Эстәлеккә күсергә

Таллин (аэропорт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таллин
Рәсем
Изображение интерьера
Ҡыҫҡаса атамаһы Tallinn-L. Meri һәм Tallinn L. Meri
Кем хөрмәтенә аталған Леннарт Мери[d] һәм Таллин
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Таллин[d]
Сәғәт бүлкәте Europe/Tallinn[d]
Урын Юлемисте (микрорайон)[d] һәм Сыямяэ[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 131 фут һәм 40 метр[1]
Хеҙмәтләндереүсе AS Tallinna Lennujaam[d]
Рәсми асылыу датаһы 20 сентябрь 1936
Пассажирҙар ағышы 2 748 255[2]
Хеҙмәтләндерелгән ҡала Таллин[3]
Нимә менән тоташа Lennujaam[d]
Рәсми сайт airport.ee/en/tallinn-ai…
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Зимнее изображение
Вид с воздуха
Контрольная точка аэродрома 59°24′48″ т. к. 24°49′58″ кс. о.HGЯO
Осоу-ултырыу һыҙаты 08/26
ИАТА аэропорты коды TLL
ИКАО аэропорты коды EETN
Карта
 Таллин Викимилектә

Леннарт Мери исемендәге Таллин аэропорты (эст. Lennart Meri Tallinna lennujaam, шулай уҡ Ülemiste lennujaam) (IATA: TLL, ICAO: EETN) — Эстонияның төп халыҡ-ара аэропорты, Nordica милли авиакомпанияһының база аэропорты, Латвияның «airBaltic» авиакомпанияһының өҫтәмә хабы. Илдең баш ҡалаһы Таллинда урынлашҡан.

Таллин үҙәгенән 4 км алыҫлыҡта, Мууга портынан 20 километрҙа Һәм Таллин пассажирҙар портынан 5 километрҙа урынлашҡан[4].

Аэропортта оҙонлоғо 3480 (элек 3070) метр булған бер осоу-ултырыу һыҙаты бар (11 410 / 10 070 фут) һәм киңлеге 45 метр, һигеҙ ҡапҡа. Аэропорт башлыса Боинг 737—300/500 һәм Airbus A320 тибындағы ҙур булмаған һауа судноларын хеҙмәтләндерә, шулай уҡ Боинг-747 тибындағы ҙур судноларҙы ла ҡабул итә ала.

Джордж Буш кортежы Таллин аэропортында, 2006 йыл

Аэропорт менән Tallinna Lennujaam AS акционерҙар йәмғиәте идара итә, ул тулыһынса Эстония дәүләте милке.

1980 йылда Мәскәүҙә йәйге Олимпия уйындары өсөн пассажирҙар терминалы төҙөлә (Таллин уйындар сиктәрендә елкән спорты буйынса ярыштарҙы ҡабул итә). 2007 йылдың ҡышынан 2008 йылдың йәйенә тиклем пассажирҙар терминалын үҙгәртеп ҡорола.

2009 йылдың 29 мартында, Эстония президенты Леннарт Мериҙың тыуыуына 80 йыл тулған көндә (1929—2006), уның исеме Таллин аэропортына бирелә[5].

2015 йылдың 8 ноябренән банкротлыҡ арҡаһында быға тиклем был аэропортта элекке төп ташыусы булған Эстонияның «Estonian Air» милли авиакомпанияһы осоштарҙы туҡтата.

2019 йылда аэропорт 3 267 909 пассажирҙы хеҙмәтләндергән. 2009 йылдан 2019 йылға тиклем пассажирҙар ағымы 1,9 миллион кешегә (140 проценттан ашыуға) артҡан[6].

2020 йылда, COVID-19 пандемияһы менән бәйле, аэропорт 863 588 пассажир ташый, был 2019 йыл күрһәткестәренең 26,4 процентын ғына тәшкил итә. Осоу операциялары һаны 52 % кәмей, йөк ташыу күләме 15,8 %-ҡа кәмей[7].

Ташыусылар һәм тәғәйенләү пункттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Таллин аэропортының аэрофотоһы
Таллин аэропортының аэрофотоһы
Таллин аэропорты бинаһы
Таллин аэропорты бинаһы
Таллин аэропортының иҫке бинаһы
Таллин аэропортының пассажирҙар терминалы
Таллин аэропортының трамвай терминалы
АвиакомпанияТәғәнләнеү пункттары
Греция Aegean AirlinesМиҙгелле рейстар: Афины
Латвия airBalticАмстердам, Берлин-Тегель, Брюссель, Вена, Вильнюс, Копенгаген, Лондон-Гатвик, Осло-Гардермуэн, Париж, Рига, Стокгольм-Арланда
Миҙгелле рейстар: Малага, Ницца (2020 йылдың 1 майынан), Зальцбург (2019 йылдың 21 декабренән)
Бөйөк Британия EasyJetЛондон-Гатвик
Миҙгелле рейстар: Берлин-Шёнефельд, Милан-Мальпенса
Греция EllinairМиҙгелле рейстар: Салоники
Австрия LaudaВена (2020 йылдың 31 мартынан)
Германия LufthansaМюнхен, Майндағы Франкфурт
Эстония Nordica
{{Флагификация/Польша} коды аҫтында|флаг/icon|variant=|размер=}} LOT Polish Airlines
Брюссель, Варшава-Шопен, Стокгольм-Арланда
Финляндия Nordic Regional Airlines
Финляндия коды аҫтында Finnair
Хельсинки-Вантаа
Норвегия Norwegian Air ShuttleОсло-Гардермуэн, Стокгольм-Арланда
Ирландия RyanairБергамо, Берлин-Шёнефельд, Дюссельдорф-Веце, Лондон-Станстед, Мальта, Пафос, Эдинбург
Сезонные рейсы: Дублин, Жирона
ДанияНорвегияШвеция Scandinavian AirlinesКопенгаген-Каструп, Стокгольм-Арланда
Эстония NyxAirКурессааре, Кярдла
Төркиә Turkish AirlinesСтамбул-Новый
Венгрия Wizz AirЛондон (Лутон), Милан (Мальпенса), Краков-Балице

