирский дом Э.Фачини һәм К»[2] тигән иғлан торған. Шул уҡ 1912 йылда бинаның икенсе ҡатында быға тиклем Грек урамында йәшәгән Таганрог мещаны Скурич йортонда торған почта -телеграф конторы урынлаша. Был бина хәҙерге көнгә тиклем һаҡланмаған. Октябрь революцияһынан һуң йорт бинаһының ике ҡатында ла Таганрог элемтә бүлеге эшләгән. 1981 йылда бинаның балконы юҡҡа сыҡҡан, сөнки йорт йөҙ йыл буйына тору ваҡытында бер тапҡыр ҙа ремонт күрмәгән. Шуға ҡарамаҫтан йорттоң торошо бөгөн дә яҡшы хәлдә.
Һүрәтләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йорт штукатурланмаған. Фасады һары һәм күкшел көл төҫөндәге кирбестән төҙөлгән. инеү урыны дуға формалы кәрниз менән биҙәлгән. Модерн стилендә балкон рәшәткәләре эшләнгән. Хәҙерге көндә ул рәшәткәләр киң ялпаҡ формалы.