Таж Мәхәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
ЮНЕСКО
Мечеть
Таж Мәхәл
һинд ताज महल, урду تاج محل, ингл. Taj Mahal
Таж Мәхәл мавзолейы
Таж Мәхәл мавзолейы
Ил Индия
Ҡала Агра
Координаталар 27/10/29.75/N/78/2/31.55/E
Конфессия ислам
Бина тибы мавзолеймәсет
Нигеҙләүсе Шах-Джахан
Нигеҙләнгән 1632 йыл
Төҙөлөшө 16321653 йылдар
Бөгөнгө хәле музей
Сайт Рәсми сайт

1653

Таж МәхәлXVII быуатта Бөйөк Моголдар империяһы падишаһы Шаһ Йыһан үҙенең ун дүртенсе бала тапҡанда үлгән ҡатыны Мумтаз-Махал иҫтәлегенә төҙөткән мавзолей-мәсет. Таж Махал һинд, фарси һәм ғәрәп стилдәрен ҡулланған Бөйөк Моголдар империяһы стилендә төҙөлгән иң яҡшы архитектура өлгөһө тип иҫәпләнә[1][2]. 1983 йылда Таж Махал ЮНЕКСКО-ның Бөтә донъя мираҫы тип иғлан ителә: «Һиндостанда мосолман сәнғәтенең ынйыһы һәм барыһы ла танығын бөтә донъя мираҫы»[3].

Аҡ мәрмәрҙән эшләнгән кәшәнә көмбәҙе иң билдәле тип компоненты булып тороуға ҡарамаҫтан, Таж Махал структураһы интеграцияланған комплекс. ин 1632 йылда бина төҙөү башлана һәм яҡынса 1653 йылда тамамлана. Төҙөлөштә 20 меңдән ашыу оҫта һәм һөнәрсе эшләй[4]. Төҙөлөш эштәрен император контролендәге архитекторҙар советы башҡара. Архитекторҙар советында Дешенов-Ана, Макрамат Хан һәм Устад Ахмад Лахори була. Баш архитектор булып Лахори иҫәпләнә[3]. Башҡа фараз буйынса төрөк архитекторы Иса Мәхәмәт Әфәнде баш архитектор булған[5].

Мавзолей эсендә шаһ һәм уның ҡатынының төрбәһе ҡуйылған. Ысынында иһә, уларҙың ерләнгән урыны төрбә аҫтында ергә күмелгән. Төҙөлөш йылдары яҡынса 1630—1652 йылдар. Тах Мәхәл 74 метрлыҡ платформа өҫтәндә ҡуйылған биш мөйөшлө көмбәҙҙән тора. Мөйөштәренә дүрт манара ҡуйылған. Манаралар емерелгән осраҡта төрбәне емермәһен өсөн ситкә ауышырыҡ итеп ҡуйылған. Мавзолей алдында фонтанлы һәм бассейнлы баҡса урынлашҡан.

Мавзолейҙың стеналары шымартылған ярым үтә күренмәле мәрмәрҙән һалынған. Мәрмәр 300 км ситтән килтерелгән. Төҙөлөштә фирүзә, агат, малахит, аҡыҡ файһаланылған. Мәрмәрҙең шундай үҙенсәлеге бар, ул көн яҡтыһында аҡ төҫтә, таң яҡтыһында алһыу төҫтә, айлы төндә көмөш төҫтә булып күренә.

Һиндостандың Утар Прадеш штатының Агра ҡалаһында урынлашҡан. Донъяла иң матур биналарҙың береһе, Һиндостанға килеүсе туристар өсөн иҫтәлекле урын булып иҫәпләнә.

Проекттың авторы – Бөйөк Синандың уҡыусыһы Сүриә архитекторы Устада Иса Хан (инг.)баш..

2007 йылда «Донъяның ете мөғжизәһе» итеп һайланған[6] 2,5 км ситтә урынлашҡан Агра Форты менән берлектә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тадж Махал көнсығыштан күренеш
ЮНЕСКО флагы ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы, объект № 252
рус.англ.фр.

Комплекс төҙөлөшөнә империяның барлыҡ мәйөштәренән, шулай уҡ Урта Азия, Фарсы һәм Яҡын Көнсығыш илдәрернән 22 00-нән артың оҫта саҡылыла.

