Эстәлеккә күсергә

Танпынар Әхмәт Хәмди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Танпынар Әхмәт Хәмди
төр. Ahmet Hamdi Tanpınar
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Төркиә
Тыуған көнө 23 июнь 1901({{padleft:1901|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[3]
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 24 ғинуар 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3] (60 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны Ашиян[d]
Ҡәбере һүрәте
Туған тел Төрөк теле
Һөнәр төрө яҙыусы, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Истанбул университеты[d]
Биләгән вазифаһы Төркиә Бөйөк милләт мәжлесе ағзаһы[d]
Уҡыу йорто литературный факультет Стамбульского университета[d]
Halkalı Ziraat Mekteb-i Âlisi[d]
Истанбул университеты[d]
Сәйәси идеология Anatolianism[d]
Тасуирлау биттәре edebiyat.k12.org.tr/yaz…
 Танпынар Әхмәт Хәмди Викимилектә

Әхмәт Хәмди Танпынар (23 июнь 1901 йыл, Константинополь — 24 ғинуар 1962 йыл, Истанбул) — төрөк яҙыусыһы, шағир һәм әҙәбиәт тарихсыһы.

Әхмәт Хәмди Танпынар 1901 йылдың 23 июнендә Константинополдә тыуған. Атаһы ҡаҙый була, шунлыҡтан Танпынар ғаиләһе Әхмәт бәләкәй саҡта йыш күсенеп йөрөр була. 1918 йылда Танпынар Истанбулда мәктәп тамамлай. Шунан Истанбул университетына уҡырға инә, тәүҙә ул ветеринария факультетында уҡый, әммә бер йылдан башҡа факультетҡа күсә. Университетта уҡығанда ул төрөк һәм француз әҙәбиәтен өйрәнә. 1923 йылда Танпынар Истанбул университетының гуманитар факультетын тамамлап сыға[4].

Университеттан һуң Танпынар төрлө уҡыу йорттарында төрөк телен, әҙәбиәтен, сәнғәттәр тарихын, эстетиканы һәм мифологияны уҡыта[4].

1939 йылдан алып ғүмеренең ахырына тиклем Истанбул университетының гуманитар факультетында төрөк әҙәбиәтен уҡыта[4].

1942—1946 йылдарҙа Төркиәнең Бөйөк милләт мәжлесендә ағза булып тора, унда Каһраманмараш провинцияһынан вәкәләтлек итә.

1962 йылдың 24 ғинуарында Әхмәт Хәмди Танпынар йөрәк өйәнәгенән вафат булып ҡала.

Танпынарҙың проза әҫәрҙәрендә Яхъя Кемал Бейатлының йоғонтоһо шәйләнә, ә шиғырҙары шағир Әхмәт Хашим ижады йоғонтоһон кисерә.

1920 йылда Танпынар «Musul Akşamları» (Мосул кистәре) тигән тәүге поэмаһын яҙа, әҫәр «Altıncı Kitap» тигән әҙәби журналда баҫылып сыға. Һуңынан шиғырҙарын «Dergâh» тигән журналда ла нәшер итә. Танпынар шиғырҙары араһында «Bursa’da Zaman» (Бурсала үткән ваҡыт) тигән поэмаһы айырыуса билдәле.

  • «Абдуллаһ Эфенди төштәре» («Abdullah Efendinin Rüyaları»), 1974 йылда уның нигеҙендә Метин Эрксан «Geçmiş Zaman Elbiseleri» тигән фильм төшөрә,
  • «Йорт хужаһы» («Evin sahibi»),
  • «Йәйге ямғыр» («Yaz yağmuru»),
  • «Аджибадемдағы особняк» («Acıbademdeki köşk»),
  • «Әҙәм һәм Һауа» («Adem’le Havva»),
  • «Поездағы бер сәфәр» («Bir tren yolculuğu»),
  • «Абдуллаһ Эфенди» проза йыйынтығы («Abdullah Efendinin Rüyaları», 1943)
  • «Йәйге ямғыр» («Yaz yağmuru», 1955) проза йыйынтығы
  • «Хозур» («Huzur», 1949);
  • «Сәғәт көйләү институты» («Saatleri ayarlama enstitüsü», 1962);
  • «Сәхнәнең артындағылар» («Sahnenin dışındakiler»);
  • «Маһур көйө» («Mahur beste»);
  • «Айҙағы ҡыҙ» («Aydaki kadın»);

Әҙәби тәнҡит һәм әҙәбиәт тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Тефик Фикреттең поэзия антологияһы» («Tevfik Fikret antolojisi», 1937);
  • «Намыка Кемалдең әҫәрҙәре антологияһы» («Namık Kemal antolojisi», 1942);
  • «XIX быуат төрөк әҙәбиәте тарихы» («XIX. asır Türk edebiyatı tarihi», 1949);
  • «Яхья Кемал» («Yahya Kemal», 1962, шағир Яхья Кемал Беятлы тураһында монография);
  • «Edebiyat üzerine makaleler» мәҡәләләр йыйынтығы (1969).
  1. Record #95282087 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Ahmet Hamdi Tanpınar // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. 4,0 4,1 4,2 Пылев А. И. Ахмед Хамди Танпынар и его роман Спокойствие. О некоторых стилистических особенностях формы и содержания произведения // Вестник Санкт-Петербургского университета. — 2011. — № Сер. 13 Вып. 4. — С. 51—65.