Таныштарҙа (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таныштарҙа
Нигеҙләү датаһы 1897
Атамаһы У знакомых
Сәнғәт формаһы хикәйә
Жанр хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты февраль 1898
Баҫылған Cosmopolis[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Таныштарҙа — хикәйә. Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1898 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1898 йылда «Cosmopolis. Международный журнал»ының IX томына ингән 2-се һанында февралдә Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылған.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Таныштарҙа» хикәйәһе 1898 йылда «Cosmopolis. Международный журнал»ының IX томының 2-се һанында февралдә Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылған. Чехов был хикәйәне үҙенең әҫәрҙәр йыйылмаһына индермәгән.

Чехов тере саҡта хикәйә немец теленә тәржем ителә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйәне яҙыу өсөн Чехов үҙенең көндәлегендәге 18961897 йылдарҙағы яҙмаһын файҙаланған: «Оло йәштәге ҡатын-табип мистицизм менән мауыға башлай. Шунлыҡтан йорт-ере, ҡаралтыһы тиҙҙән аукционда һатыласаҡ, уға ярлылыҡ янай, ә уның лакейҙары әле булһа шаярыусы костюмын кейеп йөрөй»; «Ире ғыжылдап, ҡунаҡты һөйөклөм һәм иң ҡиммәтле кешем тип ҡабул итә»; «Ҡунаҡ табип-ҡатынды, ул бәләкәй ҡыҙ сағынан уҡ белә, ул саҡта ҡатын бик аҡыллы кеше була, ә хәҙер ҡартайған һәм бик күп нимәләрҙе аңламай икәнлеген күрә».

Хикәйә «Cosmopolis» журналының урыҫ теле баҫмаһы бүлегенең мөхәррире Ф. Д. Батюшков үтенесе буйынса яҙыла. А. Чехов хикәйәне үҙенең хәтирәләре буйынса яҙа.

Тәнҡит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Чехов яҙған хикәйәһенән ҡәнәғәт булмай. Тәнҡитселәрҙең береһе, автор хикәйәһендә «Три сестры», «Вишневый сад» пьесаларындағы ҡайһы бер образдарҙы һәм уларҙың фразаларын алған тип күрһәтә[1]. Байтаҡ ваҡыт Чеховтың был хикәйәһе уҡыусыларға билдәһеҙ булып ҡала. 1906 йылда, яҙыусы үлгәндән һуң сыҡҡан әҫәрҙәр баҫмаһындағы өҫтәлмә томда был хикәйә нәшер ителә.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Михаил Подгорин, юрист, Татьяна Алексеевна Лосеваның һәм уның әхирәте Варвара Павловнаның дуҫы.
  • Сергей Сергеич, Татьяна Алексеевна Лосеваның ире.
  • Татьяна, ике бала әсәһе һәм табип Варя, әхирәттәр.
  • Надежда, Татьяна Алексеевна Лосеваның һеңлеһе. Барыһы ла Подгорин уға ғашиҡ булғанлыҡтан Татьянаға өйләнер тип көтә, ләкин егерме өс йыл ваҡыт уҙып китә, ә ул һаман буйҙаҡ йөрөй.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйге көндәрҙең береһендә Михаил Подгорин Татьяна Алексеевна Лосеванан һәм уның әхирәте Варвара Павловнанан Кузьминки ауылына саҡырыу ҡағыҙы ала. Кузьминкиҙағы йорттоң элекке хужаһы Татьяна Алексеевна була, аҙаҡ ул йорт мәһәргә әйләнә. Алты йыл буйына никахта йәшәү дәүерендә йортто Татьяна Алексеевнаның ире, Сергей Сергеич, бөлгөнлөккә дусар итә. Татьяна ара-тирә Подгориндан кәңәш һорай һәм бурысҡа аҡса алғылап тора. Подгорин был юлы ла унан бурысҡа аҡса һораясаҡтар тип уйлай, ләкин шулай ҙа уларға ҡунаҡҡа юллана.

Уны бик шатланып ҡабул итәләр, аҙаҡ Татьяна Подгоринға үҙенең йорто бурыстары өсөн һатыласаҡ, ти, бурыстарҙы түләргә аҡса юҡлығына зарлана һәм быны күтәрә алмайынса, ҡайғыһынан үләсәкмен тип әйтә. Йорттағы кешеләр Подгорин ярҙам итер тип уға ҙур ышаныс бағлай. Варя Подгориндың әхлаҡи бурысы - Татьянаға һәм Сергей Сергеичҡа ярҙам итеү тип Подгориндың намыҫына тейә башлай. Подгорин уға нисек ярҙам итеү юлдарын уйларға вәғәҙә бирә. Ул Сергей Сергеичҡа түгел, ә Варяның үҙенә ярҙам итергә кәрәк тип уйлай.

Кискеһен баҡсала Подгорин Надежда менән һөйләшә, Надежда үҙенең Мәскәүгә китергә йыйыныуы тураһында әйтә. Подгориндың башына, бәлки, Надеждаға өйләнергә кәрәктер тигән уй килә. Йоҡо алдынан Подгорин Сергей Сергеич менән йорт тирәләп йөрөп килергә сыға. Ул Сергей Сергеичҡа бурысҡа йөҙ һум аҡса бирә. Артабан Подгорин бер тауышһыҙ ғына өйҙән сығып барған Надежданы күреп ҡала. Подгорин Мәскәүгә ҡайтып китергә йыйына, Сергей Сергеич уның менән һаубуллашырға килә. Ләкин Подгорин уны бөтөнләй тыңламай һәм башҡа улар янына бер ваҡытта ла килмәйәсәкмен тип уйлай. Ул «ҡасандыр шул тиклем матур көндәр үткәргән флигелгә табан бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡарай».

Өйгә ҡайтҡас, уның күҙенә Татьяна менән Варвараның хаты ташлана, әммә ул тиҙҙән тегеләрҙең хаты тураһында онота.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. У знакомых (рассказ) // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. С. Д. Балухатый. От «Трех сестер» к «Вишневому саду». — «Литература», 1931, № 1; С. Д. Балухатый, Н. В. Петров. Драматургия Чехова. Изд. Харьковского театра русской драмы, 1935; С. Д. Балухатый. Чехов-драматург. М., 1936