Таж Махал Агра крпестынан көньяҡтараҡ төҙөлә. Махарадже Джай Сингху (англ. Jai Singh I) ерен Шах-Джахан Агры үҙегендәге ҙур һарайға алыштырып ала. 1.2 герктар ерҙең ҡатламы алыштырыла, йылға ярынан 50 метрға күтәрелә.Буласаҡ мавзолей урынында ҡоҙоҡтар ҡаҙыла, ҡоҙоҡтар буласаҡ ҡорамдың фундаменты өсөн бур ташы менән тултырыла.Мавзолей тирәләй кирбестән төҙөлөш баҫҡыстары төҙөлә. Төҙөлөш баҫҡыстары шул тиклем ҙур була, оҫталар улырҙы емереү генә бер нисә йыл ваҡытты аласаҡ тип хәүфләнә. Риүәйәт буйынса, тәһәләш тамамланғас Шах-Джахан һәр кем үҙенә кәрәгенсә кирбес ала ала тип иғлан итә. Нәтижәлә крәҫтиәндәр бер тән эсендә ярҙамсыл стенаны ҡутарып ташып алалар.

Тадж Махал Могол архитектураһы өлгөһө булып тора – бында Ислам, Һиндостан, Персия (Иран) төҙөлөш сәнғәте өлгөләре ҡатнашҡан.

Жахан Шах үҙе өсөн дә мавзолей төҙөргө йыйына, әммә төҙөлөш башланмаҫ элек вафат була һәм Тадж Махалда ҡатыны менән ерләнә.

Тадж Махалды төҙөү өсөн төҙөлөш материалдары бөтә донъянан ҡайтарыла, уларҙы күсереү өсөн 10 000 кеше ҡатнаша. Төҙөлөш менән Әхмәд Лухара (Uhmad Ahmad Lahauri) етәкселек иткән тип иҫәпләнә.[7] Төҙөлөш 1653 йылда тамамлана.[8]

Хәүеф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күптәр ҡасан да булһа төҙөлгән иң матур бина тип иҫәпләй. Тик, бина кислота ямғырҙары аҫтында әкренләп емерелә.[9] Яҡындаға нефть эшкәртеү заводтарын емереүҙә ғәйепләйҙәр. 1996 йылда Һиндостандың Юғары суда яҡындағы сәнәғәт объекттары Тадж Махалға зыян килтерә тип белдәрә.[10] Суд 10 400 км тирәлекте һаҡлау зонаһы тип иғлан итә. Заводтар таш күмер урынына тәбиғи газ ҡулланырға бурыслы.[11]

Күрергә килеүселәрҙең дә йоғонтоһо бат тип иҫәпләнә. Агра экологы Раджан Кишоре (Rajan Kishore) күрергә килеүселәр емерелеүгә баҫым яһай, һәм уларҙың һанан сикләргә тигән тәҡдим яһай.[12]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://bash.bashgazet.ru/obshestvo/5645-mgelek-y-bilde.html

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Hasan, Parween (November 1994), "«Review of Mughal Architecture: Its outline and its history»", The Journal of Asian Studies Т. 53 (4): 1301 
  2. Lesley A. DuTemple, «The Taj Mahal», Lerner Publishing Group (March 2003). p. 26: «The Taj Mahal, a spectacular example of Moghul architecture, blends Islamic, Hindu and Persian styles».
  3. 3,0 3,1 Taj Mahal  (инг.). 9 май 2019 тикшерелгән.
  4. Тадж-Махал.
  5. Architect of the Taj Mahal — Architect of the Taj Agra — Chief Architect of the Taj Agra India.
  6. http://www.new7wonders.com/en/the_whole_world_of_new7wonders/the_official_new_7_wonders_of_the_world/
  7. UNESCO advisory body evaluation.
  8. Ganguly, Meenaksy At The Taj Mahal, Grime Amid Grandeur - TIME. time.com (September 10, 2001). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  9. News - Environment: India's famed Taj Mahal is losing its lustre. iol.co.za. 29 апрель 2010 тикшерелгән.
  10. Morley, Ian ArchitectureWeek - Culture - Saving the Taj Mahal - 2007.0411. architectureweek.com (April 11, 2007). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  11. Why is the Taj Trapezium Zone and why is it called so?. Times of India (May 4, 2008). 2 апрель 2011 тикшерелгән.
  12. Fitzpatrick, Michelle Tourist boom puts Asia's treasures at risk. Agence France-Presse (March 8, 2011). 2 апрель 2011 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]