Таганрог сәнғәт музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таганрог сәнғәт музейы
{{{подпись}}}
Асылған ваҡыты 1898 йыл
Урынлашыуы 347900, Таганрог ҡалаһы, Александр урамы, 56.450077,
Директор Пугач Тамара Федоровна
Сайт artmuseumtgn.ru
Логотип Викисклада Таганрог сәнғәт музейы Викимилектә

Таганрог сәнғәт музейы — Рәсәй көнъяғының хазинаһы һанала. 1898 йылда нигеҙләнгән. Таганрог ҡалаһының 200 йыллыҡ юбилейына арнап төҙөлгән.

Йәйғор”, Архип Куинджи, Таганрог сәнғәт музейы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей А. П. Чехов тәҡдиме буйынса төҙөлә башлай[1]. Тыуған ҡалаһының 200 йыллыҡ юбилейына ошондай бүләк яһарға тигән тәҡдименә яҡташтары ныҡ кинәнес менән ҡушылып китәләр. Тиҙҙән тарихи яҡтан һәм сәнғәт йәһәтенән ҡиммәтле экспонаттар ағыла башлай. Сәнғәт музейы энтузиастар йыйған тупланманан (коллекция) башланып китә.

Музейҙағы тәүге сәнғәт әҫәрҙәре рассәмдәрҙең һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең бүләктәре булып тора. Улар А. П. Чехов һәм И. Е. Репиндың туранан тура ҡатнашлығы менән йыйылған. Таганрог ҡалаһынан К. А. Савицкий «Отец» тип аталған картинаһын тапшырған.

1920 йылда Таганрог сәнғәт музейы Дәүләт музей фондының, Рус Дәүләт музейының күп кенә экспонаттары менән тулыландырылған. Һуңғараҡ өҫтәп, РСФСР һәм СССР мәҙәниәт министрлығы фондының бер өлөшө тапшырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында музей күп кенә юғалтыуҙар кисерә.Һуғыштан һуңғы йылдарҙа совет осороның сәнғәт әҫәрҙәрен туплау буйынса бик күп эш башҡарыла. Бигерәк тә, А. П. Чеховтың туғаны С. М. Чеховтың ярҙамы ҙур була. Уның юллауы аша музей Мәскәү рәссәмдәренең илле картинаһы менән тулылана.

1968 йылда картиналар галереяһы булдырыла. 1976 йылда галерея өсөн XIX быуат уртаһында төҙөлгән боронғо айырым йорт (старинный особняк) бирелә[2]. Экспозиция 1977 йылда йортто реставрациялап бөткәс асыла.

Үткән быуаттың 60-90-сы йылдары бигерәк тә емешле булып сыға. Музей күренекле Мәскәү коллекционерҙары Л. А. Русланова, И. А. Мясникова-Мамонтова, А. А. Абрамян, Е. Ф. Вишневский, Л. Н. Каган һәм башҡалар менән ижади хеҙмәттәшлек булдырыуға өлгәшә.

Һөҙөмтәлә, фонд К. Е. Маковский, И. И. Левитан, В. А. Серов, К. А. Коровин, И. Е. Репин, Г. Г. Мясоедов, Г. Г. Чернецов, В. Д. Поленов, С. Ю. Судейкин, Р. Р. Фальк һәм башҡа бик күп оҫталарҙың иҫ китмәле хеҙмәт емештәре менән байытыла. Музей рус сәнғәте үҫешенең һәр этабын сағылдырырлыҡ тарихи экспонаттар туплай алған.

Хәҙерге көндә Таганрог сәнғәт музейында графика, скульптура, һынлы сәнғәт, биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәренән — бөтәһе 6826 экспонат бар. Шуның 6407-һе төп фондта: һынлы сәнғәт әҫәрҙәре — 1997, графика — 3400, скульптура — 177, биҙәү-ғәмәли сәнғәт әҫәрҙәре — 833 берәмек.

Музейҙың ғорурлығы булып XVIII — XX быуаттың күренекле оҫталары — А. П. Антропов, Ф. С. Рокотов, И. Е. Репин, В. И. Суриков, И. И. Шишкин, И. И. Левитан һәм башҡа рассәмдәрҙең данлыҡлы әҫәрҙәре тора.

Музейҙың әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таганрог сәнғәт музейы — ҡала халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың яратҡан мәҙәни һәм рухи ял итеү урыны. Музейҙың XIX быуатта төҙөлгән бинаһы бөгөн дә үҙенең тарихи йөҙөн юғалтмаған. Иҫ китмәле күркәм бүлмәләр — үҙҙәре бер тарих. Үткән быуаттың йәмле бер иҫтәлектәре, шаңдауы булып тора.

Музейҙың эске өлөшөн Италия мәрмәр скульптураһынан булған иҫ китмәле өлгөләр биҙәй. Улар нәфислеге, нескәлеге, ҡупшылығы, нәзәкәтлеге менән юйылмаҫ тәьҫир яһай. Тәрән хәтирәләр ҡалдыра.

Музей бик күп бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 2003 йылда «Золотая карта России» проекты сиктәрендә Таганрог сәнғәт музейы коллекцияһынан 50-нән артыҡ эш Третьяков дәүләт галереяһында күргәҙмәгә ҡуйыла. Хәҙерге ваҡытта музей фәнни-тикшеренеү эше алып бара, Таганрог сәнғәт музейына арналған «Вехи Таганрога» тигән тарихи-әҙәби альманах баҫтырыуға әҙерләне.

А. П. Чеховтың тыуыуының 150-йыллығына «Таганрог сәнғәт музейы. Һынлы сәнғәт. Графика. ХVIII-ХХ б.б.» альманахы баҫтырып сығарыла. 2005 йылда «Года России в Китае» проектында «19 быуаттың икенсе яртыһында рус реализмы» тигән тема аҫтында экспозия ойоштора, Пекин, Шанхай һәм Гуанчжоу музейҙарында уңышлы сығыш яһай.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с — ISBN 5-7509-0662-0.
  2. Киричек М. С. Хандрина дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 764. — ISBN 978-5-88040-064-5.