Талипов Мазһар Талип улы
Талипов Мазһар Талип улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 28 ғинуар 1912 |
Тыуған урыны | Әмир, Ҡашҡа ауыл Советы, Асҡын районы, СССР |
Вафат булған көнө | 10 октябрь 1997 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Муллаҡай, Яңы Муллаҡай ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | ҡыҙылармеец[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Талипов Мазһар Талип улы (28 ғинуар 1912 йыл — 10 октябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сапёр взводы шартлатыусыһы, ҡыҙылармеец[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) [2] һәм II дәрәжә Ватан һуғышы (1985)[3] ордендары кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мазһар Талип улы Талипов хәҙерге Асҡын районы Әмир ауылында 1912 йылдың 28 ғинуарында дүртенсе бала булып тыуа. Йәштәштәре кеүек парта артына ултырып белем алырға насип булмай. Өммөгөлсем Нурмөхәмәт ҡыҙына (7 март 1913 йылғы) өйләнә. Улар ете балаға ғүмер бирә, шуларҙың өсөһө — Мөғәллимә, Мәрзәнә, Мәккиә (3 йәш булып ҡала) аталары һуғышҡа киткәнсе тыуа.
Хәрби хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Асҡын район хәрби комиссариаты тарафынан армияға 1941 йылдың декабрендә саҡырыла. Командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов булған Башҡорт атлы кавалерия дивизияһына ебәрелә.
1943 йылдың йыл башында гвардия исеме бирелеү менән дивизияның да, полктарҙың да номерҙары алмашына. Гвардия подполковнигы Герасим Черников частарҙы тикшергәндә был турала атлыларға ҡат-ҡат хәтерләтә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы тип йөрөтөлә. Полктарҙың да номерҙары үҙгәрә. 275-се — 58-се гвардия кавалерия полкына, 294-се — 60-сы гвардия кавалерия полкына, 313-сө — 62-се гвардия кавалерия полкына әйләндерелә. Корпус элек 8-се булһа, унан 7-се гвардия кавалерия корпусы була[4]. Шулай итеп, Мазһар Талипов 7-се гвардия кавалерия корпусы 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкының сапер взводында шартлатыусы булып хеҙмәт итә.
1944 йыл. Башҡорт дивизияһы беренсе эшелонда барасаҡ. Аттары ла, үҙҙәре лә бик ныҡ йонсоған, асыҡҡан, штык менән ҡылыстан башҡа ҡоралдары ҡалмаған. Урал егеттәре, ҡул һуғышы менән Давыдовка, Александровка ауылдарын алып, Владимировкага табан юл тоталар. Уларҙың ауыл эргәһендәге ҡалҡыулыҡҡа күтәрелеүҙәре була, ун биш танк менән ике батальондан артыҡ дошман пехотаһы һөжүмгә ташлана. Мазгар Талип улының ҡаһарманлыҡ осоро нәҡ ошо ваҡытҡа тура килә. 25.12.1943 — 15.01.1944. — Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә!.. Александровка ауылы тирәһендә, оҫта булараҡ мина алып барыу һәм ҡуйыуҙы ойоштора, шулай уҡ бөтә дивизия үтһен өсөн һаҙлыҡ аша өс күпер төҙөүҙә ҡатнаша. 1944 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Яралана, санчаста ятып һауығып сыға. Фашистарҙы ҡыуып, Берлинға тиклем барып етә.
Маҡтаулы исемдәре һә башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
Һуғыштан һуңғы тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған ауылына 1946 йылда әйләнеп ҡайта, артабан төрлө эштә эшләй.
1959 йылда ғаиләһе менән Ҡариҙел районы Дөлбәж ауылына (хәҙер юҡ) күсеп китә. Унда өс йыл йәшәгәс, Муллаҡай ауылында төпләнә. Һуғыштан һуң дүрт балаһы тыуа: Зөфәр, Мәүлимйән, Фәйзүнә, Таһир (иҫән).
1972 йылда хаҡлы ялға сыға. Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығына II дәрәжә Ватан һуғышы юбилей ордены менән бүләкләнә.
Ейән-ейәнсәрҙәренә ваҡыты-ваҡыты менән һуғыш юлын һөйләгән.
Бер ҙур ауылдан немецтарҙы ҡыуа инек. Ауыл кәртәһе янына бер – бер артлы шыуышып барып, кәртә аша һикереп, ташландыҡ. Йәнәшә килгән яугир ҡаты яралана. Олатайым ярҙам итә, күп тә үтмәй дошманды ҡыйратып ауылды азат иткәндәр. Ауыл халҡы аҙ ине, ас ине, ләкин беҙҙең өсөн бик шат ине |
— тип һөйләүе хәтеремдә тине Гөлсинә ейәнсәре.
1997 йылдың 10 октябрендә, 85 йәшендә вафат була. Муллакай ауылында ерләнә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ <Шайморатовсылар. Талипов Мазһар Талип улы
- ↑ Мазгар Талипович. Наградной лист(недоступная ссылка)
- ↑ Мазгар Талипович.
- ↑ Әхтәм Ихсан. Саҡма тояҡ аттарҙа. — Өфө, 1995. — №192 с.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхтәм Ихсан. Саҡма тояҡ аттарҙа. — Өфө, 1995. — №480 с.
- Гөлфия Сабирова. Ышаныч. "Илебез азатлыгы өчен көрәшкән". — Асҡын: Асҡын районының ижтимагый – сәяси гәзите, 4 июнь 2021. — №45 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шайморатовсылар. Талипов Мазһар Талип улы (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Талипов Мазгар Талипович. Наградной лист (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)
- Талипов Мазгар Талипович. (Тикшерелеү көнө: 6 июль 2021)