Таллинн ҡултығы
| Таллинн ҡултығы | |
|---|---|
| эст. Tallinna laht | |
Таллин ҡултығы, 2004 йылда ерҙең яһалма юлдашынан төшөрөлгән һүрәт | |
| Ҡылыҡһырламалар | |
| Ҡултыҡ төрө | ҡултыҡ |
| Майҙаны | 250[1] км² |
| Иң ҙур тәрәнлек | 90[1] м |
| Урынлашыуы | |
| Юғарыраҡ тороусы акватория | Фин ҡултығы |
| Уезд | Харьюмаа |
| Муниципалитеттар | Таллинн, Виймси |
Та́ллинн ҡултығы[2] (Та́ллинн ҡултығы[3]; иҫк.: Ревель бухтаһы[4], Таллиналахт[5]; эст. Tallinna laht[4]) — Фин ҡултығының Суурупи һәм Виймси ярымутрауҙары һәм Найссаар һәм Аэгна утрауҙары араһындағы өлөшө. Ҡултыҡтың көньяҡ яры буйында Эстонияның баш ҡалаһы Таллинн урынлашҡан.
Ҡултыҡ майҙаны яҡынса — 250 км², иң ҙур тәрәнлеге — 90 метр (Аэгна һәм Найссаар утрауҙары араһында). Таллин ҡултығы Эстонияның иң тәрән ҡултыҡтарының береһе булып тора[1]. Ярымутрауҙар үүҙ сиратында Таллинн ҡултығын өс өлөшкә бүлә: Какумяэ (Тискре) ҡултығы, Копли ҡултығы, Пальясааре ҡултығы һәм Таллинн рейды (ҡултыҡтың иң тар урыны, Пальяссааре һәм Мийдуранна араһында урынлашҡан).
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡултыҡтың яр буйы, дөйөм алғанда, һөҙәк, ҡаялы ярҙар Раннамыйза, Какумяэ, Копли ярымутрауында һәм Найссаар утрауында осрай.
Иң ҙур ҡомло пляждар Какумяэ, Пельгуранна һәм Пирита урынлашҡан. Ташлы яр буйҙары Раннамыйза һәм Тискре араһында, Какумяэ һәм Рокка-аль-Маре, Пальясааре һәм Копли араһында, Кадриоргта, Меривяльяла һәм Аэгна утрауында урынлашҡан.
Яр буйы тәрән түгел, төбө башлыса ташлы. 10 метр тәрәнлек ярҙан 0,5—1,0 км алыҫлыҡта башлана[1].
Ҡултыҡта бер нисә һайлыҡ бар: Найссаар утрауынан көнсығышҡа табан Найссаар һайлығы (урыны менән тәрәнлеге 34 метр), был һайлыҡтан көнсығышҡа табан тәрәнлеге 7,4 метр булған Кескмадал (Keskmadal) һайлығы, Пальяссааренан төньяҡ — көнбайышҡа табан тәрәнлеге 3,8 метр булған Вахемадал ((Vahemadal)) һайлығы[1].
Иң билдәле һыу аҫты рифтары — Литтегрунд (Littegrund), Хюлькари (Hülkari йәки Hülgekari) һәм Пальяссааре (Paljassaare). Бәләкәй утрауҙар булараҡ Пююнси ауылы (Püünsi) янында 2 гектар самаһы майҙанлы Пандью (Pandju йәки Paljandu) һәм Какумяэ мороно ҡаршыһында 1,6 гектар майҙанлы Лийвакари (Liivakari) билдәле.
Ҡултыҡҡа Пирита йылғаһы һәм бер нисә шишмә ҡоя, уларҙың иң билдәлеләре — Тискре (Tiskre) Мустоя (Mustoja) шишмәләре.
Ҡултыҡта һыу кимәле йылына 2 метр тирәһендә тирбәлә[1]. Таллин рейдеһында тулҡын бейеклеге ҡайһы берҙә 4 метрға етә[6].
Порттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡултыҡ ярында бер нисә порт (Таллин пассажирҙар порты, Мууга порты, Пирита порты һ.б.) һәм причалдар урынлашҡан, улар араһында 2017 йылдың июнендә Какумяэла 300-гә тиклем судно һыйҙырышлы Хавен Какумяэ (Haven Kakumäe) яхта гаване асылған[7].
Ҡултыҡ ярындағы беренсе даими причал 17-се быуатта төҙөлә, ә молдар менән нығытылған порт — Төньяҡ һуғыштан һуң[1].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- И. К. Айвазовский, «Ревель» (Таллинн ҡултығы), 1845 йыл
- Копли ҡултығы
- Меривяльяла Таллин ҡултығы яры буйы
- Вахемадалла маяк
- Рокка-аль-Марела Таллин ҡултығы яры буйы
- Кадриоргла Таллин ҡултығы яры буйы март айында
- Пиритала пляж яҙ көнө
- Виндсёрфинг Таллин ҡултығында, октябрь 2008
- Таллин ҡултығына күренеш һәм Мууга порты Таллинн телебашняһынан
- Таллинн пассажирҙар порты
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 7 Tallina laht (эст.). Eesti Entsüklopeedia. Дата обращения: 26 ғинуар 2018. Архивировано 30 март 2018 года.
- ↑ Та́ллинский зали́в // Словарь географических названий СССР / Федеральное агентство геодезии и картографии, Центральный научно-исследовательский институт геодезии, аэросъёмки и картографии]. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 240. — 94 000 экз.
- ↑ IV. Передача географических терминов и написание составных названий // Инструкция по русской передаче географических названий Эстонской ССР / Составитель: С. К. Бушмакин. Редактор: А. Х. Каск. — Москва: Типография издательства «Известия», 1972. — С. 11. — 29 с. — 1000 экз.
- 1 2 Tallinna laht. — результаты поиска в базе данных географических названий Института эстонского языка (KNAB; Eesti Keele Instituudi kohanimeandmebaas): eki.ee/knab/knab.htm. Дата обращения: 1 февраль 2018.
- ↑ Лист карты O-35-I Таллин. Масштаб: 1 : 200 000. Издание 1953 г.
- ↑ Tallinna laht (эст.). Eesti Kalastuse Entsüklopeedia. Дата обращения: 26 ғинуар 2018. Архивировано 15 август 2018 года.
- ↑ Avati Kakumäel asuv Haveni vaikelaevasadam (эст.). Uudised (22 июнь 2017). Дата обращения: 26 ғинуар 2018. Архивировано 26 декабрь 2018 года.