Аэропорт эшмәкәрлегенең төп күрһәткестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Таллин аэропорты статистикаһы[8][9][10][11][6][12][13]
ЙылПассажирҙар ағымы, кешеДаими
линиялар
һаны
Осош операциялары
һаны
(LOP)*
Йәк ташыу
(почта һәм
тауарҙар),
тонна
Бөтәһешул иҫәптән
эске
линияларҙа
1992 205 776....11 0001124
1993 239 760140731412 1701417
1994 336 28232301413 3782362
1995 366 91929301613 7842488
1996 431 21236961616 6953997
1997 502 44249881721 4555590
1998 563 94675881724 9515991
1999 550 74764461823 5905326
2000 559 65857271523 3584690
2001 573 49352321623 6334543
2002 605 69714 8201426 2264292
2003 715 85916 1591425 2945080
2004 997 46118 0531828 1495237
2005 1 401 05923 2132433 6109937
2006 1 541 83222 4052633 98910 361
2007 1 728 43020 4062738 84422 764
2008 1 811 53621 4732641 65441 867
2009 1 346 23622 3292432 57221 001
2010 1 384 831....33 58711 960
2011 1 913 172....40 29818 371
2012 2 206 692..2148 53123 921
2013 1 958 801..2037 85620 941
2014 2 017 37117 4412037 79119 860
2015 2 166 66320 2712041 51316 156
2016 2 221 61518 0792340 93813 940
2017 2 648 36125 2552545 23511 345
2018 3 007 64428 7092748 56811 518
2019 3 267 91031 7682847 86710 916
2020 863 58924 8411522 9649192
2021 1 301 06639 4544126 69010 560
2022 2 748 25551 3034238 02811 110
2023 2 961 56459 0294438 1558753
2024 3 492 11427 3324942 4039910

* LOP — осоу операциялары, йәғни осоп китеү һәм ултырыу.

Таллин аэропортында хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар һаны динамикаһы, миллион кеше.
Яңыртылды: 2 апрель 2025

Йәмәғәт транспорты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡала автобустары маршруттары:

1. № 2 — ҡала үҙәгенә һәм тимер юл вокзалына (тәүлегенә 37—56 рейс) тиклем
2. № 13 — Прийслегә тиклем (тәүлегенә 40-45 рейс), ҡала һәм Хааберсти үҙәгенә ҡәҙәр (тәүлегенә 40—45 рейс)
3. № 15 — Сыямяэға һәм ҡала үҙәгенә тиклем (тәүлегенә 30—40 рейс)
4. № 47 — Пеэтриға тиклем (тәүлегенә 19—20 рейс)
5. № 49 — Виймсиға тиклем (тәүлегенә 18—29 рейс)

Lux Express һәм Simple Express ҡала-ара автобустары Тарту һәм Выруға бара.
Аэропорттан 700 метр алыҫлыҡта Юлемисте (Ülemiste) тимер юл станцияһы урынлашҡан, унда Тарту һәм Нарва йүнәлешендәге поездар туҡтай.

  1. http://www.gcmap.com/airport/TLL
  2. https://www.tallinn-airport.ee/ettevottest/statistika/
  3. https://store.aci.aero/wp-content/uploads/2018/05/2014_Traffic_Report_sample.xlsx
  4. Lennujaam (эст.). Eesti kohanimed. Eesti Keele Instituut.
  5. Tallinna lennujaam kannab 29. märtsist Lennart Meri nime (эст.). ERR (12 март 2009).
  6. 1 2 Aruanded ja statistika (эст.). Tallinna Lennujaam.
  7. Lennuliikluse ülevaade 2020 (эст.). Tallinna Lennujaam (6 ғинуар 2021). Дата обращения: 11 апрель 2021. Архивировано 27 ғинуар 2021 года.
  8. Statistics - Tallinn Airport. Дата обращения: 12 февраль 2017. Архивировано 4 май 2017 года.
  9. Tallinna Lennujaam Lennuliikluse ülevaade 2016 (эст.) (PDF). Tallinn Airport. Дата обращения: 11 ғинуар 2017. Архивировано 10 октябрь 2018 года.
  10. Tallinn Airport - Traffic Report 2018 (PDF). Tallinn Airport (8 ғинуар 2018). Дата обращения: 13 ғинуар 2018. Архивировано 21 ғинуар 2019 года.
  11. Tallinn Airport - Traffic Report 2019. Tallinn Airport (2 ғинуар 2020). Дата обращения: 6 ғинуар 2020. Архивировано 11 ғинуар 2020 года.
  12. Tallinna Lennujaam Aastaaruanne 2013 (эст.). Tallinn Airport.
  13. Aktsiaselts Tallinna Lennujaam (10349560) (эст.). Äriregister.