Тайвань рейтингы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тайвань рейтингы

Performance Ranking of Scientific Papers for World Universities (NTU Ranking, Тайвань рейтингы) ― күләм, фәнни хеҙмәттәр импакты, уларҙың йоғонтоһо һәм эш һөҙөмтәләре буйынса классификацияланған юғары уҡыу йорттарының глобаль рейтингы. Ул 2007—2011 йылдарҙа Тайвандең юғары белем биреүҙе баһалау һәм аккредитация буйынса советы (HEEACT)[1] тарафынан баҫтырыла, ә 2012 йылдан уны Тайвань Милли университеты сығара. Унда фәнни мәҡәләләрҙең импакт-факторын анализлау һәм классификациялауҙың библиометрик методикаһы ҡулланыла. Дөйөм рейтингтан тыш, ун дүрт дисциплина һәм фәндең алты өлкәһе буйынса иң яҡшы университеттар исемлегенә баҫылып сыға[2].

Рейтин 2007 йылда тәҡдим ителә. Классификацияның тәүге методологияһы университеттың медицина мәктәптәренә өҫтөнлөк бирә. 2008 йылда HEEACT «Ялан рейтингын» баҫтыра башлай, ул фәндең алты өлкәһен үҙ эсенә ала: ауыл хужалығы һәм тирә-яҡ мөхит тураһындағы фәндәр (AGE), клиник медицина (MED), инженерия, иҫәпләүҙәр һәм технологиялар (ENG), тормош тураһындағы фәндәр (LIFE), тәбиғи фәндәр (SCI) һәм социаль фәндәр (SOC).

2010 йылда HEEACT фән һәм технологиялар өлкәһендә төрлө предмет рейтингтарын баҫтыра башланы. Фән өлкәһендә физика, химия, математика һәм ер тураһында фән бар. Технологиялар өлкәһе электротехника, информатика, машиналар эшләү, химик инженерия (шул иҫәптән энергия һәм яғыулыҡ), материалдар өйрәнеү һәм гражданлыҡ ҡоролошона (шул иҫәптән экологик инженерия) бүленә.

2012 йылда HEEACT рейтинг һөҙөмтәләре буйынса фекерҙәр айырымлығы сәбәпле проектта ҡатнашыуын туҡтата. Тайвань етәкселеге, Тайвань хөкүмәт артабан Тайвандең юғары белем биреүҙе баһалау һәм аккредитация буйынса советына ярҙам итмәйәсәген белдерә.

2012 йылдан донъя университеттарының фәнни хеҙмәттәре һөҙөмтәләре өсөн рейтингты Тайвань Милли университеты баҫтыра, шулай уҡ ул NTU рейтингы булараҡ билдәле[3].

Рәсәй университеттары араһынан 2020 йылда рейтингта иң юғары позицияны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты биләй (260-сы урын)[4].

Рейтинг баһалауы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Австралия тикшеренеүселәре раҫлауынса, 2007 йылда HEEACT төҙөгән донъя университеттарының фәнни хеҙмәттәре рейтингы университеттарҙың әлеге донъя рейтингтарына файҙалы өҫтәмә булып тора, сөнки уның ысулы ҡәтғи, һөҙөмтәләре ышаныслы[5]. Ҡытайҙың Фәнни һәм техник мәғлүмәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Ву И-шань белдереүенсә, HEEACT рейтингы ―ул ҡасан да булһа күргән классификацияның иң яҡшы системаһы. Уның аңлатыуынса, был рейтинг университетарҙың оҙайлы һәм ҡыҫҡа ваҡытлы һөҙөмтәлелеген иҫәпкә ала. Был ике күрһәткесте берләштереү новаторлыҡ идеяһы булып тора[6]. Ричард Холмс University Ranking Watch-ҡа: «Әлбиттә, Шанхай рейтингы башҡа рейтингтар менән бәйләнешен күрһәтә (АҠШ университеттарын һайлап алыу нигеҙендә), Тайвандең HEEACT рейтингы бер ни тиклем яҡшыраҡ эшләй»[7]. Торонто университетының тикшеренеүҙәр буйынса вице-президенты, профессор Пол Янг билдәләүенсә, «HEEACT рейтингтары сағыштырмаса яңы, мөһим һәм тикшеренеүҙәрҙең һаны һәм сифаты буйынса методологик яҡтан ышаныслы күрһәткес булып тора»[8]. Тайвань Милли университетының академик мәсьәләләр буйынса деканы Чан Бин-Хуан, «HEEACT 2009 йылда үткәргән донъя университеттары рейтингы һөҙөмтәләре объектив мәғлүмәттәргә нигеҙләнгән», тип белдерә[9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.heeact.edu.tw/mp.asp?mp=2 2011 йыл 12 июнь архивланған.
  2. Introduction. National Taiwan University. Дата обращения: 7 октябрь 2018. 2020 йыл 20 сентябрь архивланған.
  3. http://nturanking.lis.ntu.edu.tw/ 2015 йыл 4 июль архивланған.
  4. World University Rankings. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  5. Moodie, G. (2008), Taiwan addition sums up science rank.(Retrieved Aug 6, 2009)
  6. http://www.sciencenet.cn/m/user_content.aspx?id=219367 2009 йыл 14 июнь архивланған.
  7. Holmes, R. (2009), Is There a q Factor in University Ranking?(Retrieved Aug 5, 2009)
  8. Stephens, L. (2009), UofT first in Canada in international rankings for research. 2011 йыл 10 июнь архивланған.(Retrieved Aug 5, 2009)
  9. Kao, Y.L. (2009), NTU ranks 26th in Webometrics Ranking of World Universities(недоступная ссылка)(Retrieved Aug 5, 2009)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]