Таллин техник университеты
| Таллин техник университеты (ТТУ) | |
| Logo veeb esitlus.png | |
| Tallinn University of Technology.png | |
| Исеме |
эст. Tallinna Tehnikaülikool |
|---|---|
| Халыҡ-ара исеме |
Tallinn University of Technology |
| Элекке исеме |
Таллин политехник институты (ТПИ) |
| Девиз |
Mente et manu |
| Асылған йылы | |
| Тип |
Дәүләт |
| Ректор | |
| Студенттар |
14 151 (2011) |
| Сит ил студенттары |
600-ҙән ашыу |
| Урынлашыуы | |
| Юридик адресы | |
| Сайт | |



Таллин техник университеты (ТТУ[1], ТалТех[2]) (эст. Tallinna Tehnikaülikool, TalTech[3]) — Эстонияның иң боронғо инженер-техник профилле университеты[4]. Машиналар эшләү, бизнес һәм дәүләт идаралығы өлкәһендә илдең алдынғы уҡыу йорто булып тора[5]. Эстонияның баш ҡалаһы Таллинда урынлашҡан. 1918 йылда нигеҙ һалына.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балтик буйы һәм Европа берлегенең яңы илдәрендә алдынғы инженер вуздарының береһе булып тора. Университетта 14 меңдән ашыу студент уҡый, шуларҙың 600-ҙән ашыуы донъяның 60 иленән сит ил студенттары. Факультеттарҙа һәм ғилми-тикшеренеү үҙәктәрендә 2000 самаһы кеше эшләй, улар араһында 154 профессор[6]. Уҡытыу эстон һәм инглиз телдәрендә алып барыла. ТТУ-ның 15 уҡыу корпусы бер кампусҡа берләштерелгән[7].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет тарихы 1918 йылда башлана: 1918 йылдың 17 сентябрендә эстон техник берләшмәһе нигеҙ һалған эстон телендә уҡытыу мәктәбе асыла. Унда машиналар эшләү, электротехника, суднолар төҙөү, гидротехника, төҙөлөш һәм архитектура дәрестәре уҡытыла. 1919 йылдың көҙөнән мәктәп Таллин техникумы тип атала башлай. Агромелиорация, ер үлсәү һәм техник химия бүлексәләре өҫтәлә. Шулай уҡ диңгеҙ инженерияһы һәм механикаһы бүлеге ойошторола. Техникумда карап механиктары мәктәбе эшләгән.
Мәктәп курсы әҙерлек, түбәнге һәм юғары баҫҡыстарға бүленә. Әҙерлек курсының уҡыу ваҡыты 3 йыл була. Техникумдың түбәнге баҫҡысы — техниктар, юғары баҫҡысы инженерҙар һәм архитекторҙар әҙерләгән. Артабанғы үҫеше маҡсатында (1920 йылда) техникум дәүләт юғары уҡыу йорто статусын ала. 1923 йылда әҙерлек курсы бойондороҡһоҙ техник гимназияға әйләнә, юғары техник мәктәп тип атала башлай, уның студенттары хоҡуҡтары Тарту университеты студенттары хоҡуҡтары менән тиңләшә.
1934 йылда Тарту университетында инженерҙар әҙерләү башлана, 1936 йылда техник факультет Таллин техникумына күсерелә, ул 1936 йылдың 15 сентябрендә Таллин техник институты исемен ала. Институтта өс бүлек ойошторола: төҙөлөш, химия, шулай уҡ механика һәм механика технологияһы бүлеге. 1938 йылдың 1 ғинуарынан уҡыу йорто Таллин техник университеты тип атала башлай, унда төҙөлөш-механика һәм тау-химия факультеттары ойошторола фәнни дәрәжәләр биреү башлай. 1939 йылда электротехник һөнәрҙәргә ҡабул ителә. 1940 йылда иҡтисад, 1958 йылда — энергетика, 1965 йылда автоматика факультеттары асыла.
1941 йылда һәм 1944 йылдан 1989 йылға тиклем уҡыу йорто Таллин политехник институты (ТПИ) (эст. Tallinna Polütehniline Instituut (TPI)). Һуғышҡа тиклемге атамаһы Эстон ССР-ы Министрҙар Советының 1989 йылдың 21 июлендәге 257-се ҡарары менән тергеҙелә.
1991 йылда предметлы уҡытыу системаһына күсеү процесы башлана, 1992 йылда университеттың уҡыу структураһы үҙгәртелә. 1995 йылдан бакалаврҙар әҙерләнә. 2002 йылдың сентябренән уҡыу программаларының яңы системаһына күсә (3 йыл бакалавриат һәм 2 йыл магистратура), шунан һуң уҡыу процесы Европа университеттарындағы уҡыу процесы менән берләштерелә. Халыҡ-ара кимәлдә уҡытыу эше инглиз телендә бакалавриат, шулай уҡ магистратура кимәлендә лә башлана. Бөтә программалар ҙа аккредитациялана. 2008 йылдың 27 майында ҡул ҡуйылған берләшеү тураһындағы килешеү һөҙөмтәһендә, 2008 йылдың 1 июленән башлап Audentes халыҡ-ара университеты Таллин техник университеты идараһы аҫтында эшләүсе структур берәмек булып тора. Ул, берләшеп, ғәмәлдәге барлыҡ килешеүҙәрҙе, төҙөлгән субподряд һәм йөкләмәләр килешеүҙәрен, шулай уҡ бөтә уҡыу килешеүҙәрен тапшыра.
2014 йылдың 1 авгусында Эстония диңгеҙ академияһы колледж булараҡ ТТУ составына инә[8].
Рус телендә уҡытыу 2015 йылдан тулыһынса туҡтатыла (быға тиклем рус телле беренсе курс студенттары өсөн алып барыла[9]).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ERR ТТУ подготовил для школ бесплатный курс математики. ERR (3 октябрь 2024). Дата обращения: 30 март 2025.
- ↑ ERR, Игорь Савельев | Кубок ЕКФ: таллиннский "Сельвер/ТалТех" проиграл румынской "Короне" и выбыл из борьбы. ERR (18 декабрь 2024). Дата обращения: 30 март 2025.
- ↑ TalTech, brand materials (ингл.). Tallinn University of Technology.
- ↑ Tallinn University of Technology. Дата обращения: 17 апрель 2013. Архивировано из оригинала 30 март 2012 года.
- ↑ TalTech - Tallinn University of Technology (ингл.). www.educations.com. Дата обращения: 22 апрель 2020. Архивировано 10 август 2020 года.
- ↑ Ülikool tipptegijatele — Tallinna Tehnikaülikool 2013 йыл 19 март архивланған.
- ↑ ТТУ Главная страница. Дата обращения: 6 апрель 2015. Архивировано из оригинала 9 апрель 2015 года.
- ↑ Postimees. Морская академия и ТТУ подпишут договор о слиянии 23 апреля (21 апрель 2014). Дата обращения: 4 ноябрь 2014. Архивировано 4 ноябрь 2014 года.
- ↑ ТТУ: интерес русской молодежи к учебе на родном языке постоянно снижается. ERR (27 ғинуар 2014). Архивировано 18 май 2025 года.