Тал һырты
Тал һырты ru/Большой Таловский хребет | |
---|---|
Бейек нөктәләре | |
Абсолют бейеклеге | 669 метр |
Урынлашыуы | |
55°17′11″ с. ш. 60°07′10″ в. д.HGЯO | |
Ил | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Көньяҡ Урал |
Тал һырты (рус. Та́ловский хребе́т) — Көньяҡ Уралдағы һырттарҙың береһе ( Рәсәй Силәбе өлкәһе). Иң бейек урыны— 669 метр. ОлоТал һыртының көнбайышында параллель йүнәлештә Кесе Тал һырты (530 м) урынлашҡан.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. Шуваловтың «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» китабы буйынса нигеҙендә "тал" һүҙе ятҡан барлыҡ атамалар, шул иҫәптән тау атамаһы ла башҡорт телендәге тал (аға) һүҙенән алынған. (Таловка, Таловские, Таловский, Таловская, Тальники, Талки — названия речек в разных районах области, а по ним гор, хребтов, населенных пунктов. По обилию ивовых зарослей )
Топонимика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был тауҙар янындағы уйһыулыҡтарҙа Ҙур Тал һәм Кесе Тал йылғалары аға.
Оло Тал һырты исеме Куштумга ҡушылдығы Оло Тал йылғаһы исеменән аталған.
Кесе Тал һырты атамаһы Оло Тал йылғаһы ҡушылдығы — Кесе Тал йылғаһы исеменән алынған.
Оло Тал йылғаһы Кесе Урал һыртының битләүенән башланғыс ала. Саф көмөш һыулы шишмә булып битләү буйлап көнсығыш йүнәлештә ағып төшә.Тау үҙәненә барып еткәнсе тулылана барып Ҙур Тал йылғаһына әйләнә һәм көньяҡҡа борола. Тау үҙәненең йүнәлеше йылғаны Оло һәм Кесе Тал һырттары араһына алып сыға. Яҙғыһын һыу ятҡылығы тауҙарҙан ағып төшкән ҡар һыуҙары менән ныҡ тулылана.Йылғаның һул яры буйлап һаҙлыҡлы туғайҙар китә.
Кесе Тал йылғаһы ярайһы уҡ ҡыҫҡараҡ. Ул Оло Тал һыртынан көнбайыштараҡ ята. Юлының күпселек өлөшө Кесе Тал һырты.эргәһенән үтә. Өҫтән ҡарағанда был ике йылға Кесе Тал һыртын ҡыҫымға алған һымаҡ күренә.Ә Оло Тал һырты бер аҙ ситтәрәк, көнсығышта ҡала.
Көнбайыш битләү үтеп, Кесе Тал йылғаһы Каменка йылғаһы менән ҡушыла.Унан ҡырҡа көнсығышҡа боролоп Оло Тал йылғаһына һыуын ҡоя. Был ғәжәйеп матур асыҡ урындан ике һырт та боронғо саф тәбиғәте менән ус эсендәге кеүек кенә күренеп тора.
Оло Тал йылғаһы Кесе Тал йылға һыуын алғандан һуң тағы ла дүрт километр тирәһе һаҙлыҡлы уйһыулыҡ аша үтеп Ҡуштамға йылғаһына барып ҡушыла.
18 быуат аҙағында һәм 19-сы быуат башында был йылға буйҙарында алтын йыуғандар.Уларҙың эшмәкәрлегенең эҙҙәре әле лә һаҡланып ҡалған..
Урындағы халыҡ (иң яҡын ҡасаба — Төньяҡ Мейес) ике тау һыртын да Тал тауҙары тип йөрөтә[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике һырт та Мейәс ҡала округының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Тыйылға ҡасабаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Икеһе лә меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Битләүҙәре һөҙәк һәм шишмәләргә бик бай. Әммә үткеһеҙ ҡуйы шырлыҡ менән ҡапланған.
Икеһе лә меридиональ йүнәлештә һуҙылған һәм ҡуйы ҡарағай урманы менән ҡапланған.
ОлоТал һырты (669 м) көнбайыш йүнәлештә Найлы ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Көньяктан төньяк ҡарай һуҙылған. Оҙонлоғо — 8 км-ҙан ашыу, ә армыттары, айырсалары менән бергә — яҡынса 20 км. Һыртының киңлеге — 4 км. Һыртының өҫтө буталсыҡ урынлашҡан, әммә ҙур булмаған айырым тауҙарҙан тора. Түбәһенең битләүҙәре текә, яланға ҡая сығынтылары бар.
ОлоТал һыртынан көнбайыштараҡ йәнәш тиерлек Кесе Тал һырты урынлашҡан (530 м).
Оло һәм Кесе Талов һырттарының битләүҙәре ҡатнаш урман менән ҡапланған. Составында ҡарағай өҫтөнлөк итә. Аҡ шыршы йәки йүкәлек баҫҡан урындары ла бар.Тау шишмәләргә [2][3][4] бик бай
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст: Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 43.
- ↑ Большой Таловский, хребет // Миасс. Энциклопедический словарь
- ↑ Миасс. Словарь географических названий / Сост. Стрельников С. М. — Златоуст, Изд. С. М. Стрельникова, 1995. С. 43.
- ↑ Информация на сайте «На Урале» 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Таловский, һырт // Мейәс. Энциклопедик һүҙлек
- Мейәс. Географик атамалар һүҙлеге / Сост. С. М. Стрельников — Златоуст: Изд. С. М. Стрельников, 1995. С. 43.
- Оло Таловский // Башҡортостан. Яҡты кәүҙәләндерә энциклопедияһы / Сост. Н. Рундквист, Задорина О. — Екатеринбург: Изд. Квист, 2013.
- Кесе Таловский // Башҡортостан. Яҡты кәүҙәләндерә энциклопедияһы / Сост. Н. Рундквист, Задорина О. — Екатеринбург: Изд. Квист, 2013.
- М. корюк ерҙә һәм һыу Союзы // Ҡылым. Мейәс ҡала гәзите, 30.03.2012.
См. шулай уҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә союз туристик маршруты № 55
- Уралтау
- Һырт заозерная
- Түргеяҡ (күл)
- Елсел
- Елсел (тау)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Оло Тал һырты сайты Викимапия биттәрендә
- Кесе һырты «Викимапия»сайты биттәрендә
- Тал һырты (Оло һәм Кесе) «Уралда» сайтында 2019 йыл 22 октябрь архивланған.
- Тал һырты сайты биттәрендә «Бөтә Көньяҡ Урал»
- Оло Тал һырты «Karta-Russia.ru» сайтында.
- Кесе Тал бите Златоуст тирәһенең карталарында (22 Л-22 һәм б.-Г)
- О ло һәм Кесе Тал һырттары Урал топографик картаһында (2000 йыл)
- http://old.toposural.ru/html/t.htm (От Парижа до Берлина по карте Челябинской области)